-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
14 Сентябрь 2021, 15:14

«Бер ҡараһаң, ҡояш, бер ҡараһаң, болот...»

«Миндә ике кеше йәшәй кеүек... Көн дә бик матур кәйеф менән уянам. Иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда, ҡапыл ғына бер сәбәпһеҙ кәйефем төшә, ризыҡтың тәме бөтә. Өйҙән ҡараңғы сырай менән сығып китәм дә эшкә барып еткәнсе тынысланам. Көндөҙ бөтә эштәремде ыратып, йылдам ғына башҡарам. Ә кисен йәнә күңелемде болот ҡаплай. Йәки киреһенсә – көндөҙ тиккә генә һөмһө­рөм ҡойолоп йөрөп, кискә табан асылып китәм. Бер ҡараһаң, ҡояш, бер ҡараһаң, ҡара болот булыуыма ғаиләм өйрәнеп бөтһә, хеҙмәттәш­тәрем араһында «холоҡһоҙ» тигән даным сыҡҡан. Үҙем менән бер нәмә лә эшләй алмайым...» – тип һөйләй беҙгә мөрәжәғәт иткән утыҙ биш йәшлек Светлана.

«Бер ҡараһаң, ҡояш, бер ҡараһаң, болот...»
«Бер ҡараһаң, ҡояш, бер ҡараһаң, болот...»
Ундайҙар һеҙҙең янда ла барҙыр. Ҡапыл ғына көлөп торған еренән илап ебәргән, һоҡланыуы кинәт нәфрәткә әйләнгән кешеләр, юҡ-юҡ та, осрап тора. Туғандары уларҙы «шырпы һымаҡ ҡабынып бара» тиһә, яттарға сәйер генә түгел, ауырыу булып күренәләр.

Ауыр юғалтыу кисергәндә, бәлә-ҡаза килгәндә ҡайғырыуыбыҙ, ваҡыт-ва­ҡыт һағышланып алыуыбыҙ тәбиғи. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең тиктомалдан күңеле төшә, бөтә донъя ҡараңғы булып күренә башлай, тормош йәме ҡаса. Уларҙың кәйефе көнөнә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе ихтимал. Был тотороҡһоҙлоҡ хис-тойғоларҙа ғына түгел, тотоштарында ла сағыла. Ҡы­ҙып барыу, шәп һөйләү, ярһыу йәки, киреһенсә, артыҡ һүлпәнлек көнөнә әллә нисә ҡат алмашынып тора. Улар­ға үҙҙәрен ҡулда тотоу ҡыйын, осра­ған бәләкәй генә кәртә лә сығырҙан сығара. Эшкә ашыҡ­ҡанда күлдәгенең төймәһе төшөү, юлда машиналар күплеге, кер йыуыу машинаһы ватылыуы кеүек ҡәҙимге хәлдән дә ундай кешеләр күңел тигеҙлеген юғалта – йөҙ һытыҡ, ҡаштар төйөлгән, әйтер­һең, донъя емерелгән.

Яҡындарығыҙ араһында шат кәйефе төшөнкөлөк менән алмашынып торған кеше бар икән, түҙемлек күр­һәтегеҙ. Бер нәмәне лә ҡатмарлаштырмағыҙ, ул былай ҙа үҙендә «соҡо­на», иҫкәрмәне ауыр ҡабул итә торған зат. Күңеленә асҡысты юғалтмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта йөрәгегеҙгә яра һалған саҡтарын әйтмәй ҡалдырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ – ҡаршыһында тыу­ған кәртәләрҙә һеҙ ғәйепле түгеллеген аңлаһын.

Кәйефтәре шулай йөҙ үҙгәреп тор­ған ололар ысынбарлыҡты тоймаусы, ул көткәнсә килеп сыҡмағанда сабыр була белмәүсе балаға оҡшаш. Был иһә кешенең, хәл-ваҡиға саљ љына контролдән сыҡҡанда ла, хистәрен йүгән­ләргә һәләтһеҙлеге хаҡында һөйләй.

Уларҙың күңел торошоноң күҙ асып йомғансы алмашыныуы тирә-яҡтағыларҙың ғына түгел, иң элек үҙҙәренең тормошон ауырлаштыра. «Улым тыңлашмағанда, йә ирем бәхәс­ләшә башлағанда, мин ҡыҙам да китәм, асыуымды тыйып тота алмайым, ҡысҡырырға тотонам. Ҡайҙан киләлер миндә ул хәтлем асыу?» – тип үҙе лә аптырай Светлана. Уның кеүектәргә бындай осраҡтарҙа ни эшләргә?

Үҙегеҙгә ситтән ҡарарға өйрә­негеҙ.
Әгәр аңлайышһыҙ һағышҡа сум­һағыҙ, йә буштан ғына йәнегеҙ көйһә, нилектән икәнен төшөнөргә тырышығыҙ. Сығырығыҙҙан сығарған хәл яҙмышығыҙ өсөн ул тиклем үк әһә­миәтлеме ни? Ай-һай, һеҙҙе ярһыт­ҡан һәр ваҡиғаның улай уҡ мөһим булыуы мөмкин түгел. Быны аңлаһа­ғыҙ, тойғоларығыҙҙы ауыҙлыҡлау еңелерәк булыр.
Хис-тойғоларҙы сығарыр шөғөл табығыҙ.
Йога, цигун, һулыш күнекмәһе кеүек шөғөлдәр үҙ көсөгөҙҙө дөрөҫ йүнәлтергә, йән һәм тән аһәңлелегенә өлгәшергә, эске тигеҙлекте табырға, рухты төшөрмәҫкә ярҙам итер. Был шөғөлдәр шуныһы менән дә файҙалы: улар бикләнгәнлек тойғо­һонан арындыра, башҡалар менән уртаҡ тел табырға булыша.
Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ.

Мотлаҡ уңышлы булыу тигән талапҡа тап килергә ынтылыу күңел төшөнкөлөгөнә килтереүсән. Үҙегеҙ­ҙе нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ, кәйефегеҙ ҡырҡа үҙгәреүсән булыуын, унан ғазапланыуығыҙҙы, башҡа­ларҙы яфалауығыҙҙы танығыҙ – был үҙе үк тынысланыуға бер аҙым.
Әгәр үҙегеҙ генә был халәттән сыға алмайһығыҙ икән, мотлаҡ табип-психотерапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тейешле дауа билдәләп, ул күңел күгегеҙҙе баҫҡан ауыр болоттарҙы таратырға ярҙам итер.

Резеда НАГАЕВА,
психотерапевт.
Автор:
Читайте нас: