-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
2 Сентябрь 2021, 12:02

Ҡымыҙ - сәләмәтлек сығанағы

Ҡымыҙ – сәләмәтлек сығанағы   “Их, әсәйем яһаған ҡымыҙҙы бер кәсә тултырып эсһәм ине”, - тип ҡуям ҡайһы берҙә. Ҡымыҙҙың тәнде земберләтеп, бер аҙ тирләтеп ебәргәнен, быуындарға төшөп киткәнен ысын башҡорт ҡымыҙын эскән кеше  бер ваҡытта ла онотмай.  Минең әсәйем оҙаҡ йылдар бейә һауҙы һәм ҡымыҙ яһаны. Иртәнсәк тороуға ҡымыҙ булһа, тәүҙә ҡымыҙ эсәбеҙ, шунан ғына ашарға ултыра инек. Әсәй: “Ҡымыҙ эскән кешенең йөрәге сәләмәт була, эсе ҡортламай; бейәләр тау битендә   тәмле үлән генә ашай, беләһеңме, уның һөтөндә күпме витамин?!”  – ти ине.

Ҡымыҙ - сәләмәтлек сығанағы
Ҡымыҙ - сәләмәтлек сығанағы

“Ҡымыҙҙың шифалы сифаттары бәхәсһеҙ, шуға ла уны  халыҡ медицинаһында һәм шифаханаларҙа медицина препараты һымаҡ ҡулланалар. Антибиотиктар етештереү барлыҡҡа килгәнгә тиклем был эсемлекте хатта туберкулезды дауалау өсөн файҙаланғандар. Һуғышта иһә, препараттар етмәгәндә, уны яраларҙы эшкәртеү өсөн  тотонғандар һәм улар йүнәлгәне билдәле. Ул дарыуҙар ҡулланыуҙан арынырға  һәм үҙеңде бына тигән формала  тоторға ярҙам итә, эсәк-ашҡаҙан юлы һәм башҡа ағзаларҙың эшмәкәрлеген бермә-бер яҡшырта”, - тип яҙылған етди сығанаҡтарҙа.

Элегерәк замандарҙа әлеге ваҡыттың ҡурҡыныс сирҙәр тураһында ишеткәнебеҙ ҙә булманы. Ни өсөн тигәндә, һәр кем ҡымыҙ, айран, әсе ҡорот, ҡатыҡ эсеп-ашап торған. Ҡымыҙ организмдың иммунитетын юғары дәрәжәлә тоторға ярҙам итә. Ә иммунитеты юғары булған кешене хатта яман шеш тә еңә алмай. Көнөнә бер тапҡыр ысын ҡымыҙ эскәндә, беҙҙең организмға кәрәкле бөтөн минерал-витаминдарҙы, тәбиғи антибиотикты алдығыҙ, тигән һүҙ. Ҡымыҙ – ысын мәғәнәһендә милләтте ҡотҡарып алып ҡала торған эсемлек, ул булғанда халыҡты бер ниндәй ҙә сирҙәр еңә алмаясаҡ.  (Зәүхиә Ҡәҙербәкова)

Автор:
Читайте нас: