Уңышлы булыу теләге ҡайҙан килә? Әлбиттә, бала саҡтан. Йыш ҡына үҙ көсө менән ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән кешеләрҙең бала сағы ҡатмарлы булған. Улар гел һөйөлөп кенә үҫмәгән һәм бәләкәйҙән башҡаларҙан кәм түгеллектәрен раҫлау теләге уңыш артынан уңыш яуларға әйҙәгән. Бүтән кешеләрҙе уҙыу, үҙеңде күрһәтеү сәме иң ҙур этәргес булып тора ла инде.
Ғәмәлдә иһә ысын-ысындан бәхетле кешенең кемгә лә булһа нимәлер раҫлау ихтыяжы юҡ. Ул рәхәтләнеп яратҡан эше, ижад менән шөғөлләнә, ҡалыптарҙан азат булыуына кинәнеп ғүмер итә.
Уңыш нимәнән ғибәрәт һуң? Был төшөнсәгә ваҡыт һәр даим үҙгәреш индереп тора. Ҡасан ғына әле уңышлы тип эшендә бейек үрҙәргә менгән һәм мул тормошҡа өлгәшкән кешене һанаһалар, хәҙер иһә был һүҙгә киң яҡлы мәғәнә бирелә. Һөнәри ҡаҙаныш та, матур ғаилә лә, матди хәллелек тә, танылыу яулау ҙа, һоҡланырлыҡ ҡиәфәт менән яғымлы фиғел дә инә ул төшөнсәгә.
Фани донъяларҙа әҙәм балаһы үҙ юлын үтә һәм тик үҙенсә бәхетле булырға тырыша. Һәр кем дә етәксе булырға, байлыҡ тупларға ынтылып тормай. Берәүҙәр, тапҡанын бәрәкәтле тотоноп, барына шөкөр итеп, татыу ғаиләһе ҡосағында тыныс ҡына ғүмер итеүҙе бәхет тип күрә. Икенселәр өсөн иһә бейек ҡаяларға үрләү кәрәк.
Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла булған кеүек, уңыш артында ла йыш ҡына ҙур юғалтыуҙар тора. Оҙайлы тәжрибәгә эйә психолог булараҡ, шуны әйтәм: юғары үрҙәр яулаған гүзәл заттарҙың байтағы шәхси тормоштарында яңғыҙ, эшкә сумыуҙары ла – йыш ҡына сараһыҙлыҡтан. Был ханымдар бар ваҡыттарын һөнәри үҫешкә йәки бизнесҡа арнай. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй – абруй ҙа, финанс тотороҡлолоғо ла, аҡса муллығы биргән мөмкинлектәр ҙә бар улар тормошонда. Ләкин быларҙың барыһы ла ниндәй хаҡтар менән алынған һуң? Ҙур бейеклектәргә ирешкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бихисабы ғаилә бәхетенән мәхрүм. Башкөллө бизнесҡа китеп, өйгә ваҡыттары ҡалмаған әсәләрҙең – ҡайтара алмаҫлыҡ үҙ юғалтыуҙары. Ҡайһы берәүҙәренең буй еткергән балалары, «беҙгә иғтибар итмәнең», тип дәғүә белдерә, «һөйөү, йылылыҡ урынына ҡиммәтле уйынсыҡтар, затлы гаджеттар биреп ҡотолдоң», тип ғәйеп итә. Ҡыҙы, улы өсөн көнө-төнө сапҡан әсәнең хеҙмәте, баҡһаң, хәҙер килеп, бер ни тормай. Өйөндә етмәгән йылыны бала, башҡа ерҙән эҙләп, төрлө ауҙарға барып эләгеүе ихтимал, ә уларҙан сығыуҙары, ай-һай, бик ҡатмарлы.
Әлбиттә, шәхси тормошон да, эшен дә берҙәй һоҡланғыс итеп ҡорған аҫылбикәләребеҙ ҙә бар. Ләкин улар күп түгел. Асылда иһә беҙ, хәҙерге заман һылыуҙары, тап ошондай алтын тигеҙлеккә ынтылырға тейешбеҙ. Быға өлгәшеү, йәғни үҙебеҙ өсөн мөһим өлкәләрҙә тиң бәхетле булыу – бөйөк хеҙмәт.
Кеше тәбиғәте бик ҡыҙыҡ ҡоролған. Мәҫәлән, баштар әйләнерлек карьера яһаған бер ханым ҡасандыр тәүге мөхәббәтенә кейәүгә сыҡмағанына үкенә. Беренсе һөйөүе менән ҡауышып, балалар үҫтергән, яҙмышын ғаиләгә арнаған әхирәте, киреһенсә, яратҡан эшен ташлағанына әсенә. Балалар үҫеп, таралышҡас, үҙенең белгес, шәхес булараҡ асылмауын ныҡ тойған был ҡатындың да – үҙ үкенестәре.