-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
28 Ноябрь 2025, 14:32

Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...

Алтынсы класта уҡып йөрөгәндә миңә атайымдың латинса хәрефтәр менән яҙылған шиғыр дәфтәре килеп эләкте. Әсәйемдең һаҡлап ҡуйған «секретный» ҡағыҙҙары араһынан алдыммы икән, ҡайҙан табылғандыр ул дәфтәр, бала кешегә ҡыҙыҡ булғандыр, күрәһең, латин хәрефтәрен берәм-бөртөкләп уҡый башлағас ҡына, был яҙмаларҙың атайымдың күҙ нурҙарын түгеп яҙған шиғырҙары икәнен аңланым. Шунан һуң нисек тә булһа беҙҙең хәрефтәр менән күсерергә кәрәклеген төшөндөм, бәлки, бала кешелә ябай ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тигән нәмә тыуғандыр, күсерә башланым. Үкенескә ҡаршы, аҙаҡ атайымдың шул йөрәк аһын сағылдырған дәфтәрен юғалтҡанмын, ошолары блокнотта теркәлгән, ә ҡалғандары зым-зыя юғалған, ҡыҙғаныс.

Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...
Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...

Ябай һалдаттың һуғыштан һуң кисергән тойғолары, әрнеүҙәре, хафалары, тыуған төйәгенә, яратҡан кешеһенә, яҡындарына булған һөйөү хистәре, мөхәббәте сағыла шиғри юлдарҙа. Атайым яҙған дүрт юллыҡтар, бәлки, ысын мәғәнәһендә шиғыр ҡанундарына яуап биреп тә бөтмәйҙер, әммә мин бер нәмәгә инанам: яугир һалдат кисергән хистәрҙең сафлығына, мөхәббәттең ялҡынлы утына, тыуған еренә булған һөйөүҙең тоғролоғона – бына ошоға ышанысым, инанысым шикһеҙ. Шуғалырмы дүрт юллыҡтарҙа атайымдың йөрәк аһы, һыҙланыулы, ғазаплы минуттары, бәхетле миҙгелдәре, шатлыҡ-ҡайғылары, күңел яралары – барыһы ла ап-асыҡ, ябыуһыҙ, бер ниндәй пәрҙәһеҙ күҙ алдына баҫа, уның ошондай халәте тетрәндерҙе мине, егерме ете генә йәшендә яҡтылыҡ, фани донъя менән хушлашыуын белеп йәшәүе, үҙенең бер нәмә лә эшләй алмауына йәне әсенеүе, өҙгөләнеүе сағыла...

 

* * *

«Шайтан буйҙарында ҡоштар һайрай,

Баҫҡан еркәйҙәре тал микән?

Күп нужалар күрҙе башҡайҙарым,

Алда рәхәт көндәр бар микән?

* * *

Йөрәккәйем ярһый ярһыу аттай,

Гөрләп тора уның ялҡыны.

Ошо ауырыу менән гүргә инһәм,

Баҫыр микән ҡәберем һалҡынын?

 

* * *

Ауыр уйҙар уйлап башым сатнай,

Йәш көнөмдө тиңләп сәскәгә.

Йәш ваҡытым сәскә кеүек үткәс,

Рәхмәт әйтәм атам-әсәмә.

* * *

Атам-әсәм ҡулынан ситкә киткәс,

Ҡайҙа ятып, ниҙәр эсмәнем.

Күп нужалар күреп, хәсрәт эсеп,

Әҙме ерҙәр, һыуҙар кисмәнем.

* * *

Шул нужалар, ауыр хәсрәт-ҡайғы

Йөрәгемдә һаман торалар.

Йөрәгемә ағыу, һыҙлау һалып,

Йәшәтмәҫкә кәртә ҡоралар.

* * *

Йөрәккәйем әрней, башым һыҙлай,

Ҡайғы-хәсрәт тула уйыма.

Былай һыҙланып, нужа күргәнсе,

Китһәм ине ҡәбер ҡуйынына.

* * *

Сәхрәләргә сығып йөрөһәм дә,

Баҫылманы йөрәгем ялҡыны.

Күп йәшәтмәҫ мине был ялҡындар,

Баҫыр әле ҡәберем һалҡыны.

* * *

Ҡарсыға ла, ай-һай, аҫыл ҡошҡай

Тиҙ бөтөрә үҙенең дошманын.

Ҡарсығалай үткер ҡош булһам да,

Күрмәй булмай Хоҙай ҡушҡанын.

* * *

Ағиҙелкәй буйы, ай, тал микән,

Төшөр еркәйҙәре һаҙ микән?

Моңая ла башым, ай, һыҙлана,

Әллә ғүмерҙәрем аҙ микән?

* * *

Күп нужалар күрҙе ғәзиз башым,

Һуғыш ҡыры, дошман ерендә.

Мәңге бөтмәҫ ағыу һалды улар,

Тамыр йәйҙе минең йөрәгемдә.

* * *

Һандуғастар тауышын тыңлар өсөн

Шайтан буйҡайҙарын буйланым.

Был һыҙланыу, әрнеү йөрәгемдә

Йәшләй килмәҫ, тиеп уйланым.

* * *

Йөрәгемде һағыныу хисе менән

Һауығыу уйы һаман алғандар.

Дәртле хыял менән төрлө хыял

Бөтәһе лә бергә яналар.

 

* * *

Минең һауығыу уйы бушҡа ғына

Йөрәгемдә дәртле яналар.

Ләкин улар, бөтмәҫ ҡайғы һалып,

Йөрәгемдә урын алғандар.

* * *

Аһ, хәсрәт, ауырыу менән минән,

Йөрәгемдән мәңге сыҡмаҫһың.

Йөрәгемде өҙҙөң тураҡламай,

Ер ҡуйынына тыҡмай тынмаҫһың.

* * *

Ҡара урмандарҙы сыҡҡан саҡта,

Ял итмәнем ултырып, арығас.

Бер йырлайым әрнеп, бер илайым,

Әрнеү-һыҙлауҙарға тарығас.

* * *

Хуш, Ялсыҡайымдың урамдары,

Ҡаршы тауҙар, хәтфә урмандар.

Матур туғайыңда аунап үҫтем,

Бәлки, һеҙҙе мәңге күр(ә)алмам.

* * *

Төрлө моңло, матур ҡоштар һайрай,

Шайтан буйҙарында, тирәктә.

Был һыҙланыу, нужа, ҡайғы-хәсрәт

Мәңге бөтмәҫ минең йөрәктә.

* * *

 Хәтфә туғайыңда, урманыңда

Шатлыҡ менән үтте йәшлегем.

Өҙөлөп һағынам матур йәшлегемде,

Күҙем тула ҡанлы йәш менән».

 

Миңлегөл Хисамова,

 мәғариф ветераны, шағирә.

Автор:
Читайте нас