Әсәйем, Шәкүрова (Шафиҡова) Хәбирә Минеғәзиз ҡыҙы, 1917 йылда Ауырғазы районы Сәлих ауылында тыуып үҫкән. Октябрь революцияһы менән йәштәш. Әйтергә кәрәк, билдәле шағир Ғәзим Шафиҡовтың ике туған апаһы була. Ауыл башланғыс мәктәбен тамалағас, атаһы уны ат менән 100-ҙән артыҡ саҡрымлыҡта ятҡан Ишембай районындағы данлыҡлы Маҡар мәктәбенә уҡырға илтә. Бәләкәй генә 5-се класс уҡыусыһы сит-ят ерҙә, кешелә тороп, уҡып алып китә. Атаһы уны йылына ике тапҡыр ғына өйөнә алып ҡайта: ҡышҡы һәм йәйге каникулдарҙа. Яҡшы итеп уҡып, Стәрлетамаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләү институтына уҡырға инә. Мейес яғып, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. «Матрас та юҡ, күп итеп һалам килтереп түгәләр ҙә, шуны кәпрәнгә тултырып алып керә инек», – тип һөйләгәйне. Был уҡыу йортон уңышлы ғына тамамлағас, уны Стәрлетамаҡ районы Айыусы мәктәбенә математика, физика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Беҙҙең ғаилә альбомында Айыусы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән төшкән бер матур фото бар. Фотоны ҡараған саҡта әсәйем: «Быларҙың күбеһе һуғышта ятып ҡалғандарҙыр инде», - тип ауыр һулай ине. Айыусыла бер-нисә йыл эшләгәндән һуң, ул тыуған яғы – Ауырғазыға ҡайтырға ҡарар итә, һәм уны Төрөмбәт ете йыллыҡ мәктәбенә ебәрәләр. Һәм ошонда эшләгән сағында һуғыш башлана – Бөйөк Ватан һуғышы. Һуғыш, һуғыш! Ниндәй ҡот осҡос һүҙ. Ул һүҙҙе хатта әйтеүе лә ҡурҡыныс. Үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәкте тойомлау мөмкин түгел. Үткән тормошто, тарихыбыҙҙы өйрәнеп, бөгөнгөнө баһалай белергә тейешбеҙ. Бына мин шуның өсөн дә ҡулыма ҡәләм алдым. Һуғыш осорондағы кешеләр – һәр береһе үҙе бер тарих.
Мин әсәйемдән һәм атайымдан үткән тормоштарын йыш ҡына һорашырға яраттым. Атайым Зәйнулла Әхмәтзакир улы Шәкүров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1940 йылда Армия сафына алынып, бөтә һуғыш мәхшәрен үтеп, 1946 йылда ғына яраланып ҡайтып инә.
Бер ваҡыт әсәйем үҙенең үткәндәрен һөйләргә булғас, хәсрәтле, ауыр ҡараштарын алыҫҡа төбәп, бер аҙ тын алып торғас, йыйырсыҡлы ҡулдары менән үҙенең миҙалдарын ипләп кенә һыйпап, һөйләп алып китте. Миҙалдарының икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тылда фиҙаҡар хеҙмәте өсөн СССР-ҙың Юғары Советы тарафынан тапшырылған, ә ҡалғандары юбилей миҙалдары.
– Һуғыш башланыуын ҡайҙа, нисек ишеттең, әсәй, - тип һорағас, ул миңә ошоларҙы һөйләгәйне.
«1941 йылдың йәйге июнь айының йылы бер матур көнө ине. Көн асылып, ҡояш сыҡҡан. Төрөмбәт ауылында уҡытып, йәйге отпускаға атай-әсәйемдәргә ҡайтҡайным. Шул ваҡыт райондан вәкил килеп, ауыл халҡын сходҡа йыя башланы. Унда атайым менән мин дә барҙым. Ул кеше һуғыш башланыу хәбәрен алып килгәйне. Эйй, бөтә кеше аптырашта ҡалды. Ялан тулы иген ята, ир-аттарҙы мобилизовать итә башланылар. Аптырап, уҡытҡан еремә киттем. Унда ла шул хәл. Бер ҡайҙа ла тороп булмай.
Өлкән йәштәге Ильясов Мөхәррәм ағайҙы трудармияға алдылар ҙа, уның урынына мине мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Ҡыйын булһа ла алдым инде. Аслыҡ, яланғаслыҡ китте, ауыр ғаиләләр күбәйҙе. Уҡытыусылар һәм олораҡ балалар менән 7-8 километр алыҫлыҡҡа утынға йөрөйбөҙ, киҫәбеҙ һәм мәктәпте йылытабыҙ. Өйҙәр һалҡын, күп балалар мәктәпкә йылынырға килә ине. Таубаҙындағы (Толбазыны әсәйем шулай әйтә торғайны) һөт комбинатынан эремсек һыуы менән май һыуын алып ҡайтып, исемлек менән уҡыусыларға эсерә инек. Йөҙҙәре һары, һаулыҡтары ҡаҡшаған балаларға шул ярҙам итте.
Йәйен уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа колхозда эшләйбеҙ, отпускы юҡ, эшләгәнгә түләү ҙә юҡ. Утау утайбыҙ, игенде молотилкала эшкәртәбеҙ. Бөтә игенде фронт өсөн тип, йыйып алып торҙолар. Көнө буйы ырҙын табағында эшләйбеҙ, төшкөлөккә шунда һыуға ыумас һалып, өйрә бешерәләр ине. Кемдең ҡатығы бар, ҡатыҡ һалып ашай, юғыныҡы – юҡ.
1944 йылда, бер аяғын юғалтып, фронтовик Самат Назаров ҡайтып төштө, һәм уны мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар, ә мине, шул райондың Мораҙым мәктәбенә директор вазифаһын биреп, күсерҙеләр. Мәктәп ете йыллыҡ ине, аты ла бар ине. Килдин Әмирхан, Мурзабаева Мәүлетбикә, Аҡбикәләр (фамилияһын оноттом) менән бергә эшләнек. Колхоздан ике гектар ер алып, тары сәстек, шуның ярты гектарына мәктәп аты өсөн һоло сәстек. Шул тарыны мәктәп уҡыусылары менән утайбыҙ. Тары шәп үҫте, уңды, колхоз урып-һуғып бирҙе. Шуны килелә төйөп, ярма яһап, уҡыусыларға бутҡа бешереп, эҫе сәй биреп, ашата инек. Аслы-туҡлы балаларҙы шулай дәртләндереп уҡыттыҡ.
Һаламын нимә эшләтергә икән тибеҙ. Уҡыусым Фәнүзә Нәҙершинаның атаһы бер-ике угеҙ быҙауы алып бирһәң, үҙем ҡарар инем, тине. Ул мәктәп атын да ҡарай ине, бесәнен дә үҙе әҙерләне. Шул артып ҡалған тары һаламына алыштырып, ике үгеҙ быҙауы алдыҡ.
Аҙаҡ Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ҙур ғалимә, профессор булып китте. Күп йылдар үткәс, килеп миңә үҙенең бер китабын бүләк итеп китте.
Йәйен мәктәпкә утынды, бик алыҫ урманға барып, ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп әҙерләй инек.
Ауылда радио юҡ, уҡытыусылар менән агитация эшен алып барҙыҡ, яңылыҡтарҙы еткерҙек. Ҡыш көндәрендә өйҙәрҙе бүлешеп алып, уҡыусылар менән барып, өйҙәрендә концерт ҡуя инек. Хэҙер шуларҙы һөйләһәң, бер кем ышанмаҫ. Уҡый-яҙа белмәгән кешеләргә хаттарын уҡып, яуап яҙып бирҙек. Мин үҙемә күрә ғәрәп хәрефтәрен һәм латинды етеҙ уҡый инем һәм яуап хаттары яҙҙым. Ул ваҡытта күпселек хаттар ғәрәп менән латинса килде. Фронтҡа посылкалар оҙатыу ҙа беҙҙең өҫтә булды. Кемдең нимә ҡулынан килә, барыһын да эшләнек: бейәләйҙәр, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләнек, картуф киптерҙек һ.б. Йыйылып бөткәс, мин уларҙы район үҙәгенә алып барып, һала торғайным. Хәҙерге һымаҡ өйҙәрҙә уттар ялт итеп тормай ине, оҙон ҡыштарҙа шул кәрәсин лампаһында йөн иләнек, бәйләм бәйләнек. Ҡыҫҡаһы, эшләмәгән эш ҡалманы.
Ул йылдарҙа эвакуированныйҙарға ла бик күп ярҙам күрһәттем. Төрөмбәткә Гохштейн тигән ҡатын килде. Миңә килтереп киттеләр ҙә, нимә эшләтергә лә белмәйем, үҙем дә йәш кенә бит инде. Аслыҡтан теләһә-нәмә ашап, ҡорһағы күпкәйне, сапан кеүек иҫке ҡара шинель кейгән, күптәнән йыуынмаған. Ашарына бер нәмәһе лә юҡ. Аптырағас, күрше генә торған үҙемдең Сәлих ауылына барып, колхоздан бер 20 килограмдай бойҙай яҙҙырып алып ҡайттым. Бер ҡараһам, теге бойҙайҙы, кеҫәһенә һалып, тереләй ашап йөрөй. Шунан тарттырып он итеп бирҙек. Аҡсаһы булыр тип, мәктәпкә немец теле уҡытырға алдым. Үҙе бик грамоталы ҡатын ине. Бер аҙ эшләгәс, өҫтөнә алып кейеп, тамағы туйып, бөтәйеп алды, матурланып китте. Һуғыш бөткәс, Толбазыға уҡытырға алдылар. Ә үҙенең профессияһы инженер булған.
Ә Морҙымда саҡта Ленинградтан Лаунштейн Эльза Вильмаровнаны килтерҙеләр. Уға ла бик ныҡ ярҙам иттем. Бына шулай, Еңеү өсөн тип бик тырышып эшләнек, һәр төрлө ауыр ситуацияларҙан сығырға өйрәндек. Эйй, балаҡайҙар, беҙ күргәнде барыһын да һөйләп бөтөрлөк түгел. Өйҙәргә похоронкалар килгәндә ифрат та ауыр була ине.
Үҙемдең ҡарауһыҙ ҡалған 4 бәләкәй туғандарыма ла бик ныҡ ярҙам кәрәк ине. Атайымды, оло йәштә булғас, трудармияға алдылар. Унда ла аслыҡ, кешеләр күпләп үләләр. Мин атайыма зарплатамдың бер өлөшөн ебәреп торҙом. Ҡулы оҫта булғас, бәләкәй генә ҡул тирмәне эшләп алған һәм сабынырға шунда мунса эшләгән. Шулай итеп ул да иҫән ҡайтып төштө. Һаулығы бик ҡаҡшағайны инде, ғүмеренең һуңғы йылдарында аяҡтары йөрөмәне. 1914 йылдағы Империалистик һуғышта ҡатнашып, пленда булып ҡайтҡайны.
Бик оҙаҡҡа һуҙылған был һуғышта халыҡ ауыр тормош кисерҙе. Һуғышта ғына түгел тылда ла ауырып, һалҡын тигеҙеп, ағыулы башаҡ ашап үлеүселәр күп булды., ҡәбер ҡаҙырға ла кеше етмәне. Балалар ололар менән бер рәттән, һыйыр егеп, ер һөрҙөләр, баҫыуҙан серек бәрәңге эҙләнеләр, яҙын аяҡ ҡара ергә баҫыу менән, урман-туғай ҡыҙҙырып ашай торған үлән йыйҙылар.
Шулай итеп, еңеү ҙә яҡынлашты. Кем иң беренсе еңеү хәбәрен алып килер икән, тип көтәбеҙ. Беҙ дәрестә инек. Ауыл советына райондан вәкил килеп, әйтеп киткән. Ышанып та булмай. Линейка яһаныҡ. Скрипка, гармун, мандолиналарҙы алдыҡ та клубҡа киттек. Бөтә ауыл халҡы йыйылды. Мин үҙем мандолинала уйнай инем. Шунда эй бейештек, эй бейенек, шатлыҡтың иге-сиге юҡ ине. Шатлыҡтан иланыҡ та, көлдөк тә, йырланыҡ та».
Ошо урында әсәйемдең хәтирәләрен тамалайым.
Был инәйҙәргә – погонһыҙ һалдаттарға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ә һәйкәлдәр, хәтирәләр тереләр өсөн. Улар киләсәк быуынға Ер йөҙөндә тыныслыҡтың нисек яуланғанын, яугирҙәрҙең батырлығы хаҡында мәңге иҫкәртеп торһон.Ҡабат бер ҡасан да һуғыш булмаһын! Күҙ йәштәре түгелмәһен!
*Таубаҙы – Толбазы. Унда тау ҡыуышлыҡтары, мәмерйәләр күп булғанға Таубаҙы тип йөрөткәндәр.
Әсәйемдең һуңғы йылдары Әлшәй районы Ҡармыш ауылында үтте. Атайым менән 5 балаға ғүмер биреп, дүртәүһен иҫән-һау үҫтеҙеләр. Барыһына ла юғары белем бирҙеләр. Мәктәптә күп йылдар директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булды, математика уҡытты. Эш стажы 41 йыл да 7 ай. Көслө уҡытыусы һәм методист булды әсәйем.
Яҙҙы: Аҙнағолова – Шәкүрова Люциә Зәйнулла ҡыҙы. Башҡортостан республикаһының Мәғариф алдынғыһы. Әлшәй районы, Ҡармыш ауылы.