-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Октябрь 2025, 15:06

Бәйгегә. Еңеүгә 80 йыл. Сонтор бала саҡ

Юлдыбай мәктәбендә сығарылыш уҡыусыларының аттестат алыу кисәһе бара. Алтынсы синыфты тамамлаған Кинйәбулат менән һабаҡташ дуҫы, Һынташ ауылы малайы Абдулланы ҡыҙыҡһыныу 22 июндә мәктәп тупһаһына алып килә. Ишек төбөндә ҡолаҡтарына бер хәбәр салына.

Бәйгегә. Еңеүгә 80 йыл. Сонтор бала саҡ
Бәйгегә. Еңеүгә 80 йыл. Сонтор бала саҡ

– Илгә яу менән ингәндәр, – тип ишетелер-ишетелмәҫ кенә һөйләшә уҡытыусылар.

– Балаларға әйтмәй торайыҡ, байрамдарын боҙмайыҡ, – ти икенсеһе.

Был хәбәрҙән малайҙар шаҡ ҡата.

Мобилизация башлана. Кисәге уҡыусылар ҙа хәрби хеҙмәткә алына. «Йә Хоҙай, һаҡла!» – тигән ялбарыуҙар, илауҙар... Етемһерәп ҡала ил.

Тәрән уйға батҡан Кинйәбулат бер көндө әсәһенә әйтеп һала:

– Атайым тере булһа, уны хәрби хеҙмәткә саҡырырҙар инеме, әсәй?

– Бөтә илебеҙ дошманға ҡаршы күтәрелгәндә инде. Ғөмәр ауылы – Бүкәттән Ҡотлоғәфәр Бүкәнов Герман һәм Граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан. Үҙебеҙҙең урамдан ғына ла ана күпме ир-ат һуғышҡа оҙатылды: Айытҡоловтарҙан – Әхмәҙулла, Әхмәтзыя, Хәйбулла, Рәхимйән; Амантаевтарҙан бигерәк күптәр: Бәғәҙәт, Баймырҙа, Исмәғил, Йосоп, Мәһәҙей, Рамаҙан, Фәхретдин, Имаметдин, Хөсәйен, Хәлиулла. Ҡоҙашевтарҙан да бар – Ғилман улы Камил... – тип теҙә Ғәфифә.

Ир-аттарҙы яу ҡырына оҙатып, тыл «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән саҡырыу менән эш башлай.

Матрай (Йылайыр) районы «Һаҡмар» колхозында ирҙәр урынына ҡатын-ҡыҙҙар менән үҫмерҙәр ҡала. Ҡышын-йәйен колхоз ҡырҙарында, фермаларҙа ал-ял белмәй бил бөгә улар. Һуғыш бала саҡтарын урлап, аяуһыҙ ауыр тормошҡа дусар итеп, иртә ололар рәтенә баҫтыра.

Яланда бесәнселәр өсөн торлаҡ-ҡыуыштар ҡорола. Бала-саға бесәнгә төшә. Кинйәбулат менән Абдулла ла төндәрен һыҙланып ята: ҡул салғыһы ус эстәрен ҡабартҡан, беләк-яурындары һыҙлай, тамаҡтары ас. 

– Эх, әсәм: «Мә, балам, ошо ҡатыҡты һемереп ал әле», – тип йоҡлар алдынан һыйлай ине, – тип көрһөнә Кинйәбулат.

– Ә миңә әсәй бер телем сөсө икмәк менән көрөшкәләп һөт бирер ине, – ти дуҫы.

– Ярай, Абдулла, ҡатығын да, һөтөн дә эсербеҙ, бригадир ағай: «Бер кәбәнлек бесән күбәләгән бригадаға ял бирермен ауылда мунса инеп килергә», – тигәйне. Егерме күбәбеҙ әҙер, тағы ла унды тырыштырһаҡ,   ҡыҙҙарға ла аңғартайыҡ, – тине Абдулла.

Балалар, планды артығы менән үтәп, арбаға тейәлеп, йырлай-йырлай ауылға ҡайта. Ҡыуанышып ҡайтһалар ҙа, ҡайғырып, илашып киләләр. Һандуғас менән Дәүләтбикә Айытҡоловаларҙың ун һигеҙ йәшлек кенә Рәхимйән ағайҙары һуғышта һәләк булған.

Бригадир ағай таң һарыһынан үҫмер бесәнселәрҙе уята. Ҡарт ҡайынға эленгән ялпаҡ тимергә туҡмаҡ менән һуға. Яман тауыш урман буйлап оса. Бер төн малайҙар шул тимерҙе йәшерә бит әй – оҙағыраҡ йоҡлайҙар. Уята алмаған бригадир балаларҙы боттарынан һөйрәп сығарып теҙеп баҫтыра ҡыуыш алдына.

 

Гөлшат Зөлҡәрнәева.

Йылайыр районы.

Бәйгегә. Еңеүгә 80 йыл. Сонтор бала саҡ
Бәйгегә. Еңеүгә 80 йыл. Сонтор бала саҡ
Автор:
Читайте нас