Һылыу Әхмәт ҡыҙы Әхмәтова (1918 — 2002) легендар башҡорт генералы, Рәсәй Геройы М. Шайморатов ҡулы аҫтында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан.
Һылыу Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫә. 1936 йылда медицина техникумын тамамлағас, Йыланлы ауылында эшләй. Егерме йәшендә генә Ҡыйғы һайлау округынан 1-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, депутатлыҡ мөҙҙәте 1947 йылға тиклем оҙайтыла. 1939 йылдың мартында уны аҡ финдарға ҡаршы Ҡыҙыл Армия сафына фельдшер булараҡ саҡыралар. Һылыу 170-се уҡсылар дивизияһының 154-се медицина батальонында хеҙмәт итә. 1940 йылдың майында демобилизациялана, сентябрҙә медицина институтында уҡый башлай. 1-се курсты тамамлағас, бөтә студенттар кеүек үк, каникулда рәхәтләнеп ял итергә әҙерләнеп йөрөй. Әммә 1941 йылдың 23 июнендә, һуғыш башланғандың икенсе көнөндә үк, повестка ала һәм шунда уҡ Өфөлә 1741-се эвакогоспиталдә хәрби хеҙмәтен башлай. Декабрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булдырылыуын белеп ҡала ла шунда күсереүҙәрен һорай. 1942 йылдың яҙында фронтҡа китә, Сталинградтан Варшаваға һәм Берлинғаса шанлы, данлы юл үтә.
Һылыу Әхмәтова санитарка була, операцияларҙа ярҙам итә. Хәрби табиптарға, санитаркаларға йыш ҡына артиллерия уты аҫтында эшләргә тура килгәнен хәтерләр була ул. Бер ваҡиға айырыуса күңеленә уйылып ҡалған. Краснодар эргәһендә ауыр алыш бара. Дивизия байтаҡ алға китә. Операция бүлмәһе мәктәп бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан. Ҡояштың тәүге нурҙары менән эшкә тотонғандар. Йылы, аяҙ көҙгө көн. Ҡапыл баш осонда геүләү ишетелә, самолеттар оса, йәҙрәләр шартлай башлай. Немец мотоколоннаһы ҡамауҙан ысҡынып, һуғыша-һуғыша ауыл аша барғаны асыҡлана. Уларҙы һауанан самолеттар оҙата. Барлыҡ медперсонал да, ҡулына ҡорал тота алған яралылар ҙа оборонаға ташлана. Һылыу Малевич исемле табип менән ауыр яралылар янында ҡала. Шартлауҙарҙан бина һелкенеп тора, тәҙрәләр аша мина ярсыҡтары оса, пулялар һыҙғыра. Яралылар, табиптарҙың халатына йәбешеп, үҙҙәрен ташламауҙарын, сигенергә тура килһә, уларҙы атып китеүҙәрен үтенә. «Фашист эттәре ҡулынан үлгәнсе, үҙебеҙҙекеләр юҡ итһен беҙҙе», – ти улар. Ике медик берсә яралыларҙы ҡарарға һәм тынысландырырға, берсә янғын һүндерергә йүгерә. Дошман яҡын ғына, уларҙың командалары, ҡысҡырған, һөйләшкән тауыштары ишетелә. Әммә беҙҙең яугирҙәр уларға алға ынтылырға бирмәй, юҡ итә. Госпиталде һаҡлаусы медицина хеҙмәткәрҙәре менән яралылар ҡайтҡас, тәртип урынлаштырып, эште дауам итәләр. Кискә штабтан нарочный – сапҡын һалдат килә, госпиталдә барыһы ла һәләк булған, тип уйлағандар...
Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова – фронт хирургы, медицина хеҙмәте капитаны. Благовар районы Иҫке Һынны ауылында буй еткергән ҡыҙыҡай медицина техникумын, артабан институтын тамамлай. Һуғыш башланғас та уны Мәскәүҙе обороналаған артиллерия полкына, артабан Волхов фронтына ебәрәләр.
Фәриҙәгә лә, хеҙмәттәштәренә лә яу уты аҫтында күп тапҡыр эшләргә тура килә. Шундай көндәрҙең береһен ғүмерлеккә иҫтә ҡалдыра ул. Эште таңғы сәғәт дүрттә башлайҙар, киске сәғәт алтыға тиклем алтмыш операция эшләп өлгөрәләр. Ҡайһыһын ун минутта башҡарып сығалар, икенселәре сәғәткә һуҙыла. Иртәнән алып атакалар туҡтамай, яралылар килә лә килә. Ҡапыл операция бүлмәһе һикереп киткәндәй була. Медсанбат командиры йүгереп инә лә: «Беҙ хәүеф аҫтында. Медсанбат
эвакуациялана. Тиҙ генә йыйыны-ғыҙ!» – тип ҡысҡыра. Фәриҙә боролоп та ҡарамай. Эшен туҡтатмай, сөнки һалдаттың ғүмере ҡыл өҫтөндә. Палатка бушай, уның янында шәфҡәт туташы ғына ҡала. Шартлауҙан палатка тағы һелкенеп китә, ут һүнә, әммә был да тал-сыбыҡтай нескә, тышҡы ҡиәфәте менән мәктәп уҡыусыһын хәтер-ләткән табип ҡыҙҙы туҡтатмай. Лампаның тоноҡ ҡына яҡтыһы аҫтында операция тамамлана...
Бер саҡ күп ҡан юғалтҡан йәш һалдатты килтерәләр. Хәле хөртәйгәндән-хөртәйә, ҡул аҫтында кәрәкле төркөм ҡаны юҡ. Күп уйлап тормай, Фәриҙә менән шәфҡәт туташы үҙ ҡанын бирә. Шулай йәш һалдаттың ғүмере һаҡлап ҡалына. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән бындай хәлдәр йыш була.
Һуғыштан һуң Фәриҙәне Герма-нияға, тотҡондан азат ителгән һәм репатриацияланған совет граждандары өсөн госпиталгә эшкә ебәрәләр. Капитан Усманова операциялар эшләп кенә ҡалмай, тыуған иле тураһында лекциялар ҙа уҡый. Хәрби хеҙмәте өсөн Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡас та, фиҙаҡәр хеҙмәтен дауам итә ул. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң 1-се ҡала дауаханаһы хирургия бүлеген етәк-ләй. Депутат итеп һайлана. 1983 йылдың 21 майында вафат була һәм Мосолман зыяратында ерләнә.
Эйе, геройҙар онотолмай. Совет йылдарында йәш эҙәрмәндәр байтаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатна-шыусының исемен аса. Резеки ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеүсе пионерҙары йәш башҡорт ҡыҙы Майпәрүәз Шәйбәк ҡыҙы Саҡаева-ның ҡәберен таба. Бүздәк районы Табайлыкүл ауылы ҡыҙы 1944 йылдың июлендә, егерме генә йәшендә, ошо ҡаланы азат иткәндә һәләк була.
Ҡаһарманлығы өсөн Майпәрүәз Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ²² дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Майпәрүәз һуғышҡа 1942 йылда Башҡортостандан үҙ теләге менән киткән ҡыҙҙар эшелоны составында бара. Ул 154-се диңгеҙ бригадаһына санинструктор итеп тәғәйенләнә, Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән билдәләнгән. Хәстәрлекле ҡулдары менән күп моряктарҙы ҡотҡара, кеше итә ул. 1943 йылда диңгеҙ пехотаһының ике бригадаһынан 119-сы уҡсылар дивизияһы булдыралар. Әүҙемлеге, эштән ҡурҡмауы өсөн Майпәрүәзде полкташтары шаяртып «непромокаемая» тип йөрөтә. Утта янмай, һыуҙа батмай, тиер ине улар, әгәр башҡортса белһә. Яралыларҙы ҡотҡарыу менән бергә, ул ҡулына автомат тотоп, дошман атакаһын ҡайтарыуҙа ла ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана ул. Иңенә санитар сумкаһы аҫып, ҡулына автомат тотоп, ҡыйыу ҡыҙ атакаға күтәрелеүселәр менән алда бара. Комбат һәләк булғас, һалдаттар юғалып ҡала. Командир төшөрөп ебәргән байраҡты күтәреп ала ла һалдаттарҙы атакаға күтәрә ҡыйыу һылыу. Госпиталгә лә барып етмәй, ҡыҙ һәләк була. Был ҡаһарманлығы өсөн Майпәрүәз үлгәндән һуң ²² дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Майпәрүәз Резеки ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Латвия пионерҙары оҙаҡ йылдар уның ҡәберен тәрбиәләй. Тыуған ерендә лә уны хәтерләйҙәр. Бүздәк ауылының бер урамы Майпәрүәз Саҡаева исемен йөрөтә. 2-се мәктәптә ҡаһарман яҡташтары хаҡында мөйөш булдырылған.
Бөгөнгө көндә лә замана табиптары, шәфҡәт туташтары, махсус хәрби операцияға барып, Ватаныбыҙ һаҡсыларына тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Героизм быуын-дан-быуынға күсә килә, тимәк. Һигеҙ тиҫтә йыл элек халҡыбыҙ нисек изге ниәттә булһа, бөгөн дә шулай, барыһы ла тарих биттәренә яҙыла бара.
Лена СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре докторы.