– Хәбибъямал еңгәйем мунса яҡты. Шунан ағайым менән мине мунсаға алып барҙы ла, ултырып тороғоҙ, хәҙер киләм, бер нәмәмде онотоп ҡалдыр-ғанмын, тип ҡайтып китте.
Шул саҡ мунсаға милиция килеп инде. Ләүкә аҫтын, мейес эсен ҡараны ла сығып китте. Мин «бапаҡ» тип ҡурҡтым. Шунан, атайымды, Нуритдин, Исмәғил ағайҙарымды, тағы ла күптәрҙе алып киттеләр. Ауылда «төрөмшик» балалары тип үсекләнеләр. Таш ташлайҙар, ишекте саҡ ябып өлгөрәбеҙ. Бер-ике сәғәт үтәме, кире уйнап алып китәбеҙ. Маһираның «етем башмаҡ» тиеүе бигерәк тә үҙәгемә үтә торғайны. Бер ваҡыт әсәйем өйрәткәндер инде. Үҙҙәренә таҡмаҡ йырлай башланым:
«Леү-леү-леү сатин
Күлмәгең көрән сатин.
Киләһе йыл да һуғыш булһа,
Һин дә ҡалырһың етем».
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында барсаһының да көнкүрештәре бер иш була. Ҡыш – аслыҡ, ә яҙ етеү менән үлән иң танһыҡ ризыҡҡа әүерелә. Бер табаҡ ҡатыҡҡа ете төрлө йыуаны турап һалып, бутҡа итеп ашайҙар. Йәйен ҡыҙҙар менән емеш-еләк йыйып, уны тауҙар аша үтеп, Баймаҡ баҙарына алып барып һаталар. Ун өс йәшендә, көҙгө уңышты ат менән ташыған саҡта, малҡай нимәнәндер өркөп, Гөлйыһан инәй ҡолай һәм ярһыған мал күпмелер саҡрым һөйрәтеп барғанда, Ғәле ауылы кешеләре туҡтатып, ҡотҡарып алып ҡала.
Тағы бер хәтирәһе менән бүлеште инәй. Ҙур ауырлыҡ менән ҡышты сыҡҡас, баҫыуҙа ҡалған башаҡтарҙы йыйып йөрөгән саҡта, келәт мөдире Ваһап Ҡарасов тигән бабай балаларҙың ҡулынан йыйған тамаҡтарын тартып ала. Аслыҡтан шул хәтлем йонсоғанға күрә, был хәлдән һуң илай яҙалар. Әммә урынына яҡшыһын биргәс, шатлыҡтарының иге-сиге булмай. Ҡышлап сыҡҡан башаҡтар йыш ҡына киҫәү менән эшкәртелгән булған. Күптәр бынан һуң шешенеп үлгән. Икенсе класты тырышып, гел «бишле»гә генә тамамлаған баланы тағы ла дүрт ҡыҙ менән бергә колхоз быҙауҙарын көтөргә, һарыҡ бәрәстәрен имеҙергә эшкә ҡушалар. Бер ваҡыт ҡыҙҙарҙың өсәүһе ауырып китә. Бригадир кескәй Гөлйыһанға сирләгән малдарҙы өйгә алып ҡайтып ҡарарға бойора. Был хәлдән һүң, үҙҙәренең һыйырҙары ла ауырып үлә. Мәкерле сир Гөлйыһанға ла йоға. Ҡыҙҙар йәйәүләп ҡалаға дауа-ханаға йөрөй башлай. Баймаҡҡа юл бик йыраҡ, шуғалыр инде башҡалар көн һайын улайтып йөрөүҙе туҡтата. Гөлйыһан инәй иһә, ни хәтлем генә ауыр булһа ла, көн дә барып кәрәкле дауаһын ала. Уның тәьҫире сәғәт ярымдан башланғансы бер тауға менеп хәл алырға тырыша. Ана шул ныҡышмалылығы арҡаһында, башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы, иҫән ҡала. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙ һәнәк менән эшләгәндә ул бер үҙе малайҙар менән атта күбә тарттыра. Төшкө ашҡа ҡайтҡан саҡта ярышып ҡайтыуҙарын ғорурланып иҫләй. Урман ҡырҡыу эшенән дә ситтә ҡалмай. Бының өсөн һәр ғаиләнән берәүҙе йәлеп иткәндәр. Һалдаткалар ағас ҡырҡһа, үҫмер балалар ботаҡтарын тунай. Ағастарҙы ҡолатҡан саҡта йәш Гөлйыһан, башын түбән эйеп, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡасыр булған. Ауып килгән ағасты үҙе өҫтөнә ҡолай, тип ҡурҡҡан. Кистәрен иһә, ялан аяҡ Сөләймән Ҡарасов ағаларының гармунына бейергә ашыға...
1953 йылда Байыш ауылының бынамын тигән егете Ғәниулла Ғиниәтулла улы Хәбирйәновҡа тормошка сыға. Ҡәйнә йортонда һигеҙ ай йәшәгәндән һуң, йәмәғәтен «Йылайыр» совхозының хәҙерге Урғаҙа ауылына элемтәсе итеп эшкә алалар. Яйлап үҙ йорттарын төҙөп, йәш ғаилә матур итеп йәшәп алып китә. Оҫта баҡсасы булараҡ, Ғәниулла олатайҙы баҡсаһында ағастарҙың, емеш-еләк, йәшелсәләрҙең ниндәйе генә булмай. Хәләле менән ете балаға ғүмер бүләк итеп, икәүһен эйәле-башлы иткәс, ҡартатай ҙа булып өлгәрмәйенсә, Бөйөк Ватан һуғышында разведчик, Иранда радист булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан батыр тыныс тормошта, эш урынында фажиғәле вафат була. Ҡалған биш балаһын уҡытып бөтөрөп, үҙ аллы тормошҡа сығарыу ҡырҡ алты йәшлек Гөлйыһандың ҡаҡса иңдәренә төшә. Коммуналь хеҙмәт өлкәһендә, иген, техника келәтендә лә эшләй ул. Әммә бер ҡасан да ауырлыҡтан ҡурҡмай, үҙ-үҙен йәлләмәй, бар оҫталығын һалып, тырышып донъя көтә. Балалары яҡшы уҡып, инженер, акушер-табип, иҡтисадсы, биолог, электрик кеүек һөнәрҙәргә эйә булып, һәр кем матур итеп үҙ ояһын ҡора.
Разалия Теүәлбаева,
Сибай ҡалаһы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының
ғилми хеҙмәткәре.