-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Май 2025, 16:34

Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...Миңлегөл Хисамова

...Эй, атай, атайым! Бала сағымдан атайлы әхирәттәремдән көнләштем. Юҡ, тормошобоҙ насар булғандан түгел, һис юҡ, әсәйебеҙ беҙҙе кәм-хур итеп үҫтермәне, киреһенсә, башҡалар кеймәгәнде кейеп, аталы балалар уҡымаған китаптарҙы уҡып (әсәйем күп уҡыуыбыҙға ҡаршы төшмәне, шуға аҡсаны ла китапҡа күп тотондоҡ) үҫтек. Күңелебеҙ китек булһа ла, рухыбыҙ нығынғандыр, тигән уйҙы йәнемдә йылытам.

Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...Миңлегөл Хисамова
Күңел һағышын баҫырлыҡ та түгел...Миңлегөл Хисамова

Һуғыштың ысын йөҙөн, ул килтергән афәттәр менән күҙгә-күҙ осрашҡан кеше түгелмен, мин дә, күп тиҫтерҙәрем кеүек, һуғыштан һуң тыуған бала, әммә бәләкәй сағымда һуғыш эҙемтәләре ҡалдырған аслыҡты күрә биреп, татый биреп ҡалдым. Илленсе йылдарҙа, беҙ үҫкән заманда, минең кеүек балалар, ололар ҙа икмәккә туйына алмай йәшәне, ҡайһы саҡтарҙа өләсәйемдең ҡурмас ҡурып ашатҡаны хәтерҙә ҡалған. Ҡурырға ҡурмасы булһа әле... Уныһы ла бик аҙ ине шул, кемгә генә еткәндер, белмәйем... Ә инде кемделер һиҙеп ҡалһалар, бер кеҫә бойҙай йә арыш өсөн төрмәлә башын сереткәндәр бит ас халыҡтың...

Ана шундай этлектәр менән донъя көтә кешеләр, социализм төҙөй, үҙ идеалдарына тоғро ҡалып йәшәй...

...Йәшем бәләкәй булыу сәбәпле (миңә ни бары дүрт кенә йәш ине атайым иҫән саҡта), атайымдың йөҙөн ныҡлап хәтерләмәйем дә, ә ҡулына тальян гармунын алып уйнап ултырғаны әле лә күҙ алдында тора. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт  кеше күп була торғайны, беҙ өс бала – Зөфәр, Зөһрә, мин – тальяны көйөнә тыпырлатып бейеп йөрөгәнебеҙ иҫтә ҡалған, ә атайым ихласланып гармунында уйнай ҙа уйнай... Нимә генә уйлап ултырҙы икән шул минуттарҙа яугир атайым? Ике йәше лә тулмаған, үҙе яратып Зөһрә тип исем ҡушҡан бәләкәс ҡыҙын ҡыҙғаныпмы, дүрт йәше саҡ тулған оло ҡыҙын –  мине йәлләпме, әллә һуғыштан һуң мандый алмай, һаман ауырыуынан һыҙланып, эсе бошоп, күңелһеҙ уйҙарына бирелеп ултырҙымы икән? Хоҙай ғына белә. Ә бит атайым үлемесле ауырыуға дусар булған. Әлбиттә, дауаланып та ҡараған ул. Өфөләге хәрби госпиталдә лә ятҡан, тик ниңәлер оҙаҡлап дауаланырға әллә түҙеме етмәгән, әллә башҡа төрлө сәбәптәре булған, ауылына ҡасып ҡайтып киткән. Ә ул заманда тейешле дарыуҙар ҙа етешмәгән, шуға күрә һаулығы көндән-көн насарайған, хөртәйгән. Шуға ла яҡты донъя менән егерме ете йәшендә генә хушлашҡан, ике ҡыҙын етем, кәләшен йәрһеҙ итеп, мәңгелеккә күҙен йомған...

 

Алтынсы класта уҡып йөрөгәндә миңә атайымдың латинса хәрефтәр менән яҙылған шиғыр дәфтәре килеп эләкте. Әсәйемдең һаҡлап ҡуйған «секретный» ҡағыҙҙары араһынан алдыммы икән, ҡайҙан табылғандыр ул дәфтәр, бала кешегә ҡыҙыҡ булғандыр, күрәһең, латин хәрефтәрен берәм-бөртөкләп уҡый башлағас ҡына, был яҙмаларҙың атайымдың күҙ нурҙарын түгеп яҙған шиғырҙары икәнен аңланым.

«Шайтан буйҙарында ҡоштар һайрай,

Баҫҡан еркәйҙәре тал микән?

Күп нужалар күрҙе башҡайҙарым,

Алда рәхәт көндәр бар микән?

* * *

Йөрәккәйем ярһый ярһыу аттай,

Гөрләп тора уның ялҡыны.

Ошо ауырыу менән гүргә инһәм,

Баҫыр микән ҡәберем һалҡынын?

 

* * *

Ауыр уйҙар уйлап башым сатнай,

Йәш көнөмдө тиңләп сәскәгә.

Йәш ваҡытым сәскә кеүек үткәс,

Рәхмәт әйтәм атам-әсәмә.

* * *

Атам-әсәм ҡулынан ситкә киткәс,

Ҡайҙа ятып, ниҙәр эсмәнем.

Күп нужалар күреп, хәсрәт эсеп,

Әҙме ерҙәр, һыуҙар кисмәнем.

 

Атай, ҡәҙерле атайым! Һинең алдыңда мин, һинең ҡыҙың, мәңге бурыслы булып ҡалам. Ғүмер биргәнең өсөн, минең кеүек күптәр бәхетле йәшәһен тип Оло Еңеүҙе яулағаның өсөн, баш осомда яуҙарҙа түккән ал ҡаныңа оҡшаш ҡояш ҡалҡҡаны өсөн, яңынан-яңы алһыу таңдар атҡаны өсөн, көн дә иртән тороп күҙҙәрем талғансы зәңгәр күккә ҡарап йәшәй алғаным өсөн, һөйөнөп ошо тынғыһыҙ көндәрҙе көткәнем өсөн, ерҙә атлап йөрөй алғаным өсөн һәм шатлыҡтарға, кешеләр һөйөнөсөнә ҡыуана алғаным өсөн, барыһы-барыһы өсөн дә мин мәңге бурыслы һиңә, атай!

 

Миңлегөл Хисамова,

 мәғариф ветераны, шағирә.

Автор:
Читайте нас