-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 15:10

Бөйөк Ватан һуғышына арналған конкурсҡа

Әнүзә Асҡарованан ике мәҡәлә (“Иҫтә, мәңгегә иҫтә”, “Мәңгелек һәйкәл”) килде. Икеһен дә бер юлы бирәбеҙ

Бөйөк Ватан һуғышына арналған конкурсҡа
Бөйөк Ватан һуғышына арналған конкурсҡа

ИҪТӘ, МӘҢГЕГӘ ИҪТӘ.

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, снайпер олатайым Хажмөхәмәт Мөхәмәтасҡар улы һәм герой- әсә, өләсәйем, тыл ветераны Хөбъямал Шаһиғәле ҡыҙы Йәнгилдиндар һуғыштан һуңғы ауырлыҡты иңгә-иң терәшеп бергә күтәрәләр. Сталинград һуғышында бер ҡулын ҡалдырып, олатайым тере ҡайтҡас, яңы тыныс тормош көтә башлайҙар. Бер-бер артлы балалары донъяға килә, өлкәндәре бәләкәстәрҙе ҡарай, ярҙам итә. Ике ҡыҙы Ғәлиә 1934 йылғы һәм Ғәлимә 1942 йылғы Әүжән урмандарын ҡырҡалар. Ғәлиә апай – трактористка, гусеницалы трактор менән, ағастар һөйрәй. Улдары Хажиәхмәт 1936 йылғы, Рәжәп 1938 йылғы йәштән генә колхоз да, сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә әүҙем ҡатнашып, гөрләп донъя көткәндә, 1952 йылдың 26 ноябрендә иң оло Хажғәле улдары, ҙур өмөттәр бағлаған, уҡымышлы, аҡыллы Темәс педагогия училищеһының өсөнсө курсы студенты, егерме ике йәшлек йәш егет фажиғәле һәләк була. Күп балалы ғаиләгә ун ике һум ғына пенсияға йәшәүе бик ауыр булғандыр инде.

Беҙ - игеҙәктәр Алма һәм Хөрмә 1952 йылдың 2 декабрендә тыуғанбыҙ. Әсәйемдең, яңы ғына баш балаһын юғалтҡан ҡайғыһын күтәреп, игеҙ балаларҙы - физик яҡтан аҡылдарын камил итеп, тыуҙырыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Тик оло йөрәкле, көслө рухлы әсәйем һәм атайым ошо ҡайғыны күтәреп, һағыштарын балаларына баҫып, беҙҙе үҫтергәндәр.Тынғыһыҙ, өлгөр, сабыр, һәр эшкә күңел биреп, емереп эшләгән әсәйем "Ғилмияза" йырын талғын моңло итеп йырлай торғайны. Таһир ауылы ҡыҙы, шул ерҙә тыуған йырҙы, шул тиклем оҫта башҡара ине. Икеһе лә биш намаҙын ҡалдырмай уҡырға тырыштылар. Әсәй беҙҙе бөхтәлеккә, уңғанлыҡҡа, таҙалыҡҡа өйрәтә торғайны. Йомош ҡушһа, һәр ваҡыт "Ярай тип әйтегеҙ, ярайҙың яланы киң", тип өйрәтер ине. Атайым аҡыллы кәңәштәре, шаян һүҙҙәре менән, доғаларын уҡып, ауылды урап сығып, һәр кемгә хәйерле төн теләй, ә иртәнге сәйгә самауыр ҡуйғанда, һыуҙы һәр ғаилә ағзаһына бағышлап, иң аҙаҡ был сүмес "Тәңре килер ҡунаҡҡа",- тип ҡойор ине. Беҙ бәхетле инек.

Йәй көндәрен атайым Ирәндек тауҙары аша йәйәү үткәндә, дарыу үләндәре, хайуандар тураһында һөйләй-һөйләй Әбйәлил тарафтарына бергәләп баҙарға бара инек. Һуғыш яраларынан мандымай, 1962 йылда, 54 йәшендә генә ҡапыл беҙҙең аранан баҡыйлыҡҡа күсте.Шул төн мин төш күрҙем. Имеш, аяҙ, йондоҙло таңды ҡараңғылатып, баш осомдан сылбыр һымаҡ теҙелешеп ап-аҡ ҡаҙҙар ҡайҙалыр бейектә осоп баралар. Уянып китһәм әсәй, Фәриҙә еңгәй тып-тыныс ҡына атайымдың баш осонда торалар. Бәлки уның йәне минең төшөмдәге ҡаҙ һынында осоп киткәндер ҙә инде. Ошо төш бер ваҡытта ла онотолмай, ә ул ваҡытта  Р.Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары", Р. Ғамзатовтың "Журавли” шиғырҙарын беҙ белмәй ҙә инек.

Әсәйемдең иңенә тағы ла тормош йөгө ауырлаша төштө. Ғәлимә апайым ауырып киткәс, уның ҡыҙын тәрбиәләргә, беҙҙе ҡарарға, ҡайғы артынан ҡайғы - барыһы ла бер йөрәккә бит: һаулығының ҡаҡшауына килтерҙе. Ун бала әсәһе, герой-әсә, дүрт “Материнская слава” орденына лайыҡ булған әсәйем, атайымдан бер йыл ғына ҡалып, 1963 йылда 53 йәшендә гүр эйәһе булды" Тигеҙ ғүмер иткән парҙар береһенән береһе ҡалмай" тип әйтә бит халыҡ. Бәләкәй һеңлем Ғәйниәгә ни бары ете генә йәш ине. Беҙ балалары атайыбыҙ һәм әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә таҙа, матур нәҫел гендарын бүләк иткәндәр.

Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, еңелерәк тормошта йәшәнек, ләкин күпме балаларҙың “әсәй” тип өндәшә алмауы йөрәкте өҙә. Әсәй үлгә, беҙҙе айырып , Хөрмә Темәскә - Ғәлиә апайыма, ә мин Ғәйниә һеңлем, Батыр ағайым төп өйҙә - Рәжәп ағайым ғаиләһендә ҡалдыҡ. Йәғәфәр ағайым 1945 йылғы Свердловск ҡалаһында Урал Дәүләт университеты студенты, Батыр ағай мәктәптә уҡый ине. 1964 йыл, ҙур ҡыйынлыҡтар аша Йәноҙаҡ , Хажиәхмәт ағайымдар тырышлығында, беҙ, игеҙәктәрҙе, Баймаҡ интернат-мәктәбенә урынлаштырҙылар. Мәктәп йылдары гөрләп үтеп китте. Сығарылыш кисәһенә Хәжиәхмәт һәм Рәжәп ағайымдар еңгәйҙәрем менән ҡунаҡҡа килделәр. "Әгәр мәктәпте яҡшы тамамлаһағыҙ, һеҙгә сюрприз бүләк була",- тип алдан әйтеп ҡуйғайнылар. Вәғәҙәләрен үтәп, икебеҙгә лә ҡул сәғәттәре бүләк иттеләр. Ә Йәғәфәр ағай матур күлмәктәр ебәрҙе. Был сюрприздәр беҙҙең өсөн иң ҙур баһа булды.

Йәй көндәре Һаҡмар һыуында рәхәтләнеп һыу төшөп , биҙрә-биҙрә еләк-емеш йыябыҙ, кинәнеп бесән сабабыҙ, кис булһа, олоһо , бала-саға футбол тибәбеҙ, ауыл урамын бер итеп "һыҡырмышым бер һыҡыр " уйынын уйнайбыҙ , ағайҙарҙың ҡыҙыҡлы хикәйәләрен тыңлайбыҙ... Былар барыһы ла бала саҡ хәтирәләре, һағындыра, ул миҙгелдәр көндән-көн йырағая бара.

Беҙ һәр беребеҙ тормошта. Үҙ урыныбыҙҙы табып , хеҙмәт иттек, ниндәйҙер ҡаҙаныштарға эйә булып, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Йыл һайын һирәкләп ауылыбыҙға ҡайтып, туғандарыбыҙҙан фатихалар алып, ауылдаштар менән осрашып , күңел тыныслығы алып , атай-әсәйҙең мәңгелек йортона барып, ҡәберҙәрен йыйыштырабыҙ, сәскәләр һалабыҙ, рәшәткәләрен яңыртып буяныҡ. Тормош дауам итә.

 Хәтирәләр Алма Хажмөхәмәт ҡыҙы Йәнгилдинанан яҙып алынды.

Әнүзә Асҡарова.

МӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ.

"Илебеҙ тарихында ҡара хәрефтәр менән яҙылған ҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары...

Ауылға бер-бер артлы "ҡара ҡағыҙ" килә. “1941 йыл аҙаҡтарында, йәштәре арыу уҡ булһа ла, элекке һалдаттарҙы ла һуғышҡа ала башланылар. Уларға тиклем киткәндәрҙең күбеһе һәләк булғайнылар инде”, - тип һөйләгәйне 95 йәшлек Фәхирә инәй Билалова. "1905-1910 йылдарҙа тыуған ирҙәргә мобилизация башланғас, Әхмәҙиев Миңнулла, Ғәзиев Нурмөхәмәт, Әхмәҙиев Минша, Мәжитов Исмәғил ағайҙар, атайым Мөхәмәтшин Ғәҙелша төнө буйы һөйләшеп ултырҙылар. Бергә үҫкән бала саҡтарын, егет булып ҡыҙҙар артынан йүгереүҙәрен хәтерләнеләр, ғаиләле булғас бер-береһенә ярҙамлашып, ҡатышып йәшәүҙәре тураһында һөйләштеләр. Ә хушлашҡанда биш ир-уҙаман бер-береһенең ҡулдарын ҡулға һалып: "Кемебеҙ һуғыштан иҫән ҡайта , шул ғаиләләребеҙгә ярҙам итһен, балаларыбыҙҙы үҫтерешһен”, - тинеләр. Мин ҡыҙылса менән ауырып, түшәктә ята инем, барыһын да ишетеп яттым", - тип һөйләне яугирҙың ҡыҙы Сәймә апай. – “Температурам күтәрелеп, ут булып ятҡанымда, атайым устары менән башымдан һыйпап, маңлайыма ҡулын ҡуйып торғанын бөгөнгөләй хәтерләйем, ошо миҙгелде бер ваҡытта онотмайым, ғүмерем буйы атайымдың ҡул йылыһы маңлайымда ҡалды”, - ти апай . Күп тә үтмәй, Мөхәмәтшин Ғәҙелша, Әхмәҙиев Миңнулла, Ғәзиев Нурмөхәмәт ағайҙарҙы һуғышҡа оҙаталар.

Бер-береһенә ҡул биреп, вәғәҙәләр биргән торған ағайҙарҙың яҙмыштарын ҡәһәрле һуғыш үҙенсә хәл итә. Ғәҙелша ағай Украина өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, батырҙарса һәләк була. Миңнулла ағай ауыр яу юлы үтеп, ҡаты яраланып, бер аяғын ҡалдырып, бик оҙаҡ госпиталдә ятҡандан һуң, тыуған яҡтарына ҡултыҡ таяҡтарында ҡайтып төшә.

"Атайым менән бер фронтта һуғышып, яраланып, Әбйәлил районы Шаҙағай ауылына бер һалдат ҡайтҡан тигән хәбәрҙе ишеткәс, Миңнулла ағай ат егеп шул ауылға барып килде”, - тип хәтерләй Ғәҙелша ағайҙың ҡыҙы Сәймә апай. Ул яугир: " Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, атака ваҡытында снаряд төштө, ерләрлек түгел ине. Атака ваҡытында һәр ваҡыт алдан йүгерҙе, батыр яугир ине",- тип һөйләгән.

"Ҡара ҡағыҙ" килһә лә, әсәйем һаман атайымдың һәләк булғанына ышанманы, һуңғы өмөттәребеҙ өҙөлдө. “Ҡул бирешеп, ант бирешкән ағайҙар беҙҙе ташламаны. Хәлдәренән килгәнсә, ярҙам иттеләр, "- тип хәтер йомғағын һүтте апай.

Ғәзиев Нурмөхәмәт ағай 140-сы уҡсылар полкы сафында, данлы һуғыш юлы үтә. Ҡаты яралана, госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң, армия сафына яраҡһыҙ тип табыла.

Әхмәҙиев Минша , Мәжитов Исмәғил ағайҙарҙы һаулыҡтары насар булыу сәбәпле, һуғышҡа алмайҙар. Минша ағай хеҙмәт армияһына алынып, ун йыл буйына Белорет урмандарында ағас эшкәртеүҙә эшләй, ә һуғышҡа ҡәҙәр колхоз рәйесе булып эшләгән Исмәғил ағай колхозды етәкләй. Хәлдәренән килгән һәр кем, хатта ас-яланғас етем балалар ҙа, үҙҙәрендә илаһи бер көс табып, Еңеү хаҡына эшкә егелә. Бер ус иген өсөн дә төрмәгә оҙатҡан ауыр замандар була. Ләкин талапсан колхоз рәйесе тотолған ауыл халҡын һәр ваҡыт ҡурсалап алып ҡала. Ололар уның тураһында, сыбыртҡы менән ярһа ярҙы, беҙҙе төрмәнән алып ҡала ине, тип хәтерләйҙәр. Репрессия осоронда ла ул бик күп ауыл халҡын төрмәнән алып ҡала. Алдан был хаҡта ишетеп ҡайтып, ауылдаштарына белгертә. Ҡулға алыусылар килеп, уларҙы таба алмай ҡайталар. Улар Магнитогорск ҡалаһына китеп, металл ҡойоу комбинатына эшләп төшәләр. Ил оборонаһы өсөн металл әҙерләгән комбинат эшселәре репрессияға эләкмәгән. Шулай итеп, ул күп ауылдаштарына ярҙам иткән.

Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ҡорбан булғандарға, ҡаты яраланып ҡайтыуҙарына ҡарамай, эшкә егелгән һалдаттарға, һыйыр менән һабан һөрөп, тубал аҫып иген сәсеп, ашлығын да, итен дә, һөтөн дә, башҡаһын да етештереүсе ауыл халҡына, әкиәт батырҙары кеүек иртә ҡул аҫтына ингән һуғыш йылы балаларына - мәңгелек һәйкәл.

Әнүзә Асҡарова.

Автор:
Читайте нас