-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Май 2025, 17:35

БЕР ЯУГИРҘЫҢ ТАРИХЫ. Конкурсҡа

Был пушканан атҡан саҡта, әгәр ауыҙың асыҡ булмаһа, пушканың көслө тауышынан һәм атҡан саҡта артҡа бәреүенән тештәр шаңҡып урынынан ҡуҙғала һәм бер нисә көндән ҡанап үҙенән-үҙе төшә. Һуғышҡа тиклем мин бик таҙа тәнле, ныҡлы инем, барлыҡ тештәрем дә һап-һау ине, ә һуғыштан ҡайтҡанда ауыҙымда – һыңар теш, эс-бауырҙарым түбән төшөп, бөгөлгән килеш ҡайтып йығылдым 1945 йылдың авгусында.

БЕР ЯУГИРҘЫҢ ТАРИХЫ. Конкурсҡа
БЕР ЯУГИРҘЫҢ ТАРИХЫ. Конкурсҡа

- Мин, Яубасаров Хәсән Хәйретдин улы, Ырымбур губернаһының Үҫәргән улусы Аҡбулат ауылында ярлы крәҫтиән атайым Яубаҫаров Хәйретдин Сәйфетдин улы һәм әсәйем Гөлзәминә Ямалетдин ҡыҙы ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем Иҙәш ауылынан бында килен булып төшкән. Уның атаһы Ямалетдин Әхмәҙиев. Мин ғаиләлә бары бер бала ғына булғанмын. Миңә өс йәш тулғанда әсәйем үлеп киткән, ә 7 йәш булғанда, атайым вафат булды. Артабан мине Ямалетдин ҡартатайым Иҙәшкә алып ҡайтып китте, шул ауылдағы мәҙрәсәгә уҡырға бирҙе. Тик был оҙаҡ дауам итмәне, бик яҡшы уҡыуыма ҡарамаҫтан, ун дүрт йәшемдә саҡта ҡартатайым вафат булғанлыҡтан, мин байҙарға малайлыҡҡа, ялсылыҡҡа киттем, көтөү көттөм. 1919 йылда ауыл аша үтеп барған Дутов һуғышсылары мине әрмегә алды. Был ваҡытта Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башланғайны: ил икегә-ҡыҙылдарға һәм аҡтарға - бүленешеп, һуғыша ине. Аҡтар яғында һуғышып йөрөгән саҡта мин ауырып киттем һәм мин башта Ырымбур госпиталендә дауаландым. Ошонда аҡ офицер кейеме кейгән бер яҡташым (ул Назар ауылынан ине) килеп йөрөнө һәм госпиталдә дауаланыусыларҙы ҡыҙылдар яғына сығырға өгөтләне, сөнки дауаланыусы һалдаттар барыһы ла ябай крәҫтиәндәр ғаиләһенән сыҡҡан һәм уларҙың барыһы ла мохтажлыҡта көн иткән кешеләр ине. Бер төндө мин дуҫым менән август аҙаҡтарының төнөндә Урал йылғаһын йөҙөп сығып (сөнки ҡалалағы берҙән-бер күперҙе аҡтар ныҡ һаҡлай ине), ҡыҙылдарға барып ҡушылдыҡ. Әммә сирле көйө һалҡын һыуҙа йөҙөп сыҡҡанлыҡтан, минең сирем артабан ныҡ ҡуҙып китте. Мине шунан һуң Сызрань, артабан Һамар госпиталдәрендә дауаланылар. Ике ай буйы дауаланғандан һуң, көс-хәл менән аяҡҡа баҫтым һәм үҙемде фронтҡа ебәреүҙәрен һораным, ләкин мине Түбәнге Новгородтағы пароходлыҡҡа утын ташыусы итеп ебәрҙеләр. Бында яҙға тиклем хеҙмәт иттем, артабан фронтҡа ебәреүҙәрен һорағас, мине хәрәкәт итеүсе армияға йүнәлттеләр. Мин штурмлау отрядында хеҙмәт иттем. Беҙҙең отряд бронепоезды һаҡлай ине. Шулай итеп, мин һуғыш юлдары буйлап Украина һәм Польшаға барып еттем. Бында үҙебеҙ һаҡлаған бронепоезд һәм беҙҙең отряд аҡтарҙың ҡамауына эләктек һәм, бронепоезды шартлатып, кире көнсығышҡа табан ҡара урмандар аша юлландыҡ. Артабан Хоҙай Тәғәлә беҙҙе үҙебеҙҙекеләргә алып барып сығарҙы һәм мин һуғышта йөрөүемде III Интернационал тигән бронепоезда пулеметсы булып дауам иттем. Аллаға шөкөр, бер тапҡыр ҙа яраланманым. 1923 йылдың аҙағында мине әрменән ялға ҡайтарҙылар, ҡайтыр алдынан командирҙар мине хәрби офицерлыҡҡа уҡырға ебәрәсәктәре тураһында әйтеп ҡалдылар. Иҙәштә ҡартатайымдың улы Хөснөтдин ағайымдан башҡа бер туғаным да юҡ ине, ә күрше Әбүләйес ауылында атайымдың бер туған һеңлеһе Хәбирә апайым йәшәй ине. Ул Азаматов Юлай еҙнәй менән бик хәлле генә тормош көтә ине. Апайымды күрә килгәс, һәм үҙемдең әрмелә бөтөнләйгә тороп ҡаласағымды һөйләгәс, ул, мине йәлләп, илай-илай, сит-ят ергә бармаҫҡа, ауылда ҡалырға өгөтләне. Уны тыңлап, мин Әбүләйес ауылында Хәбирә апайым ғаиләһендә тороп ҡалдым. Бер йыл үткәс, 1924 йылдың башында әсәйегеҙгә өйләндем.

- Әсәйегеҙҙе Әбүләйескә, Хәбирә апайымдың өйөнә, алып ҡайтҡас, икәүләшеп шул Юлай еҙнәй менән Хәбирә апайымдың малын ҡараныҡ, байҙарға ялланып эшләнек, ағас бысып, хөкүмәткә күмер һаттыҡ, һалабаш йүкәһенән күмер өсөн ҡап-тоҡ, септә һуҡтыҡ, мин ер һөрҙөм яҙҙарын, ә әсәйегеҙ картуф ултыртып, уны утап-күмде. Шулай итеп беҙ донъя көтә башланыҡ. 1925 йылдың ғинуарында, урыҫтарҙың Суҡынып һыу ингән көнөндә, Хөсәйен ағайығыҙ тыуҙы, артабан беҙ әсәйегеҙ менән икәүләп бура сабып, бәләкәй генә булһа ла өй һалып индек: тик һикегә түшәргә балаҫ та, өҫкә кейәм тиһәң кейем дә юҡ, урын-ер ҙә юҡ. Артабан да шулай байҙарға ялланып эшләнек, бер йылда тайға, икенсе йылында танаға ялландыҡ, шулай итеп маллы булдыҡ. 1927 йылда Миңзифа апайығыҙ, 1929 йылдың яҙында Миңлехаят апайығыҙ донъяға килде. Әллә ошо баланың аяғы төклө булды инде, тап ошо йылда ауылда крәҫтиәндәрҙе коллективлаштырыу башланды. Ғаиләне туйҙырыу, ҡарауҙы еңеләйтеп булыр былай булғас, тип ауылдағы үҙемдең 15 фекерҙәшем менән һөйләшеп, хөкүмәт ҡушҡан Күмәкләшеп ер эшкәртеү ширҡәтенә (ТОЗ) индек тә, үҙебеҙҙең ерҙәрҙе

берләштерҙек, хөкүмәт ярҙам йөҙөнән ширҡәттәргә арзан хаҡҡа һатҡан орлоҡтан арыш-бойҙай сәстек. Ширҡәтебеҙҙе “Көрәш” тип атаныҡ. Йәй бик матур килде, беҙҙең арыш-бойҙайыбыҙ күпереп үҫте, көҙ көнө уны урып алып келәттәргә һалғанда ауыл кешеләре, быны күреп, иҫтәре китеп беҙгә һоҡланып, үҙҙәренең ширҡәткә инмәүҙәренә үкенешеп торҙолар. Ҡыш беҙҙең ширҡәткә инергә тип тағы ла байтаҡ крәҫтиәндәр килде. Был ҡышта ширҡәт урынына колхоз ойошторҙоҡ, был колхозды ойоштороусы һәм уның беренсе рәйесе мин булдым. Үҙебеҙҙең ширҡәт ашлығына ҡыш көнө колхозға ингән крәҫтиәндәрҙең балаларын бушлай ашаттыҡ, ауылдың башҡа астан яфаланған кешеләренең балаларын да колхоз иҫәбенә туйҙырҙыҡ. Яҙғы эштәр башланыу менән әсәләре эштә ҡатнашһын өсөн, балалар баҡсаһы булдырҙыҡ, уның етәксеһе комсомолка Өммикамал булды (артабан ул, үҙенең ире сирҙән вафат булғас, ҡулында тороп ҡалған ҡыҙы Ғәйникамал менән йәшәп ятҡанда, ауылыбыҙға Иҙәш ауылынан шулай уҡ ҡатыны вафат булған уҡытыусы Ҡәҙеров Нурлығаян күсеп килгәс, уға иргә сыҡты һәм улар бик матур йәшәп китте, уларҙың бер генә балалары - Минлехаят апайығыҙҙың синыфташы Урал тыуҙы), был ҡатын, үҙ янына бер нисә йәш кенә ҡыҙҙарҙы саҡырып алып, ауыл балаларын баҡты. Әсәйегеҙ был саҡта башҡа бисәләр менән колхоздың һауын һыйырҙарын һауҙы. Колхоз малдары өсөн Ташҡаҙған яғында, ситән үреп, кәртә-ҡуралар ҡорҙоҡ, ер эштәренән бушаған ҡатын-ҡыҙ, ямғырлы көндәрҙә, йәй буйына уларҙы балсыҡ менән менән һыланы, ләкин ситән стеналар бик йоҡа булғанлыҡтан, малдар өшөнө, шунлыҡтан ҡыш көнө фермала ҡышлаған, бәрәсләй башлаған һарыҡ-кәзәләрҙе ауыл кешеләренә кире ҡайтарҙыҡ. Ул малдар кемдең аҙбарында, кемдең өйөндә ҡышланы. Колхоз эштәрендә бөтә халыҡ ҙур теләк менән эшләне. Йәй көнө беҙ, колхозсылар, үҙебеҙҙең колхозға индергән малдарыбыҙ өсөн Балтуғай, Ишапай буйында бесән саптыҡ, уларҙы колхоз фермаһы янына риҙуан егелгән аттарҙа ташыныҡ. Көҙ тағы ла күберәк уңыш алдыҡ. Быны күргән, быға тиклем колхозға инмәй ҡалған бер нисә кеше лә колхозға инде, шулай итеп ауылыбыҙҙа крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу тамамланды. Артабан 1932 йылда Миңлегөл, 1934 йылда Миңсара, 1936 йылда Гөлшат, 1939 йылда Файза ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Ошо осорҙа мин колхозда рәйес, бригадир, ферма мөдире кеүек вазифаларҙы башҡарҙым, ә әсәйегеҙ төрлө колхоз эштәренә йөрөнө. Өйөбөҙгә бура өҫтәп, уны киңәйттек, сөнки балаларға урын бик тығыҙ ине бәләкәй өйҙә. 1940 йылдың аҙағында Фариза ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Ә 1941 йылдың йәйендә дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланды.

Башта мине фронтҡа алмай торҙолар, ләкин фашистар Мәскәүгә етә башлағас, мине һәм ауылдан 50-ләп ирҙе Ҡыҙыл Армия сафына алдылар. Был 1942 йылдың ғинуарында, сатлама һыуыҡтар башланғас булды. Беҙҙе һуғышҡа бөтә ауыл халҡы: ҡарт-ҡоро, имсәк балалы бисәләр, бала-саға илашып оҙатып ҡалды. Мин фронтта артиллерия – уҡсылар полкына эләктем һәм I Украин фронтындағы дивизия составында дошманға ҡаршы һуғыштым. Курск дуғаһындағы алышта немец снайперы пуляһы аяғыма эләкте һәм мин байтаҡ ваҡыт госпиталдә дауаландым. Яраларым төҙөлгәс, ҡайтанан ут эсендә йөрөнөм: гаубица пушканың тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт иттем. Был пушканан атҡан саҡта, әгәр ауыҙың асыҡ булмаһа, пушканың көслө тауышынан һәм атҡан саҡта артҡа бәреүенән тештәр шаңҡып урынынан ҡуҙғала һәм бер нисә көндән ҡанап үҙенән-үҙе төшә. Һуғышҡа тиклем мин бик таҙа тәнле, ныҡлы инем, барлыҡ тештәрем дә һап-һау ине, ә һуғыштан ҡайтҡанда ауыҙымда – һыңар теш, эс-бауырҙарым түбән төшөп, бөгөлгән килеш ҡайтып йығылдым 1945 йылдың авгусында. 1945 йылдың яҙында Кенигсберг ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта минең аяғым тағы ла йәрәхәтләнде, аҙаҡ мин Шауляй ҡалаһы госпиталендә дауаландым. Артабан шул йылдың авгусында, ниһайәт, тыуған ергә тере килеш аяҡ баҫтым. Рәхмәт әсәгеҙгә, балалар, ул мине төрлө үлән төнәтмәләре эсереп, эсемде, көршәк менән күтәреп, кеше итте, һауыҡтырҙы! Ә эстең түбәнләүенең сәбәбе шунда: беҙҙең пушканы урындан урынға йөрөтөр өсөн бер ат бирелә һәр бер орудие расчетына. Һуғышта пушка расчеты һалдаттары яралана, дошман пуля-снаряды аттарҙы ла айҡамай: улар ҙа үлә. Ҡайһы саҡ расчеттан хатта бер үҙең генә тере ҡалған саҡтар булғылай. Бына шул саҡта инде пушканы бер үҙеңә һөйрәргә, урындан-урынға күсерергә тура килә: пушка ныҡ ауыр, ә уны ташлап китергә рөхсәт юҡ: был Тыуған илгә хыянат итеү тип һанала һәм үҙе тере ҡалып, пушкаһын дошманға ҡалдырған һалдат һуғыш ваҡыты законы буйынса атып үлтерелә, бик һирәк осраҡта ғына штрафной батальонға үҙ ғәйебен ҡанын түгеп аҡларға тип, иң алғы позицияға, тереләй дошман уты аҫтына ебәрелә; тере ҡалғаны – ҡала, ҡалмағаны - үлеме менән үҙенең илгә тоғролоғон дәлилләй. Бына шуға ул пушканы, көсөң етәме-юҡмы, һөйрәйһең. Шунда көсәнеп, эс-бауыр бөтөнләй түбәнләне, балалар. Ярай, тыуған ергә ҡайта алдым, Аллаға шөкөр, һеҙ етем ҡалманығыҙ.

Атайым үҙ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын бик яҡшы белә, үҙе лә шиғырҙар ижад итә ине. Хәтеремдә уның һуғышта сығарған шиғырын беҙгә, балаларына, яттан һөйләгәне:

Мин уйлайым йәнейем, зәңгәр төндә

Ауылымды, һөйгән йәремде.

Һағынамын йәшел болондарҙы,

Йәйелеп ятҡан иркен ҡырҙарҙы.

Мин уйлайым ауыл кистәрен,

Яҙғы матур һабан туйҙарын.

Йәшеллеккә сумған тау биттәрен,

Боролоп аҡҡан йылға буйҙарын.

Мин һәләтле егет һуғыштарҙа,

Көслө ҡорал минең ҡулымда,

Теләгем бер – еңеү дошмандарҙы,

Яҡты минең барыр юлым да.

Йәнекәйем, биргән ҡулъяулығың,

Күҙ йәштәрем һөртөп туҙҙы инде,

Йәнекәйем, минең йәш ғүмерем

Сит илдәрҙә йөрөп уҙҙы инде.

Төн ҡараңғы, төндәр уртаһында

Һаҡлап торам тыуған илемде.

Граната менән тимер мылтыҡ

Талдырҙы бит минең билемде.

Ишапай ҙа буйы ҡалды инде,

Һары ғына сәскә алды инде.

Һағынышып ҡына, һарғайышып

Хат яҙырға ғына ҡалды инде.

Салғы ла ғына алып сабыр инем

Йәмле генә Ишапай буйҙарын.

Инде генә ҡайтып күрә алмамын

Йәмле Ишапайым буйҙарын.

Ишапай ҙа буйын буйлағанда

Ятып ҡалды минең дилбегәм.

Ҡалманы ла ятып, ай, дилбегәм,

Ятып ҡалды тыуған илгенәм.

 Ишапай ҙа тауы бейек икән

Менеп кенә тәсбих әйтергә.

Белгән генә, күргән дуҫ-иштәрем

Доға ҡылһын инде ҡайтырға.

Әйткән һүҙе раҫ килде: атайым һуғыштан Тыуған илгә, Әбүләйесенә, йәмле Ишапайы һәм Ергәйеше буйҙарына әйләнеп ҡайтты, 7 балаһын аяҡҡа баҫтырып, белем биреп, оло тормошҡа юл күрһәтте. Ҙур рәхмәт һиңә, АТАЙ!

Бына хәҙер инде мин атайым йәшенә етеп киләм.Уның һуғыш юлдарын нисек үткәнен иҫемә төшөрәм дә, илебеҙҙәге хәҙерге хәл-ваҡиғалар, Махсус хәрби операцияһы менән сағыштырам, барлыҡ Көнсығыш Европаны һәм Украинаны нацистарҙан азат иткән, Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңгән совет һалдаттарын хәҙерге украиндарҙың оккупанттарҙан һалдырып тороуҙарына ныҡ асыуым килә. Минең атайым – яугир Яубасаров Хәсән Хәйретдин улы, бер ваҡытта ла сит илде баҫып алыусы оккупант булмаған, ошоно иҫегеҙҙә тотоғоҙ, украин милләтселәре: ул бары тик шул Украинаны дошмандарҙан азат итеү өсөн ике һуғышта ҡатнашҡан, уның өсөн ҡанын ҡойған! Һәм бына һиңә мә: ҡапылдан ураиндар өсөн оккупант булып киткән икән! Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Әгәр атайым тере булһа, оло йәшенә ҡарамай, хәҙерге Рәсәйебеҙ өсөн ҡулына ҡорал алып, украин нацистарына ҡаршы һуғышҡа киткән булыр ине, юҡҡа ғынамы ни ул һуғышта күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн “За отвагу”, “За боевые заслуги”, “За Победу над фашисткой Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.” миҙалдары, Бөйөк Еңеүҙең юбилейзары миҙалдары һәм икенсе дәрәжә “Отечественная война” ордены менән бүләкләнгән. Атайымдың хәрби ҡаһарманлығы менән ғорурланам, уға баш эйәм, уның тормошо үҙе бер роман яҙырлыҡ тормош. Беҙҙең илде дошмандарҙан һаҡлап, беҙгә яҡты көн күрһәткән илебеҙ батырҙарына мәңгелек дан!

Миңлебанат Вәлиева-Яубасарова.

07.04.2025.

Автор:
Читайте нас