-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 10:30

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Зекрин Вәлиулла Зекерей улы (1907 йыл, Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Ҡобағош ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы[1][2][3]. Зекрин Вәлиулла Зекерей улы 1907 йылда Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы Ҡобағош ауылында тыуған[1][3][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 21-се айырым гвардия химик һаҡланыу взводында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1][2][3].

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 25 декабрендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Приказ №: 314/н, датаһы 25.12.1943) менән бүләкләнә[1][2]. 1945 йылдың 1 июнендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 25.11.1942, Приказ №: 28/н, датаһы 01.06.1945) менән бүләкләнә[1][2][3]

Эльза Мөхәмәҙиева

Автор:
Читайте нас