Мин ҡартатайҙарым менән сикһеҙ ғорурланам. Уларға рәхмәтлемен...
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында йәшәүсе әсәйем Гөлсирә Хәкимйән ҡыҙы Абдуллинаның атаһы - Хәкимйән Зәйнулла улы Юлыев(1906 йылғы) Баймаҡ районының Байыш ауылынан 1943 йылда һуғышҡа алына. Рядовой, 89 ауыр гаубицалы артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены, 1945 йылда Беренсе Белорус фронтының 12-се артиллерия дивизияһы тарафынан ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. “1945 йылдың 28 апреленән 2 майға ҡәҙәр Берлин ҡалаһында барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Дивизион өсөнсө удар армияһында үҙенең позицияларын нығыта, шул ваҡытта Хәкимйән Зәйнулла улы дошманға ҡаршы ике ҡоралдан туҡтауһыз ут алып бара. Янында ғына снарядтар шартлауына ҡарамаҫтан, ул урыныннан ҡуҙғалмай. Шуның менән дошманды юҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерә”, – тип яҙылған архив документтарында.
Ә атайымдың атаһы - Фазыл Фәзулла улы Рыҫмөхәмәтов 1914 йылда Баймаҡ районының Татлыбай ауылында тыуа. 2 -се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Рядовой, 11 гвардия айырым тергеҙеү тимер юлы батальонында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 5 майында һуғышҡа алына һәм 1946 йылдың 16 ноябрендә демобилизациялана.
Гөлсинә Попова. Өфө ҡалаһы.