-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Май 2025, 11:36

Яуҙа ла, тылда ла һынатмай

Ҡартатайым Камалов Шамил Камал улы (1899 – 1982) Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән. 1942 йылда һуғышҡа алынып, Мәскәү, Ленинград ҡалалары эргәһендәге көслө ут аҫтында илебеҙҙе һаҡлай.

Яуҙа ла, тылда ла һынатмай
Яуҙа ла, тылда ла һынатмай

Ҡартатайым Камалов Шамил Камал улы (1899 – 1982) Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән. 1942 йылда һуғышҡа алынып, Мәскәү, Ленинград ҡалалары эргәһендәге көслө ут аҫтында илебеҙҙе һаҡлай. Любан станцияһында барған алыштырҙа тимер юлы аша сыҡҡанда ҡаты яраланып, лазаретҡа оҙатыла. Сүлиә станцияһынан шәфҡәт туташы менән бер һалдат ат арбаһына һалып өйөнә тиклем оҙата. Саҡыр-соҡорло юлда яралары әрнеп һыҙлауға тешен ҡыҫып түҙә яугир. Аяғына саҡ ҡына баҫа башлау менән колхозда счетовод булып эшләй башлай.
Бына ошондай ҡартатайым булыуы менән ғорурланам. Уның рухы алдында баш эйәм.

 

Регина Камалова.

Автор: Регина Камалова
Читайте нас