-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Май 2025, 15:43

Олатайым

Мөхәмәтдинов Һаҙый Ҡотлоәхмәт улы һуғышҡа йәш кенә килеш китә. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә һуғышта алған яралараҙан вафат була. Ейәнсәре, шағирә Айзилә Мортаева олатайына арнап шиғыр ижад иткән.

Олатайым
Олатайым

Яуға киткән олатайым -
Һыу һөлөгөләй егет.
Тыныслыҡты ҡаны менән
Күктәргә яҙған сигеп.

Ана көлөп ҡарап тора
Һалдат кейемен кейеп.
Бәһлеүән буй, мыҡты кәүҙә,
Ҡарашы сая, бейек.

Рәсеменә ҡарайым да
Әрнейем йәшем түгеп.
Балалар һөйә алманы,
Һыу һөлөгөләй егет.

Яуҙа алған яраһынан
Тыуған тупраҡҡа һеңеп,
Мәңгегә йәш булып ҡалды
Һыу һөлөгөләй егет.

(Айзилә Мортаева)

Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас