-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Май 2025, 13:50

Хәтер . Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған конкурсҡа.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостанда билдәле һәүәҫкәр рәссам, шиғри күңелле Хәйҙәр Минияр улы Ғилманов (нәнәйем Ғилманова-Ризуанова Ғәйшә Минияр ҡыҙының бер туған ҡустыһы) Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән, әммә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Бөрө ҡалаһында үткәрҙе. Бөрө ҡалаһы халҡы уны ихтирам итеп "аҡһаҡалыбыҙ" тип йөрөттө. Хәйҙәр бабайыбыҙ II Прибалтика фронтында, Үҙәк Берлинға төбәлгән Белорус фронтының 5-се удар армияһында һуғыша. Рига ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы бабайыбыҙ. Балтырында тороп ҡалған снаряд ярсыҡтары тиреһе аша күкһел булып күренеп тора ине. Беҙ бәләкәй саҡта ул ҡунаҡҡа килгәндә “күрһәт әле теге ярсыҡтарҙы”, тип үтенә торғайныҡ. Бабайыбыҙ, күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарынан нур бөркөп йылмая ла, салбар балағын күтәрә биреп, күкһел төйөндәрҙе һыйпаштыра.

Хәтер . Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған конкурсҡа.
Хәтер . Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған конкурсҡа.

87 йәшендә вафат булған ҡәҙерле кешебеҙҙең шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәм. Хәйҙәр Минияр улының һәм бөтә яугирҙәрҙең исемдәрен иҫкә алайыҡ, батырлыҡтары алдында баш эйәйек...

 

Һанаулы ҡалғанбыҙ, замандаштар,

Кем бар, кем юҡ-көн дә барлайыҡ.

Яңылар өсөн беҙ иҫке тауар,

Шул тауарҙай сүптә ятмайыҡ.

 

Беҙгә ҡағынырға күп ҡалманы

Өҫкә яуған ялған-яланан.

Ләкин был көн өсөн беҙ яуаплы,

Алдағы көн беҙгә ҡараған.

 

"Смирно!"ға баҫып ант иткәнбеҙ,

Ҡыҙыл байрағыбыҙ аҫтында.

Брест һалдаттарыса, һуңғығаса

Торорға тип илдең алдында.

 

Байрамдарҙа майҙандарға сығып,

Хурланған заманды ҙурлайыҡ,

Беҙ төҙөнөк, ҡорҙоҡ һәм һаҡланыҡ,

Төҙөгәнде ватып ҡырманыҡ!

 

Бил-һындарҙы мөмкин тиклем яҙып,

Үтәйек бер баҫып һалдатса.

Һатмаған һәм һатылмаған халыҡ

Рухы беҙҙә! Ниндәй булһаҡ та.

 

Фронттағыса ултырайыҡ бер төн,

Бер һауыттан ҡабып ни барын,

Иҫкә алып йөрәк аша үткән,

Ҡанлы, һаҙлы һуғыш юлдарын.

 

Һис ҡасан һис кемгә бирешмәнек.

Бирешмәйек ғүмер сигендә!

Былар "Ил өсөн!"-тип йәшәгән һәм

Йәнен биргән халыҡ, тиһендәр.

 

**********

 

Ниндәй ут-дауылдар аша

Үтмәне беҙҙең заман.

Арып -алйыған саҡтарҙа,

Ҡанһырап аунаған саҡтарҙа

Көс бирҙең миңә Ватан!

 

Тетрәндергес тарих юлың

Тетрәтеп ҡуя һаман.

Ҡанат ҡағып йырлаһам да,

Башты һалып илаһам да,

Янам йә ғорурланам.

 

Абынһам да, йығылһам да,

Ҡаҡманың ситкә табан.

Ниҙәр генә эшләһәм дә

Бурыслы ҡалам мин һиңә,

Ватаным-Башҡортостан!

 

************

Аҙаҡҡы атака

 

Баҙлап сәсрәне ҡыҙыл ракета,

Ҡанға мансылды төн, ҡарлы ялан.

Яраланып ауған ята ярты рота,

Йәһәт үлем теләп Алланан.

 

Теткеләнде батальон, аҙ ҡалдыҡ,

Алға ашыҡтырма, капитан!

Бер йотом бир, булһа, һуңғы юлға,

Юҡ, Еңеү тосты беҙгә яҙмаған...

 

Яралы арыҫландай ярһыған

Ғәйәр комбат пистолетын болғап:

"Минең арттан, Ватан өсөн алға!"- тип

Үҙе күтәрелде иң алдан.

 

Ҡанлы эҙ ҡалдырып күп үтмәнек,

Кинжал-уттар бәрҙе яҡ-яҡтан,

Күҙ асып йомғансы түшәп һалды...

Һөйрәп сығара алмағандарын яу яланынан

Буран күмеп китте аҙаҡтан...

 

*********

 

Ҡартлыҡ

 

Шөкөр. Әле рух тигәнем ныҡ,

Арғымағым арыҡ булһа ла.

Заманымдың тос шаһиты булып

Мәңге йәшәр инем донъяла.

 

 

(Шиғырҙар Бөрө ҡалаһының район гәзитендә филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова редакторлығында баҫылып сыҡҡайны)

Регина Камалова

#Победа80

Хәтер . Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған конкурсҡа.
Хәтер . Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған конкурсҡа.
Автор: Регина Камалова
Читайте нас