-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Май 2025, 14:34

Фронттан килгән хат

Ну 42  йылда, беҙ еңгәс, халыҡ тағы ла матур йәшәй башлар. Аталар, әсәләр, балалар фронтта иле өсөн һулышын туҡтатҡан улы, энеһе, ағайы, атайы һәм башҡаларын, иртән эшкә киткәндә, байрамдарҙа, демонстрацияла, кис йоҡлар алдынан иҫтәренә алып, ил өсөн, Сталин өсөн, Совет халҡы өсөн һулышын туҡтатыусыларҙың кәүҙәләренә тыныс йоҡо теләп, баш кейемдәрен һалырҙар, иҫкә алырҙар. Ә тарих битендә беҙҙең эш мәңге яңғырар.

Фронттан килгән хат
Фронттан килгән хат

Минең ҡартатайым Әҙеһәмов Абдулла Бәхтеғәни улы өс һуғышта ҡатнашып, тере ҡайтҡан. Ә иң өлкән улы Тәүфиғы Смоленск ерендә ятып ҡала...

Тауфиҡ Бәхтиев Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында 1921 йылда ҙур ғаиләнең беренсе балаһы булып донъяға килгән. Шуға күрә һәр саҡ бәләкәй туғандарына өлгө булырға тырыша ул. Мәктәптә яҡшы уҡый, Темәс педучилищеһына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай, Бикеш ауылына эшкә ебәрелә, башта физика һәм математика уҡытыусыһы булып эш башлай, һуңынан Бикеш ауылы советы секретары итеп тәғәйенләнә, әммә һуғыш башланып китә. Тауфиҡ үҙ теләге менән һуғышҡа китергә ҡарар итә. Уны етәкселек бер ҙә ебәрергә теләмәй, сөнки белемле, алдынғы ҡарашлы, уҡыған йәштәр тылда бик кәрәк була, тик Тәүфиҡ ил алдында торған бурысын үтәүҙе маҡсат итеп ала...

Ул фронтта политрук булған. 1943 йылдың йәйендә уның хәбәрһеҙ юғалды, тигән “ҡара ҡағыҙы” килгән була. Һуңынан йәш эҙәрмәндәр уның кәүҙәһен таба һәм ата-әсәһенә был хаҡта хәбәр итә: Тауфиҡ Бәхтиев Смоленск өлкәһе Бельский районында Кирбес заводы эргәһендә һәләк булған. Был хаҡта яҙма Рәсәй Оборона Министрығы Архивында һаҡланған:

http://OBD-memorial.ru/html/info.htm?id=50321349

Уның исеме “Хәтер” китабына индерелгән...

Һуңғы хаты февралдә килгән була. Тәүфиҡ ағайымдың фронттан яҙған хатын әсәһе күҙ ҡараһындай һаҡлай. Унан һуң хат инәйемдәрҙә (атайымдың апайы) һаҡлана ине. Бер ваҡыт эштә фронттан ебәрәлгән хаттарҙы гәзиткә баҫтырырға  кәрәк, кемдең өйөндә һалдат хаттары һаҡлана тип мөрәжәғәт иттеләр. Мин инәйемдән хатты һорап яҙҙым, ул хатты күсереп яҙып, миңә ебәргәйне. Шулай итеп, хаттың күсермәһе миндә һаҡланып ҡалды,  ә төп нөсхәһе, үкенескә ҡаршы, юғалған...

Хатты беҙ мәктәптә уҡыған саҡта Бөйөк Ватан һуғышына арналған сараларҙа уҡый торғайнылар, ундағы һүҙҙәрҙән үҙәктәр өҙөлә, күҙҙәргә йәштәр төйөлә. Үткән ваҡиғалар сағылған һәм һуғыш осоро йәштәренең уй-хистәрен сағылдырған был хатты һеҙгә лә уҡытам. Хаттың стилен һәм һөйләшен үҙгәртмәйенсә бирәм:

«Әни һәм әти! Туғаннарым!

Сезнең барыгызга да сагнычлы сәләмнәремне ебәреп, эшегезгә зур уңышлар теләп ҡалам һәм сау-сәләмәт көйгә йәшәүегезне телим.  Мин хәзергә исән-сау хезмәт итеп йөрим.

Безнең минометная ротада Баймаҡ районыннан Мәһәдиев дигән берәү бар. Ә Әхмәт абый белән 2-3 көндә күрешеп торабыз. Сау-сәләмәт кенә, семьясына сәләм әйтегез. Мине белүчеләргә сәләм әйтерсез. Марзия әбигә, Сәгүрә еңгиләрнең өй эченә, Өммекәй апайларга, Шәфкәткә, һ.б.

Туганнарым Вилюрә, Рияз, Дияс, Ғаяз, Исмәгилне бик сагындым. Бигерәген дә әти, әни, Әсмә апай, Мәрйәнә апай сагындыра.

Югарыдагыларны исән булып, бер күрсәм, үкенмәс идем. Мин Ватан сугышында ҡатнашҡан бәхетле кеше булыр идем. Ну мин бу көе дә бәхетсез түгел – бәхетле һәм сез дә бәхетле. Чөнки дөнъядагы иң әшәке йырткычка каршы күкрәге белән ҡаршы торырлыҡ ул етештергәнсез. Тормышта булган ҡыйынлыҡлар онотола, кеше аны сизми башлый. Алдагысы билдәсез. Ну 42  йылда, без еңгәч, халык тагы да матур яши башлар. Аталар, аналар, балалар фронтта иле өчен сулышын туктаткан улы, энесе, абые, әтисе һәм башкаларын иртән эшкә киткәндә, байрамдарҙа, демонстрацияда, кич йоклар алдыннан исләренә алып, ил өчен, Сталин өчен, Совет халкы өчен сулышын туктатыучыларның гәүдәләренә тыныч йоко теләп, баш киемнәрен салырлар, искә алырлар. Ә тарих битендә безнең эш мәңге яңрар. Сез дә мине искә алырсыз. Ләкин борчылмагыз. Күз йәше түкмәгез. Ул – көчсезлек билдәсе. Ғәрләнгән чакта еласам да, армияга эләккәндә бөртек тә күз йәше түкмәдем.

Шулай, әти һәм әни, туганнар.

Башҡа хәбәрләр юк.

Кайчан китеү билдәсез, бер 20-30 көн булырбыз әле.

       Хат языгыз.

Хат алганым юк. Әтием читтә хатның кадерле икәнен беләдер.

Сәләм белән – Тәуфик.

Из г. Уфы

                            п/я 19/24.

   13/II-42 г.»

 

Роза Хөснуллина,

филология фәндәре кандидаты.

 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас