Күп тә үтмәй, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Рәхимйәнде беренселәрҙән булып һуғышҡа саҡыралар. “Берҙән-бер баламды үҫтер инде”, - тип, ҡат-ҡат өйгә кереп һаубуллашҡан кескәй улы һәм ҡатыны менән йөрәге өҙөлөрҙәй булған Рәхимйән. Үкенескә ҡаршы һуғыштың иң ҡыҙған сағына ут өйөрөнә эләккән олатайым кире ҡайта алмаған. Атаһы һуғышҡа киткәндә, минең атайым Мөхәммәтсабирға, ни бары ике генә йәш булып ҡалған. Ул, атайымдың уның йөҙөн дә хәтерләмәйем, ти торған ине. Шуға ҡарамаҫтан, ҡартнәйем әтейемә инәй ҙә, әтей ҙә булған. Ҡарттайымдың бер туған апалары - Мөхтәрәмә, Маһинур, Майсәрүәр, Мәфтүхә, Мәрфүғә, Сәкинә әбейҙәр - барыһы ла Рәхимйән ҡустыһының ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелдертмәй, бергә йәшәгәндәр. Әтейем, бер бала булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт, ағайымдар-апайымдар тип, өҙөлөп торҙо. Ошонда күренә лә инде ул ваҡыттағы ғаилә тәрбиәһенең ныҡлығы. Ә ҡартнәйем, ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем ҡарттайымдың ҡайтып төшөүен көттө...