+24 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
25 Марта 2025, 10:00

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.

Әсәһе эшкә киткәс, уға оҡшатып, шул ашлыҡты ағас килелә оҙаҡ ҡына төйҙө лә уттыҡтағы ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яҡты. Уға һыу ҡойоп, һарыҡ майы төшөрөп, төйөлгән бойҙайҙы болғай-болғай тандырҙа ҡайнатты. Эх, тәмле лә һуң шыйыҡ өйрә!!! Эҫкерттәге ашлыҡты лобогрейкала әйләндереп ҡайтҡан әсәһе генә ҡыуанманы. «Уй, Аллаҡайым, ҡайҙан алдың был нәмәне, ә?! Белеп ҡалмаһындар, бер ус бойҙай өсөн күпме ҡатындар төрмәлә? Аллам һаҡлаһын!» – тип уҡынып алды. Әҙләп кенә өйрәнән ауыҙ итте. Тәмле ине шул бойҙайҙан бешергән шыйыҡ өйрә! Өлкән ҡыҙы Мөбинәне эйәртеп, Белорет районы Ҡағыға күриндә ағас ҡырҡыу эшендә лә булдылар.   Ул Ҡырҙас ауылына барып ҡайтҡас: «Күрәҙәсе әбейҙән бол һалдырттым. Ҡыҙҙарымдың яҙмышын яҡшыға юраны, ә бына малайҙарымдыҡын...» – тине күҙҙәре шәмәреп.

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.
Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.

«Ә бол һалыу нимәгә кәрәк? Күрәҙәсе?» – ун бер, ете, биш йәшлек хәлдән тайған балалар уны аңламай, сөнки бар уйҙары – йән аҫрамаҡҡа берәй нәмәне ҡабыу... Ситән буйында үҫкән йәшел төймәсектәр – бесәй икмәгенең  берәүһен генә ҡапһаң да, тоноҡ күҙҙәре, йөҙҙәре асылып ҡала, аслыҡтан лепелдәгән йөрәккенәләре ял иткәндәй. Алай ҙа ғына бөҙрә йөнлө аҡ һарыҡтары бар. Бар байлыҡтары – һарыҡ тиреләре лә ярыҡтары тимер менән ҡоршалған сынаяҡтары. Күп кешеләрҙең һикеһендә лә – тире, тәҙрәләрендә лә – тире пәрҙә. Йылына ике тапҡыр һалым йыйыусы килеп, ҡағыҙҙар ҡалдырып китә. Йыл да итенә, майына, йөнөнә, йомортҡаһына, тиреһенә тиклем һалым түләргә мәжбүрҙәр. Балаларының ауыҙынан тартып түләткән һалым ҡағыҙҙары, әсәләренең күҙ йәштәренә һуғарылып, һарғайып шыптырҙап кипкән. Ә һуғыш тигәндәре бөтөргә уйламай.

Ғәйшә апай элекке Һаҡмар башы ауылына оло Ҡыҙыл буйы Ахай ауылынан килен булып төшкән. Атаһы Батырша быйма баҫҡан, тире эшкәртеп, итектәр ҙә теккән. Унан күрмәксе, ҡыҙы тирене әсетә лә, эшкәртеп, толобон тегә. «Ошо тирене таҙартһаң, атай һиңә һуғыштан аҡ ҡына ҡолонсаҡ алып ҡайта...» – тип әүрәтә Мәрйәм ҡустыһын. «Ур-ра! Мин ҡолонсаҡты егеп, Уралтауға менәм», – ти уныһы. Атаһы яу яланына киткәндә сәңгелдәктә ятып ҡалған Мозафары кипкән тире ҡабығын һыҙырырға эшкинде.

Бол һалған күрәҙәсе яңылышмаған. Әле бына эштән ҡайтыуына Ҡырҙастан почта Насир Мостафанан хат ҡалдырып киткән. «Был хатты Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһындағы госпиталдән яҙам. Яраланғаныма егерме көн булды. Бер күҙемә, сикәмә снаряд ярсығы тейҙе. Ярам бик үк ауыр түгел, тиҙ арала арыуланырмын, минең өсөн хафаланмағыҙ. Бәлки, ярам йүнәлгәс, бер аҙ ваҡытҡа ҡайтып килергә рөхсәт булыр. Яҙмыш ҡушһа, шунда күрешербеҙ», – тип яҙған ине улы.

Бер аҙҙан инде Мостафаның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килде. Хәбәрһеҙ юғалғандар ғаиләһенә ярҙам ҡаралмаған. «Мостафам, аһ, Мостафам, балам...» – тип Ғәйшә апайҙың яҫтығына ятып үкһеүҙәре – ҡара ҡайғы йөрәктәрен өттө... Мәрйәмдең тиңдәштәренең күптәре районда асылған балалар йорттарына китте. Ғәйшә апай балаларына йоҡа табанлы булһа ла быйма баҫып кейҙерҙе, һарыҡ-кәзә малдарының ас эсәктәренә тиклем эҫе һыуҙа бешекләп, тоҙлап, киптерҙе, картуф ҡабыҡтарын сәсеп, картуфын, ҡыр йыуаларын, хатта эремсек-ҡоротона тиклем йомролап киптерҙе. Бөтмөр ҡатын алты балаһын да үҙе янында тотто...

 

...

Ниһайәт, көткән яҙ килде! Атайҙар, ағайҙар, олатайҙар ҡайта торҙо. Тик Ғәйшә апайҙың ишеген туҡылдатыусы булманы. Сәкинәнең дә атаһы яу яланында ятып ҡалды. Фашизм тигән мәкерле дошманды еңһәләр ҙә, тормош тиҙ арала еңеләймәне. Мәрйәм күрше ауылдағы Ҡырҙас мәктәбенә уҡырға төштө. Фронтовиктар ҡайтһа ла, күптәре ғәрип. Иген утарға, ураҡ урырға ла үҙҙәре йөрөйҙәр. Уҡытыусы апай ҡыҙҙарға алмашлап өйрә бешереп алып килергә ҡушты. Туғыҙ йәшендә бер ус бойҙайҙы ла аш итеп яраштырып өйрәнгән Мәрйәмгә өйрә бешереү, ыумас ыуыу ауыр булманы. Ғәҙәтенсә, апайҙары биргән бойҙайҙы елгәреп, ағас килелә оҙаҡ ҡына төйҙө. Ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яғып, ҡайнар һыуға әҙләп төшөрөп, бер сәғәттәй тандырҙа ҡайнатҡас, тоҙлап киптереп ҡуйған һарыҡтың ас эсәген ҡырҡып өйрәгә ҡушты. Ураҡсылар Мәрйәмдең өйрәһен маҡтап туйманылар.

Һуғыш йылдарында ҡабынған мөхәббәт онотолманы: Мәрйәм менән Әхмәтшәриф ғаилә ҡорҙо. Бала саҡтары ауыр көрәш йылдарына тура килгән балалар тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне, ең һыҙғанып эшләне, итәк тултырып балалар үҫтерҙе. Тик күптәре «Һуғыш балалары» миҙалын таға алмайынса фани донъяны ташлап китте. Уларҙың исемдәре «Тыл геройҙары» китабына инде.

 

Зөһрә Бәшәрова.

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.
Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурсҡа. Өйрә. Зөһрә Бәшәрова. Әбйәлил районы.
Автор:
Читайте нас