“Ай-һай аҡҡош, ай матур ҡош,
Бында осма, шунда ос, шул,
Ҡанатыңа хат яҙамын
Илем ҡайҙа – шунда төш.
Йүгереп китерҙәй булам да,
Ҡайтып етерҙәй булам.
Көҙгө әсе елдәрҙә лә
Тыуған-үҫкән илдәргә.
Беҙ ултырған машинаның
Тотҡалары еҙ генә шул
Тыуған илдән айырылғас,
Ҡайтып булмай тиҙ генә”,-
был - “Һалдат йыры” - минең ҡартатайымдың (әтекәйемдең) иң яратып йырлаған йыры булған. Беҙ уны “Әтекәй йыры” тип тә атайбыҙ. Үҙ ғүмере эсендә 3 (!) һуғышта ҡатнашҡан ир-уҙамандың һуғыш менән бәйле ауыр уй-хистәре ошо йыр аша урғылғандыр. Эйе, һуғыш яралары тәрән. Һуғыш яралары онотолмай. Һәр йыл, 9 Май ул яралар тағы ла көслөрәк һулҡылдай башлай. Шуға ла һәр яҙ беҙ һуғыш яландарында ятып ҡалған олатай, ағайҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ.
Минең ҡартатайым - Әҙеһәмов Абдулла Бәхтегәни улы – 1896 йылдың сентябрендә Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.
Ҡартатайым заманына күрә хәлле ғаиләлә йәшәй. Улар ер эшкәртә, иген сәсә, мал аҫрай - тырышып донъя көтәләр. Юлыҡ ауылында ул саҡта мәҙрәсә, һуңынан алдынғы ҡарашлы кешеләр тырышлығы менән мәктәп асыла. Шул мәктәптә ҡартатайым ике генә йыл уҡып ҡала, һуңынан илдә сыуалыштар – 1905 йылғы һуғыш башлана. Ҡартатайыма ул саҡта 9 ғына йәш була. Уның бала сағы һуғыш осорона тап килгән, ләкин иң ауыры алда була әле. 1914 йылда йәш егет булып үҫеп еткән Абдулланы Австрия – Венгрия һуғышына (I Донъя һуғышы) алалар. Был уның йәш ғүмеренә тап килгән беренсе яу булып тора. Был һуғышта ул Дияс исемле егет менән дуҫлашып китә. Йәштәр ауыр яу юлдарында бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, иңгә-иң терәшеп көрәшәләр, әммә бер атаканан һуң яраланған дуҫы ҡартатайымдың ҡулдарында ғына йән бирә. Йәш кенә егеттең был донъянан шулай үкенесле китеп барыуы ҡартатайыма бик ныҡ тәьҫир итә һәм ул, әгәр имен-аман ҡайтһа, тыуасаҡ улына Дияс исемен бирергә ҡарар итә. Ҡартатайым һүҙендә тора: 1941 йылда тыуған улына, минең атайыма, ул ошо исемде ҡушҡан. Ҡартатайымдың ғүмере булғас, ул һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Тик уға тағы ла тыныс тормошта йәшәргә тура килмәй. Уны үҙ ғүмерендә икенсе һуғышҡа - Граждандар һуғышына алалар. Йәнә яу юлдары, еүеш окоптар, һалдат аштары, ауыр шинелдәр – бөтә һуғыш ауырлығын үҙ иңендә күтәрә ҡартатайым. Был яуҙан ул яраланып ҡайта. 1920 йылда Верхнеуральск яғынан ағай-апайҙары менән Юлыҡҡа килгән һылыу ҡыҙ Хафизәгә өйләнә. Бик тырышып донъя көтөп китәләр улар. 1921 йылда тәүге улдары Тәуфиҡ тыуа. Ул осорҙа колхозлашыу башлана, ҡартатайымдар ҙа 2 ат, 3 һыйыр биреп, колхозға инәләр. Абдулла Әҙеһәмов бик дәртле, актив йәш кеше, ялҡынлы агитатор ҙа була. Йәштәрҙе үҙ артынан эйәртә белгәнгә, уны беренсе колхоз председателе итеп тәғәйенләйҙәр. Колхоздың эше тиҙ арала алға китә, ауылдаштар күмәк көс менән мәктәп төҙөйҙәр, таштан магазин, клуб кеүек биналар һалалар. Ә кистәрен йәштәр клубта йыйылыша, спектакль, концерттар ҡуя. Йәштәрҙе ойоштороуҙа ауылға килгән йәш активист, китапханасы егет Мирхәйҙәр Фәйзиҙең роле ҙур була. Ул данлыҡлы “Ғәлиәбаныу” драмаһын да тап ошо Юлыҡ ауылы кешеләрен прототип итеп алып яҙа, тәү тапҡыр Юлыҡ йәштәре уны сәхнәгә ҡуя. Ҡартатайым Абдулла ла ошо клуб эштәрен ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, үҙе матур итеп йырлай, гармунда өҙҙөрөп уйнай. Ҡартатайым менән ҡартәсәйемдең тәүге улдары Тәүфиҡ та үҫеп етә һәм Темәс педучилищеһын тамамлай. Тик ҡулына диплом алған көндө II Донъя һуғышы башлана. Тәүфиҡты Баймаҡ районы I Этҡол мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Ә ҡартатайымды һуғышҡа ебәрмәҫкә ҡарар сығаралар, сөнки ауылда ирҙәр юҡ, ә ул - председатель кеше, алты бала атаһы ла. Әммә ул бөтә ир-егеттәр һуғышта булғанда өйҙә ята алмайым, тип, 1942 йылда үҙе теләп яуға китә. Был инде ҡартатайымдың, 46 йәшлек ир-уҙамандың, ғүмерендәге өсөнсө һуғыш була. Ул генерал Рокоссовский бригадаһында һуғыша, әммә Рязань, Ржев ҡалалары өсөн барған һуғышта Березина йылғаһы аша сыҡҡанда яралана. Үҙе һөйләүенсә, ул өс фашист ҡамауында ҡала, икеһенә ата, өсөнсөһө ҡартатайымды яралап өлгөрә. Пуля уның һул ҡулының терһәгенән инеп, ҡуш һөйәкте ярып, беләктән сығып китә. “Күлдәк еңен ысҡындырғанда уның эсе тулы ҡан ине”, - тип һөйләгән ул. Ҡартатайымды оҙаҡ дауалайҙар. Ул саҡта хәрби врачтар бик көслө була, был яраның үлемесле булыуын улар яҡшы аңлай һәм яугирға ҡулын киҫергә тәҡдим итәләр. Ә ҡартатайым ҡырҡа баш тарта, врачтар: “Киҫтермәнең, үкенерһең, ошо яраң башыңа етер әле”, - тип, уны ҡайтаралар. Ҡартатайым II төркөм инвалиды булып, тыуған ауылына, 6 балаһы янына ҡайтып төшкәс, балалары аталарын танымай тора. Ә иң өлкән улы - Бикеш ауылына партком секретары итеп эшкә тәғәйенләнгән Тәүфиғы - үҙе теләп фронтҡа киткән була. Инәйем хәтерләүенсә, уны етәкселек бер ҙә ебәрергә теләмәй, сөнки белемле, алдынғы ҡарашлы, уҡыған йәштәр тылда бик кәрәк була, әммә Тәүфиҡ ил алдында торған бурысын үтәүҙе маҡсат итеп ала һәм китә. Шул китеүенән ул кире әйләнеп ҡайтмай. 1943 йылдың йәйендә уның хәбәрһеҙ юғалды, тигән “ҡара ҡағыҙы” килә. Уның һуңғы хаты февралдә килгән була. Бына шулай киләсәк быуындар тыныс йәшәһен өсөн башын һалған күп йәштәрҙең береһе була ул. Тәүфиҡ ағайымдың фронттан яҙған хаты әле лә бар, ундағы һүҙҙәрҙән үҙәктәр өҙөлә, күҙҙәргә йәштәр төйөлә.
Ҡартатайым һәм ҡартәсәйем өсөн был бик ҙур ҡайғы була. Шулай ҙа улар бөгөлөп төшмәй, колхоздың бер эшенән дә ҡалмай тырышып эшләй: игенде ураҡ менән уралар, колхоздың картуф, йәшелсә баҡсаларында эшләйҙәр. Ул ваҡытта ике улы Ғаяз менән Исмәғил үҫеп, егет ҡорона етәләр, уларҙы ла ата-әсәһе, булған тиклемен йыйып, Темәс педучилищеһында уҡыта. Йәйен ағалы-ҡустылы бесән саба, кәбән ҡоя, үгеҙ, һыйыр егеп ер һөрә - колхоздың төп эшсе көсөнә әйләнәләр. Хатта бәләкәй балалары – 9, 11 йәшлек Вилүрә менән Рияз да колхоз баҡсаһында һыу һибеү, утау, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйыу кеүек эштәрҙә ҡатнашалар. Шулай бөтә ил ҡайғыһын бергә күтәрәләр, еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйҙәр.
Оҙаҡ көттөргән Еңеү яҙынан һуң да ҡартатайым колхоз эшен алып бара: бригадир, ялҡынлы агитатор, звено башлығы, төҙөлөш бригадаһы бригадиры була. Һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе яңынан ҡоралар. Был ваҡытта инде Абдулланың улы Ғаяз педучилищены тамамлап, Юлыҡҡа уҡытырға ҡайта, өс ай уҡытҡас, уны ла әрмегә алып китәләр һәм ул 7 йыл хеҙмәт итә. Ә Исмәғил улы 4 йыл хеҙмәт итә.
Бөтә ғүмерен илен һаҡлауға, уға хеҙмәт итергә биргән ҡартатайым күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән хаҡлы ялға сыға. Шулай ҙа өйҙә генә ултырмай өс һуғыш ветераны. Колхозға өмәләргә йөрөй. Ауыл халҡы уны һәм уның ҡатыны, беҙҙең ҡартәсәй – Хафизәне лә хөрмәт итә. Рухи яҡтан да бик бай күңелле кеше була Абдулла, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын еренә еткереп, бер һүҙен дә яңылыштырмай, көйөн боҙмай, матур итеп йырлауын ауылдаштары әле лә хәтерләй. Ул “Әрме”, “Зәлифә”, “Һалдат йыры”, “Һин сазыңды уйнаның” йырҙарын гел йырлап йөрөр булған. Үҙе лә ғүмере буйы матур кеше була ул. Әбейе Бибиямал: “Минең Абдуллам матур кәүҙәле, йәштәр кеүек һелкетә баҫып китә. Йәштәрең ары торһон!” - тип әйтер булған. Үҙенә оҡшап, уның балалары ла йыр-бейеүгә маһир, тырыш булып үҫә, барыһы ла юғары белемле була: Тәүфиҡ – Темәс педучилищеһын; Ғаяз – педучилищены, һуңыраҡ – Магнитогорскиҙа пединститут; Исмәғил – педучилище, Вилүрә - Белорет педучилищеһын, Вилә менән Ринат – Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тыуған яҡтарында мәктәптәрҙә эшләйҙәр. Ә Рияз менән Дияс инженер-электрик һөнәрен үҙләштерәләр.
Ә ҡартатайымдың һуғышта алған яраһы үҙен 1974 йылда иҫенә төшөрә. Уның яралы ҡулында яман шеш барлыҡҡа килә, шул ауырыу артабан аҙып, һоҡланырлыҡ кешенең, өс һуғышта ҡатнашҡан ҡартатайымдың ғүмерен өҙә. Үкенескә ҡаршы, ул, үҙ иленең ысын гражданины, һуғыш ветерандарына бөгөнгө көндә күрһәтелгән бер генә хөрмәтләүҙәрҙе күрә алмай китә.
“… Ай-һай аҡҡош, ай матур ҡош,
Бында осма, шунда ос, шул,
Ҡанатыңа хат яҙамын
Илем ҡайҙа – шунда төш…”
Был һағышлы йырҙы хәҙер атайым йырлай, йырлай ҙа тынып ҡала… Эйе, иң ҡәҙерле кешеһенең иҫтәлеге булып йыры ғына ҡалды, ул йыр һағышлы моң булып минең күңелемә лә үрелә, был матур моң ҡолаҡты иркәләй, уны яратып мин дә башҡарам. Уны йырлаған ваҡытта, әйтерһең дә, әтекәй миңә был матур тыныс донъяның ҡәҙерен белергә, тыныс тормошта гөлдәй йәшәргә саҡырғандай була…
Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә уларҙың төҫө, вариҫы булып беҙ – уларҙың киләсәге ҡалдыҡ. Беҙҙең бурыс – уларҙың изге эштәрен дауам итеп, илебеҙҙе артабан үҫтереү һәм атай-олатайҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген онотмау. Уларҙың яҡты исеме һәр саҡ күңел түрҙәрендә һаҡланыр.
Роза Хөснуллина,
филология фәндәре кандидаты.