Сара филология фәндәре кандидаты, бүлек мөхәррире Роза Хөснуллина башҡарыуында ”Нуғайбәк” йыры менән башланып китте. Мөхәррир урынбаҫары Регина Камалова “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тарихы менән таныштырғандан һуң, баш редактор Миләүшә Ҡаһарманова махсус хәрби операция яугирҙәре бүләк итеп биргән ҡорамалдар: бронежилет, каска, сапер көрәге, сухпаек һ.б. экспонаттарҙы күрһәтеп мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Дәрес һорау-яуап формаһында барҙы, махсус хәрби операция яугирҙәренең туғандарына, һорауҙарға актив яуап биргән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Батырлыҡ дәресе” иҫтәлекле булды, ул уҡыусыларҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалыр тигә ышаныста ҡалабыҙ.