+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
4 Июнь , 13:10

Йәшәү көсө

Тағы сағыу май тыуҙы, Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙы. Дәһшәтле яуҙа илебеҙ азатлығын һаҡлап алып ҡалған быуын – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – арабыҙҙа хәҙер бик һирәк. Ул осорҙоң тере шаһиттары булған һуғыш осоро балалары ла инде туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай.

Йәшәү көсө
Йәшәү көсө

Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылы аҡһаҡалы Әхмәтсафа Сабирйән улы Шәйәхмәтов, немец-фашист ғәскәрҙәре, Ҡыҙыл Армия нығынған Можайск оборона һыҙығына сығып, йөҙ саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан Мәскәүҙе баҫып алырға яҫҡынып ажарланған көндәрҙә – 1941 йылдың 10 октябрендә – донъяға килә. Ҙур ғаиләлә алтынсы бала була ул. Атаһы Сабирйән Хаммат улы, һаулығы насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. Уны 1942 йылда ғына хеҙмәт армияһына саҡыралар. Йылайыр районында урман ҡырҡыуҙа эшләй. Күпмелер ваҡыт үткәс, ауылға ҡайтып, тракторға ултыра. 1943 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа киткән ҡаһарманға яу ҡырынан ғаиләһенә имен-һау әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Ләкин йөрәге аҫтында дошман йәҙрәһе ярсығы йөрөткән ветеран оҙаҡ йәшәй алмай – 1948 йылдың яҙында донъя ҡуя. Был ваҡытта Әхмәтсафаға ете йәш тә тулмаған була.
Бригадир, склад мөдире, хатта һатыусы эштәрен алып барған атаһы булғанда артыҡ ауырлыҡ күрмәһәләр, уның мәрхүменән һуң, михнәтле тормоштары башлана. Малай бер йыл ғына мәктәпкә йөрөп ҡала. Башҡа уға уҡыу теймәй, аслыҡ-яланғаслыҡ шулай яҙмышын хәл итә. Бәләкәйҙән ҡара эшкә егелә, йылҡы көтә, сусҡа фермаһына һыу ташый. Ун өс йәшендә уны әсәһе, бергә йөрөтөп эшләтермен, тамағы – туҡ, өҫтө бөтөн булыр, тигәс, Ибраһим Мусин атлы кешегә эйәртеп ебәрә. Шул китеүҙән Әхмәтсафа ике йыл тыуған йортона тик ҡышҡа ғына ҡайтып йөрөй, «Йылайыр» совхозының Октябрьский бүлексәһендә һарыҡ көтә. Тамаҡ ялына чабан ярҙамсыһы була, йәше етмәгән балаға хеҙмәт кенәгәһе лә асмайҙар. Пенсияға сыҡҡан ваҡытта ул йылдары хеҙмәт стажына инмәй ҡала. Был да – һуғыш осоро балалары иңенә төшкән бер ғәҙелһеҙлек, әлбиттә.
Әсе нужа һурпаһын ярайһы эскән Әхмәтсафа Темәстә атайһыҙ балалар өсөн асылған интернат-мәктәп тураһында ишетеп ҡала. Унда хөкүмәт иҫәбенә ашаталар, баштан-аяҡ кейендерәләр ҙә икән. Уҡыу теләге көслө булған малай бәхетен һынап ҡарарға була – юлға сыға. Урмандан ағас ташыған совхоз машиналарының береһенә эләгеп барып етә Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына. Интернат-мәктәп элекке Темәс педагогия училищеһының ике ҡатлы ағас бинаһында урынлашҡан була.
– Барып индем дә буш коридор буйлап китеп барам. Бер ағай кеше, балам, нимә эшләп йөрөйһөң бында, тип һораны. Ошонда уҡығым килә, тим уға. Икенсе йә өсөнсө класҡа ултырырға ниәтләнгәнемде белгәс, һинең йәштәгеләр хәҙер биш-алтыла бит, тине ул, – тип һөйләй хеҙмәт ветераны, иҫтәлектәрен яңыртып.
Яҡшы тормош тураһында хыялланған, ымһынып, ҡайҙа ятҡан интернатты юллап, яңғыҙ үҙе сәфәр сығып киткән тәүәккәл малайҙың барлыҡ өмөттәре шулай селпәрәмә килә.
Уның ауылға кире ҡайтыуы ла бер мажараға әүерелә.

Баймаҡ районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Йәшәү көсө
Йәшәү көсө
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: