Күрше Яугилде ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ сибәрлеге менән генә түгел, күңелсәк, сос һәм зирәк булыуы менән дә башҡаларҙан айырылып тора. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул да, тиҫтерҙәре кеүек, уҡыуын Бурлы ауылындағы урта мәктәптә дауам итә. Кластағы оҙон буйлы, зәңгәр күҙле, һарғылт сәсле Рәмил атлы сибәр егет Яугилде һылыуына бер күреүҙә ғашиҡ була. Шул ваҡыттан уларҙың мөхәббәт романы яҙыла башлай ҙа инде.
Был романдың һәр бите ике ғашиҡтың тәрән хисле лә, ҡыҙыҡлы ла, мажаралы ла ваҡиғаларҙан хасил. Кистәрен Рәмилдең, өс саҡрымдағы Яугилдегә йүгереп барып, һөйгәне менән осрашып-күрешкәс, төн уртаһында кире ауылына ҡайтып китеүе – үҙе бер матур тарих түгелме ни?! Ҡыш көндәре иһә егет «свидание»ға саңғы менән бара. Бына ошолай, көн аралаш ике ауыл араһында йөрөй торғас, Рәмил уйламағанда спортсы булып китә!
Урта мәктәпте тамамлағас, Сайма бер йыл самаһы фермала һауынсы булып эшләп ала һәм икенсе йылына, Өфөгә барып, ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына уҡырға инә, ә Рәмил Стәрлетамаҡтағы физкультура техникумында ситтән тороп уҡый башлай. Ике студенттың һағынышып осрашыуы һирәгәйә бара. Тиҙҙән егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ике араны өс йыл буйы бары һөйөү хаттары бәйләй.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа мәктәптәрҙә генә түгел, юғары уҡыу йорттарында ла белем алыу түләүле була. Әсәһе күптән вафат булған Сайма юғары уҡыу йортона ингәндә, бер туған Рим ағаһы Өфө медицина институтының 4-се курсында уҡып йөрөй. «Ике студентты аҡса түләп уҡыта алмайым, ҡыҙым, һин ҡайт инде, исмаһам, ағайың уҡып бөтһөн», – ти яңғыҙ донъя көткән атаһы. Тамаҡ сире менән яфаланған Сайма, 2-се курсты тамамлағас, ирекһеҙҙән ауылға ҡайтырға мәжбүр була.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ шул... Бер ямандың бер яҡшыһы була, тиҙәр. Аҡса эшләп, өҫ-башты ла бөтәйтергә кәрәк. Кисәге студент ҡыҙ, Салауат ҡалаһына барып, теген фабрикаһына эшкә урынлаша. Бер-береһен һағынып, оҙаҡ түҙә алмай йәштәр – отпуск ваҡытында Сайма һөйгәненә Мәскәүгә юллана. Бер аҙна самаһы үтеүгә, Рәмилен күреү бәхетенә ирешеп, ул ҡанатланып ҡайтып та төшә.
Тегенсе булып өс йылдан ашыу эшләгәс, һөйгән йәре армиянан ҡайтыу менән, Сайма ҡала тормошона ҡул һелтәй. Рәмил йәнә ике ауыл араһын тапарға керешә. 1966 йыл аҙағында ул һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Никах уҡылғас, йәштәр Рәмилдең инәһе Өммөгөлсөм менән бер өйҙә йәшәй башлай.
Егәрле килен Бурлы фермаһында һауынсы булып эшен дауам итә. Тиҙҙән бер-бер артлы балалары – Римма, Наил, Гөлнара, Гөлназ, Ләлә, Рәзил донъяға килә. Әйтәһе лә түгел, ҙур ғаиләгә еңел булмай бәләкәй өйҙә донъя көтөүе. Зәйнуллиндарҙың ҙур йорт һалып кереү хыялы яйлап бойомға аша.
Ғаилә башлығы Рәмил Кәшбулла улы мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡыта, физкультура һәм машина өйрәнеү предметтарынан уҡыусыларға һабаҡ бирә. Ябайлығы, баҫалҡылығы, үҙ һөнәрен төплө белеүе менән ихтирам ҡаҙанған уҡытыусы байтаҡ йылдар класс етәксеһе лә була. Район мәғариф бүлеге һәр эште оло яуаплылыҡ менән башҡарған абруйлы уҡытыусыны мәктәп директоры итеп тәғәйенләп ҡуя. Әйткәндәй, Бурлы урта мәктәбе тарихында Рәмил Кәшбулла улы Зәйнуллин бик күп быуын уҡыусыларының иң яратҡан, иң ихтирамлы уҡытыусыһы булып таныла.
Сайма Йомағужа ҡыҙы иһә сабый ҡарап өйҙә оҙаҡ ултырмай: йәш балалар булғанлыҡтан, фермала эшләүе ауырға төшә, шуға ла һигеҙ йылдан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген ауыл магазинында дауам итә. Артабан аш-һыу оҫтаһы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, мәктәп ашханаһында уҡыусыларға тәмле ризыҡ бешерә.
Бәхетле ғаиләлә буй еткергән ҡыҙ-улдары, урта мәктәпте тамамлап, төрлө уҡыу йорттарында белем ала, һәр береһе матур ғаилә ҡора. Эше барҙың – ашы бар. Зәйнуллиндарҙың барса балалары, килен-кейәүҙәре хәҙерге көндә үҙ һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләп йөрөй: өлкән ҡыҙҙары Римма – почтальон, Наил – уҡытыусы, Гөлнара – заправка хеҙмәткәре, Гөлназ – шәфҡәт туташы. Ләлә – уҡытыусы-өлкән тәрбиәсе, Рәзил иһә – электрсы-инженер. Ата-инәләренә оҡшап, барса балалары ла, килен-кейәүҙәре лә бик уңған, йорттары ауылды йәмләп тора.
Сайма Зәйнуллина, I һәм II дәрәжәле «Әсәлек даны» миҙалдарынан тыш, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була.
Әммә ҙур ғаиләне бәлә-ҡаза ла урап үтмәй... Ике тиҫтә йыл самаһы элек, эҫе йәйге көндәрҙең береһендә, мунса менән аҙбарҙары янып китә. Күрше-күләндең, ауылдаштарының ярҙамы менән өйҙәрен генә янғындан ҡурсалап алып ҡалалар.
Бик күптән инде Зәйнуллиндарҙың ҡупшы йорто йыл әйләнәһенә ҡунаҡхананы хәтерләтә. Күрше-күләне, күп һанлы туғандары, дуҫтары, Рәмил Кәшбулла улының уҡыусылары ла уларҙың өйөнә һуҡмаҡты һыуытмай.
Каникул һайын ейән-ейәнсәрҙәре өләсәй менән олатай өйөндә рәхәтләнеп ҡунаҡ була. Ауылда йәшәгәндәре иһә аҙна һайын килеп, ярҙам итешә.
Ауылдаштары һәр эшкә маһир ҡатын тураһында «беҙҙең Сайма» тип ғорурланып һөйләй. Уның аш-һыуға, ҡул эштәренә бик оҫта икәнлеген бурлылар ғына түгел, хатта күрше ауылдарҙың халҡы ла яҡшы белә. Туй, юбилей кеүек байрамдарға һый-ниғмәт әҙерләшергә уға өндәшмәй ҡалмайҙар.
Сайма апай Ураҙа, Ҡорбан байрамдарына, йома намаҙҙарына даими йөрөргә тырыша. Үҙе иһә әруахтар рухына бағышлап әленән-әле Ҡөрьән уҡытып тора. Йәнә тағы шуныһы һоҡландыра: Сайма Йомағужа ҡыҙы төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡарауҙан мәхрүм ҡалған өлкән йәштәге әбейҙәрҙе үҙ өйөндә тәрбиәләй йәки йорттарына барып ярҙам итә. Йөрәк ҡушыуы буйынса олоғайған кешеләрҙе ҡурсалауы, уларҙың өҫ кейемен йыуыуы, мунса индереп тороуы, тәмле итеп ашатыуы тураһында яҡын-тирәлә яҡшы беләләр. Оло йәштәгеләр, уға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, үҙ бағыусыһы менән бәхилләшеп, тыныс шартта баҡыйлыҡҡа күсә. Хәйер, ныҡ ҡартайып вафат булғандарҙың яҡын туғандары ла ғәзиз кешеләрен һуңғы юлға оҙатырға ҡайтмаған осраҡтар була. Эйе, донъяла төрлө бәндәләр бар шул...
Кеше хәленә керә белгән шәфҡәтле, киң күңелле ҡатынды юҡҡа ғына «Ололар приюты хужабикәһе», «Мать Тереза» тип атамайҙар. «Сайма мине лә ҡараһын әле», – тип төрлө тарафтан үтенес ебәреүселәр әле лә бар. Әммә тиҙҙән 80 йәшен тултырасаҡ Сайма Йомағужа ҡыҙының мәшәҡәттәре былай ҙа етерлек. Тормош бит аҡ-ҡара һыҙаттарҙан тора. Алты йыл самаһы элек Рәмил Кәшбулла улын фалиж һуға. Ирен бала баҡҡандай тәрбиәләү, тейешле ризыҡ бешереү, күнекмәләр эшләтеү уның көндәлек хәстәрҙәренә әүерелә.
Сайма апай оҙаҡ йылдар инде тиҫтәнән ашыу гәзит-журнал алдыра, араларында медицинаға ҡағылышлылары бар. Уларҙы диҡҡәт менән уҡып барып, үҙенең күптәнге сирен еңеп сыға, һуңғы йылдарҙа иһә «Сайма духтыр» ирен дауалау ысулдарын да үҙләштереп ала.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш, яҙҙан алып көҙгәсә баҡсала йәшелсә-емеш, сәскә үҫтереү, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрау тиһеңме – ошо хәтлем эшкә нисек өлгөрә икән был Сайма, тип аптыраусылар бихисап.
Зәйнуллиндарҙың ҙур татыу ғаиләһендә, кейәү-килендәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән иҫәпләгәндә, өс тиҫтәнән ашыу кеше йыйыла. Туй, юбилей, тыуған көндәр, аят аштары ойошторғанда тыштан да, эстән дә балҡып торған өйҙәре туп-тулы булып китә. Бәхетле ҡартлыҡтың оло шатлығы ошо түгелме ни?!
Бурлы ауыл биләмәһендәге иң ихтирамлы, абруйлы ғаиләләрҙең береһе иҫәпләнгән Зәйнуллиндарҙы тотош районда ла һәйбәт беләләр. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр бит. Спортты ғүмерлек юлдашы иткән Рәмил Кәшбулла улының балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә, атай-олатайҙары кеүек, кесе йәштән физик культура менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, «Яугилде кубогы» өсөн йыл да уҙғарылған ғаиләләр араһындағы волейбол ярышында был ғаилә командаһы күп осраҡта еңеү яулай.
Сайма Йомағужа ҡыҙы ла спорттың заманса төрөн үҙләштергән – әхирәттәре менән аҙна һайын Имәнлек урамын бер нисә тапҡыр скандинав таяғында йөрөп әйләнә.
– Донъяларҙың тыныс булмауы ғына борсолдора. Илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлаған ир-уҙамандарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә лә тырышам. Егеттәребеҙ тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын инде, тип доғалар ҡылам, – ти Бурлы ауылы ағинәйе.
Бар ғүмерен балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен генә түгел, ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге әбейҙәрҙе тәрбиәләп, сикһеҙ изгелек ҡылыуға арнауы, күрше-күләненә, ауылдаштарына, хатта яугирҙәребеҙгә һәр даим ярҙам итеп тороуы менән бөтмәҫ сауапҡа ирешкән һәм ҙур ихтирам ҡаҙанған бик тә бәхетле, миһырбанлы, игелекле, оло йөрәкле заттарҙың береһе ул Сайма Йомағужа ҡыҙы Зәйнуллина. Уның һөйөклө ире Рәмил Кәшбулла улы менән яҙған һөйөү, ғаилә һәм мәрхәмәтлелек романы күптәргә үрнәк тә, фәһемле лә.
Ниязбай СӘЛИМОВ.
Ғафури районы.
Фотолар ғаилә архивынан.