Һөйкөмлө һәм йомшаҡ күңелле өләсәй, хәстәрлекле ир ҡатыны, уңған хужабикә Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова-Ғәлинаның тормошо бәхеттән генә ҡойолған тиерһең… Уның ғүмер шишмәһенең башы – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында. Ябай колхозсы ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға ауаз һала сибәр ҡыҙ. Ихата тулы мал-тыуар ҡараған, баҡса үҫтергән тырыш ата-әсәһе, ағай-апайҙарынан үрнәк алып, эш яратырға өйрәнеүе, мәктәп йылдарында алдынғылыҡты бирмәүе сәмле һылыуҙың холҡон сыныҡтыра.
Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова 1981 йылда, Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Баймаҡ районы Аҡтау ауылының башланғыс мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә. Бала сағынан бөтәһен дә еренә еткереп башҡарырға яратҡан, дәрте ташып торған педагог балалар уҡытыуға мөкиббән бирелә. «Аҙ комплектлы мәктәптә 1–3-сө класс балаларын уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү, ата-әсәләрҙе белем һәм тәрбиә иленә йәлеп итеү, төрлө кисәләр үткәреү менән бер рәттән агитатор булып, мәғлүмәттәр туплап, «Молния»лар сығарыу, кискеһен совхоздың ырҙын табағында эшләү, хатта төнгө сменала яҙғы сәсеүҙә ҡатнашыу йәшлек дәрте менән башҡарылғандыр ул. Ә клубта йәштәр, ауыл халҡы менән концерт әҙерләп ҡуйыуҙар...» – тип йәшлеген бәйән итә мөләйем ханым. Ғүмер юлдашын да шунда осрата ул. Шәфҡәт Йосоп улы менән вәғәҙәләр бирешеп, береһе – Йылайыр совхоз-техникумына, икенсеһе Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡоралар, йорт төҙөп инеп, күпләп ҡош-ҡорт һәм мал үҫтерәләр. Хатта ауыл хужалығы техникалары һатып алалар, икеһе лә еңел автомобиль артына ултыра. Шәфҡәт Йосоп улы – механизатор, унан – механик, аҙаҡ бүлек идарасыһы булып эшләй. Ғаиләлә ике бала ата-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнә, ауыл мәктәбендә алған белем менән генә риза булмай, бер-бер артлы Cанкт-Петербург университетында яңы ғилемгә эйә булырға өлгәшәләр.
Ауылда тулы булмаған (9 йыллыҡ) мәктәп төҙөлгәс, Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһында дауам итеп, үҫеп килеүсе йәш быуында телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Хәлил Һөйөндөков.
Баймаҡ ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2024) һанында уҡығыҙ.