Фәнзил менән Лилиә Әҙелбаевтар өс бала тәрбиәләй. Һәр йәһәттән әүҙем, тырыш ғаилә күптәр өсөн өлгө булып тора. Ғаилә башлығы Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул, бер йылда ике синыф программаһын үҙләштереп, мәктәпте 14 йәшендә тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Үҫмерҙәр йәшенән яңы сыҡҡан дипломлы белгес үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Өфөнөң Дим районы хакимиәтендә, «Китап» нәшриәтендә, Сибай телетапшырыуҙар студияһында эшләп ала. Әле Фәнзил Кәрим улы Ишембай телевидениеһын етәкләй. Хәләл ефете Лилиә иһә – йәмле Торатау итәгендә урынлашҡан Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан. Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһын тамамлағандан һуң БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ҡараған журналистика бүлегендә белем ала. «Һылыуҡай» республика бәйгеһендә Гран-при яулаған гүзәлкәй булараҡ та билдәле ул. Хеҙмәт юлын «Тамыр» телеканалында башлай.
Ҡыҙҙары Айзелгә әле 12 йәш. Ул бәләкәйҙән урта махсус музыка колледжында скрипка серҙәрен үҙләштерә, фортепиано буйынса уҡый. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурстарында еңеүҙәр яулай. Улдары Йософ менән Ибраһим хоккей, футбол менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә тырышып уҡый.
Вундеркинд, тиңе булмаған гүзәл булараҡ билдәлелек яулаған Фәнзил менән Лилиә «йондоҙ» ауырыуына бирелмәй, тормошта үҙ урындарын таба һәм бөгөн яңы үрҙәр яулай. Әҙелбаевтар республикала башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә шаҡтай өлөш индереүҙәре менән киң танылыу алған. 2018 йылда улар һатыуға Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡорт телендә һөйләшкән ҡурсаҡтар сығара башлай. Ошо рәүешле Фәнзил Кәрим улы күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашыра. Туған тел мәсьәләһе үтә лә киҫкен торған заманда ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләгән атай булараҡ, был шөғөлөнөң ни тиклем әһәмиәтле һәм оло мәғәнәгә эйә икәнен тәрәндән аңлай, шуға ла уға бар күңелен һала.
Үҙ эшен асҡан ғаилә Киров ҡалаһындағы «Весна» фабрикаһы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Үҙҙәре әҙерләгән эскизға ярашлы, ҡурсаҡтарҙы оҙон сәсле итеп эшләтәләр. Уларға Айһылыу, Сәлимә, Мәликә тип исем ҡушалар. Ҡупшы күлдәктәрен Мәләүездән Фәнзилә Бураҡанова тегә, биҙәүестәр менән нағышлай. Ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән уйынсыҡтар башҡорт телендә һөйләмдәр әйтә белә, йырлай, бер минут дауамында диалог формаһында әңгәмә ҡора. Ә кемдән алғандар һуң һоҡланғыс тауышты? Баҡһаң, Лилиә Әҙелбаева үҙе һөйләшә икән «ҡурсаҡ» телендә. «Ҡыҙыбыҙ тыуғас, теле «атай», «әсәй» тип асылһын, тип теләнек һәм ғаиләбеҙҙә башҡорт мөхите булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Уйынсыҡтар ҡарай башланыҡ. Тик үҙебеҙсә һөйләшкән, музыка уйнатҡан, заман талаптарына яуап биргәндәрен тапманыҡ. Шунда Фәнзил, юҡ, былай булмай, әйҙә, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына матур ғына ҡурсаҡ яһайыҡ, тине», – ти Лилиә Элфир ҡыҙы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2023) һанында уҡығыҙ.