+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
29 Ноябрь 2023, 15:23

Сәғәҙәтле тормош юлы

Әсәйле, атайлы булыу – Йыһандың иң затлы бүләгелер, бәхеттең иң юғары тәхетелер ул. Моғайын да, асмандарҙың бик аҙҙар өлөшөнә генә тейә торған бәхет тамғаһылыр. Был йәһәттән мин даланлы, сөнки яҙмышыма атай-әсәйҙең йылы ҡанаты аҫтында иркәләнеп буй еткереү яҙҙы. Бөгөн дә донъя буйлап атлағанда, ике яғымда ҡәҙерле фәрештәләремдең булыуын тойоу тормошомдо әйтеп аңлата алмаҫлыҡ яҡтылыҡҡа, нурға сорнап, мине иң бәхетлеһе итә.

Сәғәҙәтле тормош юлы
Сәғәҙәтле тормош юлы

...Миҙгелдәр алмашынып, көҙҙән ҡышҡа аяҡ баҫҡанда Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән ҡәҙерле кешеләрем – Фатиха Һаҙый ҡыҙы менән Рәмил Сабирйән улы Шәрәфетдиновтарҙың бергә йәшәүҙәренә илле йыл тула. Әсәйем менән атайымдың ғүмер юлын байҡайым да алтын туй асылы хаҡында уйланам. Ғүмерҙең ошо һиммәтле мәленә етер өсөн, кеше булмышы алты түгел, алтмыш тапҡыр ут-һыу кисәлер, тием. Тормош күперҙәрен үткәндә лә, яҙмыштың үтә лә әсе һурпаһын һемергәндә лә ике йөрәк бер-береһенән айырылмаған. Сабырлыҡ ҡанаттары һынмаған, саҡматаштай сымыры түҙемлек ғаиләне һаҡлаған. Уныһы, әлбиттә, әсәйемдең – ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағынандыр. Кескенәнән ярты етем ҡалып, ғүмере буйы атай һөйөүенә зар-интизар булған әсәйем был «емеш»тең әселеген татығанлыҡтан, ғаиләлә атай абруйын бик юғары ҡуйҙы. Атайымдың яҡлауын, һаҡлауын тойоп, уның көслө ҡулдарында иркәләнеп, һөйөлөп үҫтем мин. Ә ағайҙарыма ул терәк-таяныс ҡына түгел, ә ҙур спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы, остаз да булды. Әле лә ҡәҙерлеләрем, беҙ тип, инде ҡырҡты, иллене артмаҡлаған балалары өсөн өҙөлә, өҙгөләнә.
Әсәйебеҙҙең тормош юлы еңел булмай. Уға өс ай тигәндә, һуғыштан алған яраларынан мандый алмай, Һаҙый олатайыбыҙ донъя ҡуя. Келәт мөдире булып эшләгән уңған, һылыу, кешелекле Бибисара өләсәйебеҙ, 27 йәшендә генә тол ҡалыуына ҡарамаҫтан, башҡа тормошҡа сыҡмай, ике балаһын да ел-ямғыр тейҙермәй, кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтерергә бар көсөн, тырышлығын һала.
Әсәйебеҙ, тыуған Үткәл ауылында башланғыс белем алғас, артабан уҡыуҙы Шығай урта мәктәбендә дауам итә. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ Белорет педагогия училищеһын һайлай һәм 1972 йылда йәш белгесте юллама менән райондың Мәхмүт урта мәктәбенә ебәрәләр. Яңы ғына әрменән ҡайтҡан атайыбыҙ ҙа шул ауылға эшкә тәғәйенләнә. Ике йәш йөрәк, Ирәмәлтауға һыйынып ултырған ошо ауылда ҡауышып, ғаилә ҡора. Улдары Айҙар тыуғас, 1975 йылда тыуған яҡтарына – Шығайға ҡайтып төпләнәләр. Мәктәптә эш башлайҙар, матур итеп йорт һалалар, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Ауылдың иң матур ғаиләләренең береһе һаналып, уҡыусыларҙың иң яратҡан уҡытыусылары булалар.
...Ниһайәт, әсәйем янынараҡ ҡайттым, тип, ҡыуанып донъя көткәнендә, 50 йәшендә генә өләсәйебеҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Был саҡта әсәйемә ни бары 22 йәш була. Бер аҙҙан ун бер айлыҡ, яңы ғына атлап киткән шап-шаҡтай Динар улы ҡаты ауырып китә һәм уның көтөлмәгән үлеме әсәйемде аяҡтан йыға. Бирешмәй ул, күңел сөңгөлөнөң яра-һағышын баҫып, өләсәйемдең «Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмә» тигән һүҙҙәрен васыят итеп, тормоштоң ыжғыр бурандарына ҡаршы барырға өйрәнә.
Ә атайым уттай ҡыҙыу бесән мәлендә, Ҡағы ташы йәйләүендә бөтә туғай-ҡырҙарҙы яңғыратып донъяға килә. Һигеҙ балалы ғаиләлә икенсе булып тыуған атайым мәктәп йылдарында үҙен көслө спортсы итеп таныта, мәктәптең комсомол ойошмаһын етәкләй. 1968 йылда Шығай урта мәктәбен бөткәс, Салауат ҡалаһында физкультура уҡытыусыларының бер йыллыҡ курсын тамамлай. 1970 йылда илебеҙҙең алыҫ Камчатка тарафтарына хәрби хеҙмәткә юллана. Данлыҡлы «Ключевская сопка» вулканы янында стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәрендә взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Өлкән сержант вазифаһында йәш һалдат­тарҙы хәрби хеҙмәт серҙәренә өйрәтә. Ҡулға эйәләштерелгән айыуҙар, мышылар, пингвиндар, эттәр менән төшкән хәрби кейемдәге уның ҡупшы фотоһүрәттәрен яратып ҡарап, әрме мажараларын йотлоғоп тыңлап үҫтек. Телгә оҫта атайыбыҙ бәйән иткән «Әминбәк», «Оморҙаҡ», «Сәйфөлмөлөк» кеүек башҡорт халыҡ әкиәттәре әле һаман ҡолаҡ төбөндә сыңлағандай. Улар – йәйғорло бала саҡтың иң йылы, яҡты хәтирәләре.
...Миңә бәләкәйҙән беҙҙең өй иң матуры булып тойола ине. Сөнки уны алтын ҡуллы атайым һырлап, биҙәкләп яһаған. Уның тураһында «Башҡортостан» гәзитендә «Алтын ҡуллы оҫта өйөн алты йыл төҙөгән» тигән мәҡәлә лә сыға. Ысынлап та, ҡәҙерлем бер ҡасан да эшһеҙ ултырманы, сапҡан бураларын, һалған өй-мунсаларын, уйған тәҙрәләрен, ҡуйған кәсәктәрен һанап бөтөрлөк тә түгел. Көндөҙ мәктәптә балаларға спортҡа һөйөү тәрбиәләһә, ялдарында ҡулынан балтаһы төшмәне.
Дәртләнеп донъя көтә улар. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, яңы мотоцикл, бер аҙҙан ауылыбыҙҙа икенсе булып өр-яңы «Москвич» машинаһын алалар. Маҡсатлы атайыбыҙ 1987 йылда Ленин Орденлы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай, ә 2006–2010 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен камиллаштыра.
Атайыбыҙҙың ойоштороу һәләте лә көслө, уның башланғысы менән 1990 йылда ауылыбыҙҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов исеменә йүгереү буйынса ярыш үткәрелә башлай һәм бына 30 йылдан ашыу инде ул 9 Май – Бөйөк Еңеү көнөнөң матур бер сараһы булып тора. Ҡәҙерлебеҙ заманында ауылыбыҙҙа ғаиләләр араһында ярыштар ойоштора, походтарға йөрөтә, спектаклдәрҙә ҡатнаша, өҙҙөрөп гармунда уйнай. Һүҙгә оҫта, юморға бай кеше ул. Шығай мәктәбе спорт буйынса районыбыҙҙа иң алдынғылар иҫәбендә ине. 18 уҡыусыһы физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. Намыҫлы хеҙмәте «Башҡортостандың Почетлы өлкән уҡытыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Хеҙмәт ветераны» исемдәре, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһаланған.
2003 йылда ҙур ышаныс күрһәтеп, уны Шығай ауылының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Бында ла һынатманы, ауылыбыҙҙы күркәм­ләндереүгә, халыҡ өсөн тырышып эшләүгә 13 йыл ғүмерен арнап, 65 йәшендә генә хаҡлы ялға сыҡты.
Ир кеше тормошонда ҡатын-ҡыҙҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Атайыбыҙҙың шундай юғары үрҙәргә күтәрелеүендә ныҡлы терәге булған әсәйебеҙ алтынға бәрәбәр. Әйтеүе генә еңел, 50 йыл буйы ҡорған ояңды ҡурсыу өсөн күпме күңел көсө кәрәк: кисерергә лә, ҡеүәтләргә лә, иңеңде ҡуйып, яңылышлыҡтарҙан араларға ла...
Әсәйемдең 40 йәшенән һаулығы ҡаҡшауы үҙен һиҙҙерҙе. Бына ул дауаханала ята, ә мин уны өҙөлөп һағынып, ҡасан ғына ҡайта инде, тип, бала күңелем менән тетрәнеп көтәм. Шул ваҡытта йәнемде иңрәткән юҡһыныу хисенән тыуа тәүге шиғырҙарым да. Икенсе кластан һыйыр һауыу, икмәк һалыу, донъя көтөү мәшәҡәттәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарам, тик әсәкәйем һауығып, тиҙерәк ҡайтһын инде, тип теләйем. Уға хаттар яҙам, Өфөнән яуап менән матур байрам открыткалары килә.
Иң ҙур ағайым Айҙар Күмертауҙа уҡый. Тынғыһыҙ әсәйем йома көн кисен юлға сыға ла, Ҡарлыман станцияһында төн уҙғарып, шәмбе көнө янына барып етә. 15 йәшлек баш балаһын күреп, хәлен белеп, һағыныуын баҫып, күстәнәстәр менән һыйлап, бер төн йоҡлай ҙа кире ҡайтыр юлға сыға. Дүшәмбе таң менән ҡайтып етә лә мәктәпкә дәрескә бара. Бала йәнле әсәйем ағайҙарым уҡығанда Күмертау–Белорет юлын шулай күпме тапаны икән? Йылы ҡосаҡтан айырылып, мин дә уҡырға инәм, әсәйем – йүгерек бүҙәнәм, йән һағышымды тойоп, елә Сибайға, күңелемде бөтәйтеп, һағышымды таратып, йөрәгемде наҙға сорнап ҡайтып китә. Һаман да шулай: яныбыҙға килеп, ейәндәрен һөйөп, мине – иркә «көсөгөн» күреп, яратып ҡайтыуҙан күңел йыуанысы таба. Ағайҙарым дауаханала ятҡанда, көн-төн шул юлды тапаған, проблемалары булһа, ҡошсоҡтарын ҡурсалаған бөркөттәй, ҡанат йәйеп ярҙамға ташланған, борсолған, көйәләнгән әсәйебеҙ менән атайыбыҙ һаман да «балалар» тип яна.
Әсәйем һәр ейән-ейәнсәрен бала табыу йортонан барып алды, һәр ҡайһыһын 1 сентябрҙә тәүге тапҡыр мәктәпкә оҙатты. Ата-әсәһенең үтелмәгән ғүмерен, татылмаған һөйөнөс-көйөнөстәрен кисереп, тормошто ҡәҙерләп йәшәргә тырыша ул. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булған әсәйебеҙ яратҡан эшенә 30 йылдан артыҡ ғүмерен арнаны. Бигерәк тә нескә күңелле, уйсан кешемдең тауышы ла яғымлы, моңло итеп йырлай ҙа ул. Матурлыҡты, ғәҙеллекте һөйгән йөрәге сәскәләр, гөлдәр үҫтерергә ярата. Атайыбыҙ менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөнгө көндә ун ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй улар.
Ҡәҙерлеләрем, беҙҙең өсөн һеҙ – һыйынырлыҡ усаҡ, йән йылытыр ҡосаҡ! Тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар һеҙҙең йылығыҙҙа йылынып, иркәләнеп йәшәү насип булһын, тием. Был һүҙҙәрҙе мин көн дә алтын доғалай ҡабатлайым!
Атай, әсәй – аҫылдарым,
Һеҙ – бәхетем тәхете!
Һеҙҙең янда мин ҡанатлы,
Мин – ожмахлы, мин – йәннәтле,
Мин мең тапҡыр бәхетле!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: