Ишембай районының күркәм тәбиғәтле Кинйәбулат ауылында тыуа Гүзәл Сөнғәт ҡыҙы. Һигеҙ бала – һигеҙ холоҡ, бөгөнгө кеүек һәр кеменең күңеленә асҡыс табырға, аңларға тырышып, иркәләтеп кенә үҫтермәй шул уларҙы ата-әсәләре. Ишле ғаиләлә һәр кеме хеҙмәттең ҡәҙерен белеп, ауыл эше менән беләк нығытып буй еткерә. Гүзәл апайҙың бала сағынан күңелендә һаҡланған бер генә хәтирә уның үткәнен асыҡ төҫмөрләргә ярҙам итә: яландан емеш-еләк йыйып ҡайтҡанда, ауыл осонда туҡтап, гелән еләктәрҙе яулыҡҡа бушатып, яңынан биҙрәһенә тултырып алыр була ҡыҙсыҡ. Оҙон юлда атлай-атлай ҡайтһаң, еләктәр бер аҙ баҫыла төшә, ә былай туп-тулы күренә. Үҙе иҫ китмәле уңған һәм төпсөр әсәләре эштең әҙ генә етешһеҙлеген күрһә лә, ныҡ ҡына эләгә бәләкәйҙәргә.
«Биш малай, өс ҡыҙ үҫтек ғаиләлә. Әсәйем Хәзирә Шәрифулла ҡыҙы Ханнанова бик талапсан, ҡаты булды. Һәр беребеҙгә эште теүәл бүлеп, ҡарап, тикшереп кенә торҙо. Атайым Сөнғәт Йомағол улы урмансы һәм малсы ине. Уның менән утынға, бесәнгә йөрөнөм, малайҙар эшен дә башҡарҙым. Өсөнсө кластан һыйыр һауҙым, бишенселә инде, ҡамыр баҫып, икмәк һала башланым. Иҫемдә, тәүге тапҡыр икмәк бешергәс, башынан алып аҙағына тиклем Бөйөк Ватан һуғышын үткән атайым, мейестән яңы сыҡҡан күпереп торған тәмле еҫле әпәй киҫәген ҡулында ҡәҙерләп тотоп: «Минең бәләкәс ҡыҙым да икмәк һалырға өйрәнгән», – тип күҙ йәштәренә ирек биргәйне. Ипле холоҡло атайымдың яратыуын, йылы хәстәрен тойоп үҫтем, ул мине гел эйәртеп йөрөттө, мал-тыуар сирләһә, бергә дауалай ҙа торғайныҡ. Шунда ҡәҙерлем: «Ҡыҙым, һин медицина йүнәлешен һайла, бик шәп хирург сығасаҡ үҙеңдән, йәлләп ебеп тормайһың, тәүәккәл, ышаныслы тотонаһың», – тип кәңәш бирҙе. Әммә минең хыялым иҡтисадсы булыу ине», – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлағас, ул ваҡыттағы Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына документтарын тапшыра. Әммә уҡырға ҡабул ителмәй. Ғәжәпкә ҡалған һылыу, водителгә уҡып, Өфө урамдары буйлап троллейбус йөрөтөргә мәжбүр була. Бер нисә йылдан ғына Өфө медицина училищеһына уҡырға инеү бәхетенә өлгәшә. Ул арала кейәүгә сығып, Флүзә ҡыҙҙарына әсәй булып та өлгөрә уңғанбикә. Бишлегә генә тырышҡан, ғаиләһен дә, балаһын да ҡарап, эшләп тә йөрөгән һылыуҙы гел өлгө итеп ҡуялар. Тормош иптәше Әнүәр Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында көндөҙгө бүлектә уҡый һәм, ҡыҙы Флүзәгә урын бирһендәр өсөн, балалар баҡсаһына урам һепереүсе булып урынлаша.
Йәш белгестәр тыуған ауылына ҡайта. Гүзәл Сөнғәт ҡыҙы Кинйәбулатта яңы асылған балалар баҡсаһына шәфҡәт туташы булып эшкә инә. Һөнәре күңел асылына ла, холҡона ла тура килә: балаларҙы яратыуы, ата-әсәләргә ҡарата талапсанлығы, тәртип-таҙалыҡ тотоуы – учреждение өсөн ысын табыш була егәрле һәм оло йөрәкле шәфҡәт туташы.
Тормош иптәше менән тәүге осрашыуын әле лә көлөп хәтерләй Гүзәл апай. Күрше Ҡыҙыл Йондоҙ ауылынан Кинйәбулатҡа белгестәр ғаиләһе күсеп килә. Таминдар ағай – агроном, Фәриҙә апай – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уларҙың өс малайы һәм бер ҡыҙы бар: Әнүәр – икенсе улдары. Ул ваҡытта кистәрен халыҡ, өйҙәге эшен тамамлап, ауыл клубына кино ҡарарға йыйыла. Бер көндө «Сайха» тигән һинд фильмын килтерәләр. Гүзәл дә әхирәте менән киноға бара. Артҡы рәттән өлкән класс егеттәре урын ала. Шунда ултырған үҫмерҙәрҙең береһе зифа буйлы, биленә тиклем үрелеп төшкән ҡуйы ҡара сәсле Гүзәлдең толомонан ҡапыл тартмаһынмы! Ҡыҙ, аптырап тормай, боролоп бөтә көсөнә Әнүәрҙең сикәһенә сәпәй. Тәртипле генә ултырған егет шаңҡып ҡала. Баҡһаң, сәсен икенсе малай тартҡан икән. Шулай ҡыҙыҡ шарттарҙа уйламағанда ғына ярала Гүзәл менән Әнүәр араһында мөхәббәт хисе. Биш йыл дуҫлашып йөрөп өйләнешәләр. Хәҙер инде Гүзәл менән Әнүәр Туҡаевтарҙың бергә йәшәүенә ярты быуатҡа яҡын ғүмер үткән.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.