«Мин бына-бына тыуырға торғанда, йәй селләһе һүрелеп тә бөтмәгән август башында, әсәйем Мәрғүбә, балланып бешкән ҡыр сейәһен йыйырға тип, урманға китә. Сейәлектә донъяға килгәнмен мин. Әсәйем яулығына төрөп алып ҡайта. Атайым яңы ғына тыуған ҡыҙына таң ҡалып торған ваҡытта яурынына ҡыпһыуырҙай ҡулдар ята – райондан килгән погонлы әҙәмдәр, ғәйепһеҙҙән ғәйепле итеп, ҡулға алалар. «Халыҡ дошманы» тип, репрессияға дусар ителә ул. Ә бит атайым күмәк хужалыҡ өсөн фиҙакәр тырышҡан кеше була, әсәйем менән, пар аттарҙы ҡыҙыл таҫмалар менән биҙәп, ауылда тәүге комсомол туйы яһап өйләнешәләр», – тип хәтер йомғағын һүтә Рәсимә Татлыбай ҡыҙы. Ҡәһәрле 1937 йылда була был хәл. Шөкөр, уҙаман, яҡшы исеме аҡланып, күпмелер ваҡыттан ҡайтып төшә. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ул тәүгеләр рәтендә яуға китә.
«Беренсе класта уҡыған сағымда атайым фронттан яраланып ҡайтты. Бәхеттән башым күккә тейгән! Уны күрер өсөн, миңә эйәреп, балалар килә. «Минең атайымды осратманыңмы?» – тип һорай унан һәр береһе, мөлдөрәп. Атайым, барыһының да арҡаһынан һөйөп, берәр дәфтәр бите бирә – ул заманда алтынға тиң бүләк». – Ошо иҫтәлектәр бәләкәй саҡтың иң ҡояшлы мәле булып күңеленә уйылған. Әммә атайға һыйынып дүрт йыл ғына йәшәп ҡалалар – яраларҙан ҡаҡшаған яугир мандымай, эреле-ваҡлы ете балаһын ҡалдырып, донъя ҡуя.
Рәсимә, ғилемгә ынтылышы һәм һәләте ҙур булһа ла, етенсе кластан һуң, 15 йәше тулыр-тулмаҫ килеш, ирҙәр башҡараһы эшкә егелә. Дәүләкән кирбес заводы төҙөлөшөндә яҡшы түләйҙәр, тип ишеткәс, шунда юллана. Ауыр эштә хеҙмәт хаҡы ла заманына күрә юғары. Әсәһенә лә ярҙам итә, өҫ-башын да бөтәйтә ул аҡсаға. Хәйер, беләк йыуанлыҡ ҡалын толомо билдән түбән төшкән, тал сыбығылай нескә, йөҙөнән нур бөркөлгән һылыуҙы иң ябай ситса күлдәк тә хан ҡыҙылай затлы итер ине. Совет Армияһы сафтарында 1953 йылдан 1956 йылға тиклем хеҙмәт итеп, Венгриялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, тыуған ауылына яңы ғына ҡайтҡан Сабирйән Йосопов уны бер күрә лә йоҡонан яҙа.
Әммә дүрт йәштән тулы етем ҡалып, әсәһенең һеңлеһе – Фариза апаһы ҡулында үҫкән егет, «торор өйөң, бәйләр атың, таяныр нәсәбең юҡ!» тип, ҡыҙ нәҫеленең ҡаршы төшөрөн дә яҡшы белә. Шуға күрә тәүәккәл аҙымға бара: ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса, уны урларға була! Киске уйын бөтөүгә клуб эргәһендәге йорт янында, ажау айғыр егеп, иптәштәре көтөп тора...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2022) һанында уҡығыҙ.