+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
1 Декабрь 2022, 12:15

Мөхәббәтле ғаилә

Эске булмышы ҡоростай ныҡлы, аҡыллы кеше генә шулай ышаныслы, изге йәнле булалыр. Бәлки, Бөрйәндең йомарт та, ҡырыҫ та тәбиғәте сыҙамлыҡ, мәңге дөрләр яҡты йәшәү ҡуҙы өҫтәгәндер холҡона. Иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы һис бирешмәй күтәргән, бай рухлы, алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙе тормош маҡсаты итеп алған оло йөрәкле әсә һәм тәжрибәле педагог, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Нәзирә Зиннур ҡыҙы Шәрипова әле лә күптәр өсөн тоғро кәңәшсе, остаз булып ҡала.

Мөхәббәтле ғаилә
Мөхәббәтле ғаилә

Мәскәү ҡыҙы Нәзирә
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Рәсәйҙең баш ҡалаһында армияла хеҙмәт итергә ҡалған Бөрйән егете Зиннур менән Түбәнге Новгородтан эшкә килгән Нурсәнә тәү күреүҙән бер-береһен оҡшата. Йәштәр Мәскәүҙә өйләнешеп, 1954 йылдың 18 июлендә тәүге сабыйҙары донъяға килә. Шау сәскәле сағыу миҙгелдә тыуғанға, ҡыҙҙарына бәхет юрап, «өлгөлө, матур, йылмайыусан, сәскә атыусы» мәғәнәһен аңлатҡан Нәзирә исемен ҡушалар. Өс йылдан, хеҙмәтен тултырғас, Зиннур ғаиләһен гүзәл Башҡортостанға алып ҡайта. Бөрйән районының һоҡланғыс тәбиғәтле Байназар ауылында үтә бала сағы Нәзирәнең һәм уның һигеҙ бер туған һеңле-ҡустыһының. Күп балалы ғаиләлә өлкән апай булараҡ, бәләкәстән яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойоп, уларҙы хәстәрлеге менән солғап, хеҙмәт тәмен белеп үҫә тырыш ҡыҙ. «Әсәйем сая холоҡло, ут кеүек уңған ине. Атайым да егәрле, әммә сабыр, тыныс булды, ул эсмәне, тартманы, тауыш күтәрмәне. Ошо мөхәббәтле, татыу ғаиләлә һәр беребеҙ, үҙ көсөбөҙгә ышанып, яратылып үҫтек. Атайым менән әсәйем, 66 йыл бергә матур, тигеҙ ғүмер йәшәп, бер-береһенән әллә ни ҡалмай, баҡыйлыҡҡа күсте. Әле беҙ, туғыҙ бер туған, иҫән булғанға һөйөнәм. Аралашып, ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Туғандар өсөн өҙөлөп тороу – иң ҙур ҡиммәттер», – ти Нәзирә Зиннур ҡыҙы.

 

Илһөйәр улдар үҫтергән данлы нәҫел
Яңы Мөсәт мәктәбенә эшкә килгән йәш уҡытыусыға ауылдың аҫыл егеттәренең береһе Динислам күҙ һала. Ғашиҡ йәштәр тиҙҙән гөрләтеп туй яһай. Үҙҙәре айырым йорт күтәргәнсе ҡәйнәһендә йәшәйҙәр. Донъяһын гөл кеүек тотҡан егәрле ҡатындан күп нәмәгә өйрәнә отҡор килен. 43 йәшендә генә тол ҡалған ҡәйнәһенең туғыҙ балаһының етәүһе әле башлы-күҙле булмаған. Өлкән ағай менән еңгәгә яңғыҙ әсәләренең тормош ауырлығын бергә егелеп күтәрергә, һеңле-ҡустыларын аяҡҡа баҫтырышырға тура килә.
Ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Руслан, Рөстәм, Азамат исемле улдары тыуа, кескәй Роза ҡыҙҙарының донъяға килеүе, Шәриповтарҙың бәхетен арттырып, йәшәүҙәренә яңы һулыш өҫтәй. Һәр балаһына лайыҡлы сифаттар биреп үҫтерә атай-әсәй. Өс улдары ла БДУ-ның Сибай институтының Руслан – биология һәм физик тәрбиә биреү, Рөстәм – иҡтисад, Азамат физик тәрбиә биреү факультеттарын тамамлай. Роза БДУ-ның биология факультетын бөтә. Өлкән улдары институтта хәрби кафедрала уҡый һәм, ил алдындағы бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итә. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып, ҡыҙыу нөктәләрҙә булып ҡоростай сыныҡҡан һәм майор дәрәжәһенә еткән Руслан Динислам улы – байтаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 29-сы Махсус тәғәйенләнеш отрядында етәксе вазифа­һында. Отрядтары данлыҡлы Миңле­ғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Әле Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша улар. Нәҫелдәренән генә ете ир-егет – хәрби хеҙмәттә. Русландың үҙе кеүек Артур исемле етеҙ малайы бар.
Ә Рөстәм Динислам улы – ун йылға яҡын Бөрйән районын етәкләп, әлеге ваҡытта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы. Алдынғы ҡарашлы, кешеләргә илтифатлы, хәстәрлекле, үҙ эшенең оҫтаһы булған илһөйәр, эшһөйәр етәксе ул. Кәләше Айгизә менән арыҫландай баһадир ике ул үҫтерәләр. Ә Азаматтары Иҫке Собханғол урта мәктәбендә физкультуранан уҡыта, йәштәрҙә сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләй: футбол, грек-рим көрәше буйынса түңәрәктәр алып бара. Хәләл ефете Зарина менән бер ҡыҙға һәм ике улға ғүмер биргәндәр. Роза ҡыҙҙары менән Илдар кейәүҙәре Өфөлә йәшәй, Дамир һәм Денис исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Роза ла иҫ китмәле уңған, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Өйҙәрендә сүп тә ҡундырмай, бешергән аш-һыуы телде йоторлоҡ була.
«Үҙем уҡытыусы булғас, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомлап, уларҙың оҫталығын асырға, һәләтен, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә тырыштым, йүнәлеш бирҙем, үҙҙәре лә һынатманы, яратҡан шөғөлдән кинәнес табып, тағы ла маҡсатланып алға ынтылдылар. «Атайлы бала – арҡалы» тиҙәр, әсә ғаилә усағын һаҡлаһа, атай – ғаиләнең төп терәге, яҡлаусыһы. Атай абруйын юғары ҡуйыу бәхетте һаҡлай. Нәҫел-ырыу, ил, тел бәҫен, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләүҙең, халҡыбыҙҙың изге йолаларын хөрмәтләп дауам итеүҙең мөһим ҡанун икәнен дә бәләкәстән аңлата килдем.

Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотоһы.
Бөрйән районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: