«Бала саҡ йәйғор төҫтәрендә иҫтә ҡала бит ул, ауырлыҡтары булһа ла, cабый йөрәге, күҙҙәре тик яҡты сағылыштарҙы ғына күреүсән. Олоғая килә был тәңгәлдә дин, оло ҡөҙрәткә эйә аят-доғалар ярҙамға килә. Улар йәшәү, бәхет, ышаныс офоҡтарын киңәйтә, тигеҙлеккә, иплелеккә күндерә, донъяға, йәштәргә аңлап бағырға күңел күҙен аса», – ти, һүҙен башлап, Рәдифә Фәтҡлислам ҡыҙы.
1951 йылдың йәмле йәйендә Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында донъяға килә ул. Апаһы Зәлифә, мырҙаһы Сәғит, һеңлеһе Альмира – дүрт бала әле лә үҙ-ара бик татыу. Атайҙары Фәтҡлислам ағай, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, беренсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, почтала эшләй, әсәләре Хәтифә апай балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. «Атайым, ауырыу-һыҙланыуҙарына ҡарамай, эшләп йөрөнө, һуңынан әсәйемә тапшырҙы. Әсәйем почтаны алып ҡайтһа, беҙ, балалар, үҙ-ара бүлешеп таратабыҙ, тағы күрше өс ауылға ла өләшеп өлгөрөр кәрәк. Халыҡ гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, оло сумкаға көс етмәй китә хатта. Көндөкөн-көнгә тапшырып бөтәбеҙ. Бәләкәстән эш өҫтөндә үҫтек: төндә ырҙын табағында көс түгәбеҙ, сәсеүгә, бесәнгә сығабыҙ, эҫе йәй гектар-гектар сөгөлдөр утап, һалҡын көҙ шул сөгөлдөрҙө таҙартып үтә. Әгәр эшләмәһәң, иген дә, бесән дә, шәкәр ҙә тәтемәй. Иң мөһиме – ул йөкләмәләрҙән тыш, һәр кемдең көн дә башҡараһы төп хеҙмәте бар», – тип үткәндәрен бәйән итә яғымлы әңгәмәсем.
Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ Рәдифә апайҙың бала саҡ хыялы әле булһа йөрәк итен семетеп ала – балеринаға уҡып, сәхнәлә ҡоштай елпенеп осоп бейергә теләй ул. Өфөлә 1-се интернатта уҡыған сағында хореография училищеһына үҙен күрһәтергә бара, уға, «аяғың ҡыҫҡа», тип кенә әйтәләр. Был ҡырт һүҙҙәр ҙә сәнғәткә һөйөүен һүндермәй тырыш ҡыҙҙың, ғүмер юлы йыр-моң менән үрелеп бара уның: йырлай, бейей, ауылдағы һәр мәҙәни сарала ҡатнаша.
Хеҙмәт юлын мәктәп буфетынан башлай. Ситтән тороп кооператив техникумға бухгалтер һөнәренә уҡырға инә. Унан һуң Раевка ҡасабаһында икмәк-күмәс, кондитер ризыҡтары әҙерләү буйынса белем ала тырыш һылыу. Шулай бер ваҡыт эштән ҡайтып килгәнендә, хәүефле хәбәр еткерәләр: «Әсәйең аттан тәгәрәп төшкән, ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар». «Тыным ҡыҫылды, шул тиклем ҡурҡтым, әле лә иҫемдә, «үлгән» тигән уй йәшен тиҙлегендә йөрәгемде һыҙып үтте. Сөнки ул ваҡыттарҙа шулай төрлөсә фажиғәле үлемдәр күп ине. Тетрәнеүемде еңеп, дауаханаға ашыҡтым. Шөкөр, иҫән! Ике ҡулы – ап-аҡ гипста, шулай ике айға хәтлем ултырҙы. Күрше Андреевка ауылынан почта таратып ҡайтып килгәнендә, юлына мышы сыҡҡан, ат өрккән дә, әсәйемде арбаһы менән ауҙарып, тәртәһенән ысҡынып сапҡан, ғәзиземдең башына арба кендеге саҡ теймәй ҡалған, тейһә, һәләк кенә булыр ине. Хоҙай аралаған», – тип күңелендә эҙ ҡалдырған хәлде барлай ағинәй. Уның атаһы менән әсәһе лә заманына күрә уҡымышлы, әҙәпле кешеләр була. Тырыш, ғәҙел әсәһен ауылда гел депутат итеп һайлайҙар. Халыҡ судының заседателе лә була. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары араһында рамка эсендә ҡәҙерләп һаҡланған Сталин имзаһы менән бирелгән грамотаһы ла бар уның.
Өйҙәре һәр ваҡыт таҙа, йыйыштырылған, ә ихатаны аталары бер сүп ҡалдырмай һепереп ҡуя. Был бөхтәлекте, тәртипте, эшкә маһирлыҡты күреп, өлгөлө ғаиләлә балалар ҙа тырыш, маҡсатлы булып буй еткерә.
Буласаҡ тормош иптәше менән Рәдифә апай мәктәптә уҡығанда таныша. Әлим Ғиниәтулла улының тыуған ауылында ун йыллыҡ мәктәп булмағас, Таймаҫта урта мәктәпте тамамлай. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡас, колхозда эш башлай. Өлкән ата-әсәһен ташламай, Федоровка районының Юлдаш ауылында төпләнә. Таймаҫ ауылынан кәләш әйттереп, тормоштарын бергә бәйләй ике ғашиҡ йөрәк. Бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Рәсимә, унан Заһир, Замир, Фәрит һәм төпсөктәре Рәил. «Беҙҙең иң ҙур бәхет – балалар. Аллаға шөкөр, күҙле-башлы иттек, үҙ донъяларын ҡорҙолар. Тырышып республикабыҙға төрлө өлкәлә хеҙмәт итәләр. Ғаиләләре матур, йорт һалып сыҡтылар, фатир алдылар. Ә улдарыбыҙ дүртеһе лә армияла хеҙмәт итте. Уларҙы гел эшкә йәлеп итергә тырыштыҡ: «Малайҙар, әйҙәгеҙ, шуны эшләйек, быны йүнәтәйек, уңайлы, йәмле булһын», – тип. Өйрәтеүебеҙ бушҡа булманы. Әле лә «ниндәй эш бар?» тип кенә торалар. Бөртөк Рәсимә ҡыҙым – таянысым, сер һандығым. Килендәрем дә уңған, ипле, ҡайтһалар, донъям таҙарып, нурланып ҡала. Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы менән иҫән, иманлы, тәүфиҡлы, бәхетле генә булһындар – көн дә доғаламын», – тип йылмая оло йөрәкле әсә.
Әйткәндәй, яңыраҡ хәстәрлекле, ҡул эшенә оҫта дүрт уланы ла, Юлдашҡа ҡайтып, ауылдағы шифалы һыулы шишмәне таҙартып, үҙ аҡсаларына тулыһынса төҙөкләндереп, таш йәйеп, яңы торба ҡуйып, өҫтөн ҡаплатып, эргә-тирәһен матурлап кәртәләп тә ҡуйған. Хәҙер ул урын ауылдың бер йәме, ҡото булып, әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора.
Рәдифә Фәтҡлислам ҡыҙы менән Әлим Ғиниәтулла улы бына инде ярты быуатҡа яҡын бергә татыу ғүмер итәләр. Икеһе лә, оҙаҡ йылдар «Урал» колхозында тир түгеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәдифә апай эш һайламай: клуб мөдире лә, звено етәксеһе лә, хисапсы ла, бухгалтер ҙа, дәүләт страховкалау агенты ла була. Ә Әлим ағай колхозда мал ҡараусы, ферма мөдире, зоотехник һөнәрҙәрен башҡара. Ауыл халҡынан дүрт йыл тонналап һөт йыя. Тырыш хеҙмәте өсөн Чехословакия, Германияға сәйәхәт һәм шифаханаға юлламалар менән бүләкләнә. Ауыл советына депутат итеп һайлана. Тырышып хеҙмәт итеп, ауылдаштарының, урындағы етәкселектең ышанысын һәм хөрмәтен яулай улар. Рәдифә апай бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Мәләүез мәҙрәсәһендә өс йыл уҡып, шәһәҙәтнамә алған. Аяттар уҡый. Шиғырҙары матбуғат биттәрендә даими баҫыла. Оҙаҡ йылдар район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булған. Әүҙем эшмәкәр әле ветерандар советын етәкләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ.