Ибраһим ҡыҙы, хәтер ебен тағатып. – Йылайыр районының Сәлим ауылында өләсәйем менән ҡартатайымдың йылы ҡосағында яратылып-һөйөлөп үҫтем, ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Матрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыным. Уҡытыусы булыу теләге бала саҡтан килә ине, сөнки мине уҡытып, ҙур кеше итергә үҙенә ант иткән, атайым алып ҡайтырға тип килгәнендә лә бирмәгән, булдыҡлы, иғтибарлы өләсәйем уҡыу өсөн бар шарттар тыуҙырырға тырышты. Ошо хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатында, ул саҡта иң матур ҡалаларҙың береһе булған Салауатҡа, өс әхирәтем менән педагогия училищеһына уҡырға юлландыҡ. Төплө аң-ғилем, ныҡлыҡ биреүсе белем усағы беҙҙе көслө, үҙ эшенә мөкиббән уҡытыусылар итеп әҙерләне. Химиянан данлыҡлы офтальмолог Эрнест Мулдашевтың атаһы Рәфҡәт Искәндәр улы уҡытты».
Алда яңы башланып торған матур тормош көтә. Йәш ҡыҙ уҡытыр өсөн урман яғына барырға хыяллана. Ҡулына диплом алғас, аҡ ҡайындар ҡосағына һыйынып ултырған Йомағужа мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Үҙе яратып уҡыған математика дәресен үткәреүҙе йөкмәтәләр уға. Күңел ятҡан һөнәренә ең һыҙғанып тотонған йәш белгес тиҙ арала мәктәп коллективында абруй яулай, уҡыусылары араһында ихтирам ҡаҙана. Белемен артабан камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Йәмилә Ибраһим ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтын ситтән тороп тамамлай.
Мөхәббәтен дә ошо ауылда таба: Йомағужа ауылы егете Айҙар Ҡотоев менән ғаилә ҡороп, сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер бирә. Ҡайны-ҡәйнәһе йортонда ҡанатланып донъя көткәндә, шау-гөр килеп эшләп йөрөгәндә, көтмәгәндә ҡайғы ишек шаҡый. Ләйсәненә – һигеҙ, Гөлназына – биш, Флүрәһенә ике йәш кенә булғанда аталары Айҙар йәшләй генә йөрәк сиренән китеп бара. «Туғыҙ йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ, 31 йәштә тол ҡалдым», – ти ул һағыш сөңгөлдәренә сумып. Унан бер йыл алда – ҡайныһы, улдарына бер аҙна тигәндә, ҡәйнәһе лә, иңгә төшкән ауыр ҡайғыны күтәрә алмай мәңгелеккә күсә. Яҡын кешеләрен юғалтыу ғазабын Йәмилә Ибраһим ҡыҙы тик эш менән баҫа, бар күңелен ҡыҙҙарына һала. «Бер туғаным булмаһа ла, «килен» тип өҙөлөп торған ауыл кешеләре миңә терәк-таяныс булды, матур күңелле, изгелекле күрше апай-инәйҙәрем, һәр яҡлап ярҙам итеп, йәшәүгә өмөт уятты, йән яраларын имләне. Үҙем эштә саҡта балаларым ҡараулы, күңелем тыныс ине шуға. Уларға мәңге рәхмәтлемен, – тигәнендә Йәмилә апайҙың күҙҙәре мөлдөрәмә йәшкә тула. – Ә иң бәхетле мәлдәрем дә балалар үҫтергән саҡ булған икән. Мәктәптән сығып, урам осонан күренеүем була, ҡыҙҙарым ҡанаттарын йәйеп, йүгереп килеп ҡосаҡлап ала. Шул минуттар – Әсәнең балаларға иң кәрәкле мәле, ҡошсоҡтарыңдың ҡосоп алыуы – иң ҙур бәхет, уларға башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, Әсә кеше – Йыһан, ә һинең күңелдә – әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, наҙлы хистәр».
Үҙ эшен яҡшы белгән, кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, аҡыллы Йәмилә Ибраһим ҡыҙын 1981 йылда Ҡәнзәфәр ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул һынатмай: үҙен оҫта ойоштороусы һәм талапсан етәксе итеп таныта. Ең һыҙғанып эшкә тотона: ауылда тәүге тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Ҡайнылар һәм кейәүҙәр», «Ҡәйнәләр һәм килендәр» байрамдары, «Ҡаҙ өмәләре» ойоштора. «Ҡайнылар һәм кейәүҙәр» кисәһен үткәргәндә һәр өйгә йөрөп, кейәүҙәренең ҡайһы районда, ауылда йәшәгәнен белешеп, адреслап хат яҙалар. Бер кейәү ҙә ситтә ҡалмай. Шул көндә шул сәғәттә байрам була, «һин кейәү, ҡайныңа рәхмәт һүҙе әйтеп, бүләк тапшырырға тейешһең» тип, аңлатып, сәмләндереп, кейәү менән ҡайны араһын яҡынайта улар. Байрамда һәр кейәү-ҡайныға ентекле ҡылыҡһырлама бирелә, күңел күтәрерлек ҡанатлы телмәр тотола. Ауыл гөрләй, ауыл ҡайнай, сөнки сараларҙың береһе лә исем өсөн генә атҡарылмай. Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге тырышып, дәртләнеп эшләй. Ә үҙ балаларын ҡарау, ҡомалаҡ әсетеп, өйҙә икмәк һалыу, йорт-ихата мәшәҡәте төнгә ҡала, күп ваҡытын ауыл тормошон йәнләндереүгә, йәмләндереүгә, ойошоп эшләүгә, дуҫ-татыу йәшәүгә арнай тырыш ҡатын. Ауыл ҡыҙҙарының һәр береһенә күңел йылыһын өләшеп, никахлашыу көндәрен дә матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрә Йәмилә Ибраһим ҡыҙы, тик сәхнә артына сыҡҡас, үҙе үкһеп-үкһеп илай, сөнки әле шат йылмайған йәш ҡыҙҙарҙың киләсәген, күрәсәген уйлап, тормоштоң хәтәр һикәлтәләрен үҙ башынан үткәргән ҡатындың йөрәге һыҙыла.
Башкөллө ауыл тормошона сумып, кешеләр өсөн янып-ярһып эшләгәндә, үҙ күңелеңдең китегерәк булыуы юҡ-юҡта һиҙҙереп ала, йәнде өшөтә. Яңғыҙ ҡатын булыуы, ай-һай, еңел түгел шул. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешәлер, ә йөрәктәрҙең парлы тибеүе мөһим. Яҙмыш туғыҙ бала атаһы Марат ағай Аҡҡужин менән ҡауыштыра Йәмилә апайҙы. Йомағужаның йөҙө, ҡото булған Йәмилә Ибраһим ҡыҙының, ни йөрәге етеп, бындай аҙымға бара алыуы бөгөн дә ғәжәйеп хәл кеүек, үҙе бер батырлыҡҡа тиң: сабыр, изге йөрәкле ҡатын ғына ундай тәүәккәллеккә һәләтлелер, моғайын. «Йылылыҡтың, кешелеклелектең, изгелектең донъяны ҡотҡарыр асылын белә инем, күңелем дә шулай тойомланы, балаларға үрнәк һәм терәк булып, матур йәшәп китеребеҙгә ышандым», – ти миһырбанлы Йәмилә апай. Ауылда йәшәгән Римма ҡайынбикәһе лә: «Төш күрҙем, Йәмилә килен, йәшел генә аҡланда ап-аҡ күлдәктә инең, бәхетең булыр, сыҡ Маратҡа», – тип үҙ фатихаһын бирә.
Йылайыр районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ.