+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
4 Май 2022, 12:15

Ғаиләлә – милли асыл

Меңдәр араһынан бер-береңде табып, бәхетле ғаилә ҡороу хаҡында күптәр хыяллана. Тик ғүмерлек йәрең менән һөйөклө балалар үҫтереп, ишле шыршыларҙай тиң булып йәшәү – һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш. Был йәһәттән Вәлиә менән Ринат Утарбаевтар – ырыҫлы, бер-береһен яратып, хөрмәт итеп ғүмер кисергән һоҡланғыс парҙарҙың береһе.

Ғаиләлә –  милли асыл
Ғаиләлә – милли асыл

Көләс йөҙлө, ҡараштарынан нур сатҡыһы балҡып торған ике ғашиҡ йөрәк әбйәлилдәрҙең яҡташтар ойошмаһы үткәргән сараларҙың береһендә таныша. Ҡусҡаровтарҙың игеҙәк ҡыҙҙарының сая ҡарашлы Вәлиәһенә күҙ һала егет. Тәбиғи һылыулығы, мөләйем йылмайыуы, асыҡ күңелле булыуы менән әсир итә уны ҡыҙ.
Башҡорт дәүләт авиация-техник университетында уҡып йөрөгән, компьютерҙы яҡшы белгән Ринат башҡортса караоке яҙҙыра ул саҡта. Видеотаҫмаға фон һалыу өсөн «Һылыуҡай – 2003» бәйгеһе еңеүсеһе Сәлиәнең һәм уның игеҙәге Вәлиәнең матур, килешле фотоларын һорап ала. Ике йылдан мөхәббәтле ғаилә ҡороуға килтергән дуҫлыҡ ептәре шулай бәйләнә. Ул йылдарҙа тәүгеләрҙән булып никахтарын да башҡорт милли стилендә үткәрә йәштәр. Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендә эш башлаған Вәлиәгә милли кейемдәр табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Йыртыш, ҡыҙ йәшереү, һыу һатыу һәм башҡа милли йолалар бөтә нескәлегендә башҡарылған сағыу тамаша булып иҫтә ҡала никах. Мөхәббәтле парҙың милли кейемгә һөйөүе, һоҡланыуы, уны ҡәҙерләүе, уңайы сыҡҡанда дәртләнеп кейергә ашҡыныуы ла шул саф йәшлек таңынан. Әле лә иҫтәлекле ваҡиғаларға, байрамдарға улар милли кейемдә барырға тырыша.
Бала тәрбиәләүҙә лә үҙ алымы, хатта теорияһы булған ғаилә башлығы Ринат, уны белгән-күргәндәрҙең, яҡындан аралашҡандарҙың барыһында ла һоҡланыу уята. Әбйәлил районы далаһында йәйрәп ятҡан «Урал» совхозында буй еткергән егет йөрәгендә һәр саҡ намыҫ, рух, әҙәп, иман кеүек юғары әхлаҡи төшөнсәләр һаҡлай. 11-се синыфҡа Баймаҡ районындағы 1-се Этҡол ауылының данлыҡлы лицей-интернатына уҡырға бара. Баймаҡтан, тирә-яҡ ауылдарҙан тупланған балаларҙа телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләгән лицей-интернат урыҫ мөхитендә үҫкән ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙең күңеленә үҙ орлоҡтарын һалмай ҡалмай. Ринаттың ирҙәрсә ихтыяр көсө, донъяға ҡарашы, холоҡ-фиғеле шунда нығына. Дуҫлашһа – ғүмерлеккә, яратһа – мәңгелеккә, тигәндәй, Ринат – йән дуҫтары өсөн ысын иптәш, һөйөклө ҡатынына – тоғро ир, Әмир менән Рамаҙан улдарына арҡа терәр атай. Ә бер туған ҡустылары Илнур менән Айнурға иһә – бар яҡтан өлгөлө ағай ул! Уның үрнәгендә үҫкән ҡустылары ла – тормошта үҙ урындарын табып, мөхәббәтле ғаилә ҡороп, бына тигән итеп донъя көткән, балалары, хәләлдәре өсөн өҙөлөп торған, айыҡ аҡыл менән йәшәгән рухлы башҡорт егеттәре. Хәстәрлекле баш бала булараҡ, Ринат әсәһе Нурзиә Сабирйән ҡыҙын йыл да шифаханаларға, диңгеҙгә ялға ебәрергә тырыша. «Мөмкинлегем булғанда, хәлемдән килгәндә, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙермен. Ғүмер бер генә, был яҡты донъяны бүләк иткән әсәйҙәргә беҙ мәңге бурыслы», – тигәнендә лә күңеле сөңгөлөнөң ни тиклем тәрән икәнлеге сағыла. Ринат оҙаҡ йылдар инде Себер тарафтарында эшләй. Ял вахтаһының һәр көнө ғаиләһе, улдары менән нисек үткәрәсәге алдан уйланып, планлаштырылып ҡуйыла. Хатта киләсәктәге ун, егерме йылға ла уй-маҡсаттары төйнәлеп, аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән. Иң ҡыҙыҡлыһы шул: яҙылған хыял-маҡсаттарының күбеһе тормошҡа ашҡан. «Ваҡытты, ғөмүмән, файҙаһыҙға исраф итеү яҡлы түгелмен, – ти Ринат. – Бушты-бушҡа ауҙарыу, еңел-елпе йәшәү минең йәшәйеш ҡанундарына тап килмәй. Иҫерткес эсемлектәрҙе лә мин бөтөнләй ҡулланмайым. Ике малай атаһы булараҡ, улдарымды ла үҙ өлгөмдә тәрбиәләйем. Шул саҡта ғына тәрбиә үҙ нәтижәһен бирә. Һүрәт төшөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, шахмат, шашка уйнау, бассейнда йөҙөү, бейеү, уҡ атыу, китап уҡыу, 3D принтерҙа төрлө моделдәр эшләү – бөтәһен бергәләп башҡарабыҙ».
Ринаттың уй-аҡылы, оҫта ҡулы менән эшләнгән йорт йыһаздары ла хайран итә. Үҙе яһаған уңайлы, ортопедик ултырғыс булһынмы, магазиндыҡы тип уйларлыҡ түбәләге люстрамы, кисен төшөрөлөп, иртәнсәк кире түбәгә мендереп ҡуя торған уңайлы механизм менән эшләнгән улдарының карауатымы, сүсбауҙан ишелеп үрелгән уҡ-һаҙаҡ өсөн ҡулайламамы – һәр береһе ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ижад емеше. Ә диуарҙағы ат, айыу, тәбиғәт һүрәттәре – ысын сәнғәт өлгөһө! Оҙайлы эш сәфәрендә лә аҙнаһына өс тапҡыр көрәш менән махсус шөғөлләнә, көнөнә ун саҡрым йәйәү йөрөй, сөнки Себерҙә йөрәк көслө булырға тейеш, ти ул. Буш ваҡытында фәнни-техник китаптар уҡый, коллегалары менән өҫтәл уйындары уйнай, йә иһә яңы әйбер уйлап табыу өҫтөндә баш вата.
Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, ғаилә башлығының һөйөклөһө Вәлиә лә – уңған, тилбер, ижади эш менән шөғөлләнергә яратҡан, халыҡ ижадына, милли традицияларыбыҙға мөкиббән киткән, һәр ерҙә лә өлгөр ҡатын-ҡыҙ. Республика халыҡ ижады үҙәгендә милләтебеҙҙең матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән белгес ул. «Халҡыбыҙҙың исем ҡушыу, ҡот ҡойоу, өшкөрөү, тел-теш ҡырҡыу, аят үткәреү кеүек быуындан-быуынға күскән ғөрөф-ғәҙәттәре оло әһәмиәткә эйә. Рухи байлығыбыҙҙы яҙып, төшөрөп, теркәп киләсәк быуынға тапшырыу – изге бурыстарыбыҙҙың береһе», – ти үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Вәлиә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: