Дәрт һәм сәм әйҙәй
Мәҡәлә өҫтөндә эш башлаған мәлдә Сәлим Мөхтәр улынан ошондай хәбәр килеп төштө: «Алай ҙа тылым ныҡ: өйгә ҡайтыуға – бәлеш өҫтәлдә, бишбармаҡ бешкән, самауыр ҡайнап ултыра...» Ватанды һаҡлаусылар байрамы айҡанлы ауыл ир-егеттәре араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт уйындары, боҙ өҫтөнән балыҡ ҡаптырыу буйынса ярыш үткәреп, көн кискә ауышҡас ҡына өйөнә ҡайтып ингән һәм ғәҙәти йылы ғаилә мөхитенән күңеле хушланған кешенең һүҙҙәре был. Хәләл ефете Найлә Наил ҡыҙына шулай оло рәхмәтен белдереүе.
Үҙе шаян, үҙе йор һүҙле ғаилә башлығы һәм күңеле моңға тулған һандуғас тауышлы хужабикә, ел-дауылдарға бирешмәй, тормош юлының һикәлтә-упҡындарында ҡыйралмай, абынғанда ла, кире тороп, бына инде утыҙ алты йыл, иңгә-иң терәшеп, үҙҙәре һалған һуҡмаҡтан атлай. Ике балаға ғүмер биреп, бөгөн ейән менән ейәнсәр һөйөп ҡыуаналар. Исемдәре лә матур бит әле уларҙың – Иҙел, Алтынгөл. Ҡыҙҙары Нәркәс Сорғот ҡалаһында йәшәй. Улдары Заһир – атаһының уң ҡанаты – Санкт-Петербург тарафтарында эшләп йөрөй. Иҫәндәүләтовтарҙың «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалына лайыҡ булыуы ла бик күпте һөйләй, миңә ҡалһа.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Сәлим Мөхтәр улы Өфөләге урман техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған ауылына ҡайта. Ағас эшкәртеү хужалығында мастер, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, урман фонды инженеры, предприятиеның участка начальнигы, баш инженер, директор булып күп йылдар хеҙмәт итә. Йәш белгестең янып торған дәрте, яңылыҡҡа ынтылышы, тормош сәме комсомол эшендә айырыуса сағыу балҡый. Ул 90-сы йылдар башында хужалыҡтың ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһына һайлана. Хәҙер инде ололар рәтенә баҫҡан ишбирҙеләр шул осорҙа мәктәптең подвалында асылған йәштәр үҙәген әле лә иҫкә ала. Бильярд, тир, кафе, видеозал (районда икенсе булып асыла) йәштәрҙең зауыҡ менән ял итеү урынына әүерелә. Ауылдың егет һәм ҡыҙҙары ойошҡанлығын, башҡарған эштәрен Мәскәүҙән Үҙәк Комитеттың 2-се секретары менән Республика Комитетынан Хәләф Ишморатов килеп күрә һәм хайран ҡалып ҡайта. «Комсомольская правда», «Ленинец» гәзиттәре биттәрендә төпкөл ауылдың йәшәйешен сағылдырған мәҡәләләр баҫыла.
Ишбирҙеләр – элек-электән дәртле, сәмле халыҡ. Дөрөҫ йүнәлеш биреп, ойоштороп ебәреүе генә шарт. Бөгөнгө көндә ҙур булмаған ауылда биш йыр ансамбле уңышлы эшләп килә. Йыл да район смотрҙарында ҡатнашып, гала-концерттан ситтә тороп ҡалғандары юҡ. Үҙешмәкәр коллективтарҙың береһен – «Фатиха» ансамблен – Сәлим Мөхтәр улының тормош иптәше, юғары категориялы инглиз теле уҡытыусыһы Найлә Наил ҡыҙы етәкләй. Ул үҙе бына 35 йыл инде балаларға сит ил телдәренән дәрес бирә. Уҡыусылары – район олимпиадалары, республика конкурстары призерҙары. Уның юлынан китеп, сит ил телдәре уҡытыусыһы һөнәрен һайлағандарының иҫәбе ике тиҫтәнән ашҡан инде. АҠШ-та, башҡа илдәрҙә йәшәгәндәре бар. Улар һаман да остазын онотмай, бәйләнеш тотоп, рәхмәттәр уҡып тора.
Иҫәндәүләтовтар ғаиләһе нигеҙенең, үҙ-ара мөнәсәбәттәренең ныҡлығын һынаған мәлдәр аҙ булмай. Найлә Наил ҡыҙының ауырыу Насир ҡустыһын ҡарауға алған улар. Сәлим Мөхтәр улы ҡәйнешен бөтә ергә лә күтәреп йөрөтә, бына ун йылға яҡын уны хәстәрләп бағалар. Атай-әсәй вазифаһын үҙ өҫтөнә һалып, Найлә Наил ҡыҙының донъялыҡтан бик иртә киткән Ғаяз менән Азат ҡустыларын да һуңғы юлға улар оҙата.
2019 йылдың июнь айында йәшлек көсөн, йөрәк дәртен һалып үҙҙәре күтәргән өйҙәре янып китә. Йорт, йылдар буйы хәләл көс менән йыйған мөлкәттәре көл-күмергә әйләнә. Бер ҡат кейем менән урам уртаһында тороп ҡала ғаилә. Был ауыр мәлдә улар яңғыҙ булмай – бөтә ауыл, туғандары, дуҫтары ярҙамға килә, хөкүмәт тейешле аҡсаһын бүлә. Ил төкөрһә, күл була – ноябрь аҙағында Иҫәндәүләтовтар яңы йортҡа инеп йәшәй ҙә башлай. «Халыҡ йорто» тип йөрөтә уны Сәлим Мөхтәр улы. Хәҙер генә әйтеүе анһат, ә ул саҡта, теште ҡыҫып, билде биштән быуып, ҡара таңдан төнгә тиклем башты баҫып көс түгергә тура килә уларға. Бөтә эштәрҙә лә ғаилә башлығына улы Заһир, ҡәйнеше Ғаяз беренсе ярҙамсы була.
Баймаҡ районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ.