Тәбиғәттең мөғжизәле ултырауына һыйынып ҡына ултырған Хәйбулла районы Сәғит ауылында тыуып үҫә Гөлсирә апай. Өс ир баланан һуң тыуған алсаҡ ҡыҙҙарын яратып туя алмай атаһы менән әсәһе. Гөлсирәнән һуң ғаиләлә бер-бер артлы тағы дүрт сабый донъяға килә. Ватан һуғышы башланғанда Гөлсирәгә туғыҙ йәш була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып, әхирәттәре менән туйғансы уйнап үҫә торған күңелле бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Ҡыҙсыҡтың бөтә өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтерә ҡәһәрле йылдар. Замандаштары ише бөтә ауырлыҡты татып үҫә ул. Ырымбурҙағы «Ирекле» электр станцияһы төҙөлөшөндә эшләгәнендә буласаҡ тормош иптәше Вәлиулланы осрата. Гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр егеттең тыуған ауылы Иләстә төпләнә.
Вәлиулла Рәхмәтовҡа ла, һуғыш осоро балаһы булараҡ, белем алыу бәхете теймәй. Етенсе кластан һуң «Яңы юл» колхозында эш башлай. Үҙе лә ҡорос йәнле отҡор үҫмергә тимерсе эшен йөкмәтәләр. Бөтә ауыл ир-аты һуғышҡа оҙатылып бөткәнгә күрә, ҡулдары эш белгән уңған егетте бронь менән тимерлектә ҡалдырырға ҡарар итәләр. Ун биш йыл тимерсе, унан игенсе, слесарь – ниндәй эш ҡушһалар, шунда тырышып тир түгә. Ғүмер буйы тыуған төйәгенә тоғро Вәлиулла Әхмәҙулла улы – ярты быуатҡа яҡын хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сығып, бөгөн ауылдаштары хөрмәтен яулаған оло уҙаман. Фиҙакәр хеҙмәте бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
«Әле генә машинам менән Аҡъярға барып ҡайттым, матбуғатты һуңлаталар, ә мин яңылыҡты ваҡытында уҡырға өйрәнгәнмен, ваҡиғаларҙан артта ҡалғым килмәй. Әбейем тәмле итеп аш-һыу хәстәрләгән арала рәхәтләнеп урындыҡҡа ултырып гәзит-журнал уҡыйым, шуға ла өй йәме булған урындыҡты аҡтарманым, ғүмер буйы йәйелеп шунда йоҡлайбыҙ, әбей менән аяҡ һоноп ултырып тәмләп шифалы үлән сәйе эсәбеҙ», – тип һүҙен теҙә балаларса ихлас Вәлиулла бабай. Хәләл ефете Гөлсирә апай менән тиң аҡҡоштар кеүек хәстәрлекле мөғәмәләлә бер-береһен ҡурсалап, тормоштоң йәмен, тәмен белеп, талғын ғына ғүмер ебен һүтә улар. Бәхетле пар үҙҙәре кеүек уңған, аҡыллы, маҡсатлы биш балаға ғүмер биргән. Һәр береһе юғары белемгә эйә булып, матур, өлгөлө ғаилә ҡорған. Өлкәндәре Вәзир байтаҡ йылдар тыуған районында баш агроном вазифаһын башҡарып, әле хаҡлы ялда. Ҡыҙҙары Гөлзифа «Аҡъяр» совхозында баш бухгалтер булып эшләгән, бөгөнгө көндә өйҙә ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, ә ашнаҡсы һөнәрен һайлаған Гөлнур ғаиләһе менән Шишмәлә йәшәй. Кеселәре Вил Вәлиулла улы – Хәйбулла районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: бер улдарын юғалтыу ҡайғыһын кисергәндәр – яман шеш сире типһә тимер өҙөрлөк ир уҙаманының ғүмерен иртә өҙгән.
Йәмле йәйҙә, байрамдарҙа уларҙың күркәм йорто бала-саға тауышынан гөрләп тора – һәр тарафтан балаҡайҙары, ейән-ейәнсәрҙәре һағынып ҡайта. Рәхмәтовтар әле – 10 ейән-ейәнсәргә һәм 14 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай менән өләсәй.
Ғүмер буйы ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрағандар, малды бөтөргәндәренә лә бер нисә йыл ғына икән. Әле лә Вәли ағай менән Гөлсирә апай ҡул ҡаушырып ултырмай.
Хәйбулла районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ.