+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
29 Ғинуар 2021, 18:00

«Бәхеттәрҙең олоһо ул – алтын көҙҙә бергә булыуҙар»

«Яҡты киләсәкте яҡынайтабыҙ!» – тип ышанып, фиҙакәр эшләгән, выжданды һәм тоғролоҡто бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған быуындан улар – Балтас ра­йонында тыуып үҫкән Рәфиҙә Хәким ҡыҙы менән Ғәзим Мөхәммәт улы Нагаевтар. Яҙмыш ғали йәнәптәре уларҙы бәхеттең иң олоһо менән бүләкләгән – шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, байлыҡта ла, юҡлыҡта ла, һау саҡта ла, ауырығанда ла бергә булырға насип иткән.

Ил-йортҡа файҙалы, мәғәнәле ғүмер кисереүҙәре, алтындай көҙҙәрендә тирә-яҡтағыларҙың ихтирам-хөрмәтен, яҡындарының һөйөү-ҡәҙерен тойоп йәшәүҙәре менән дә бәхетле улар.
...1955 йыл. Иркутск хәрби-авиация техник училищеһын тамамлаған 20 йәшлек Ғәзим Нагаев артабан хеҙмәт итеү өсөн Баку хәрби округындағы 962-се истребителдәр авиация полкына ебәрелә. «Урал бөркөтө» тип йөрөтәләр унда ҡыйыу яҡташыбыҙҙы, алдағы хәрби хеҙмәттә юғары уңыштар юрайҙар.
Әммә Ғәзимдең күңеле Башҡортостанына талпына. Әҙәм балаһын тәҡдир йөрөтә бит. Юлдарҙың яңынан тыуған еренә алып ҡайтыуы ла Хоҙай уға ғына тәғәйен иткән йәрҙе осратыу өсөн булғандыр. Район элемтә үҙәгендә телефонистка булып эшләүсе Рәфиҙәне бер күреү менән үҙенә насип ҡыҙҙың тап ул икәнен төшөнә. Күп тә үтмәй, йәштәр ғаилә ҡора.
Ғәзим Мөхәммәт улы 30 йылдан артыҡ ғүмерен хоҡуҡ һәм ғәҙеллек һағында тороуға бағышлай: участка инспекторы булып башлап, Башҡортостан Эске эштәр министр­лығы ойоштороу-инспекторлыҡ идаралығының оператив бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Ситтән тороп СССР Эске эштәр министр­лығының Свердловск ҡалаһындағы юғары мәктәбен тамамлай.
Уның подполковник дәрәжәһенә етеп, ифрат яуаплы эштәрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә, әлбиттә, тормош юлдашы Рәфиҙә Хәким ҡыҙының да өлөшө ҙур. Рәфиҙә ханым ҡырҡ биш йыл ғүмерен элемтә өлкәһенә арнай: Балтаста – телефонистка, Өфөгә күскәс, телеграфистка булып эшләй, гел алдынғылар сафында була. «Бер-береһенән меңдәрсә саҡрымдарҙағы кешеләрҙең араларын яҡынайтыуыма, хәбәрҙәрен еткереүемә шатланып, һөнәремде бик яратып башҡарҙым», – ти ул.
...Ленинға, Сталинға, яңы тормош төҙөүсе хеҙмәт батырҙарына, СССР тигән оло илебеҙ ҡаҙаныштарына арналған был шиғырҙарҙы бөгөн күптәр көлөмһөрәп, хатта ғәжәпһенеп уҡыр. Эйе, улар шул заманда йәшәүселәрҙең бер ҡатлылыҡ менән сиктәш оло ихласлығын, үлсәүҙәргә һыймаҫ мөлдөрәмә өмөт-ышанысын сағылдыра. Камиллыҡҡа тамсы ла дәғүә итмәүсе юлдарҙан дәүерҙең ҡайнар һулышы һәм тотош бер быуындың янып һөйөүҙәре-көйөүҙәре, яҡты уй-кисерештәре һирпелә. Уҡыусылар ҙа уларҙа үҙ ата-әсәһенең йәки өләсәй-олатаһының ярһыу талпыныштарын таныр, моғайын.
Башҡортостан
Башҡортостан! Ниндәй шатлыҡ бөгөн,
Утыҙ йыллыҡ байрам итәһең.
Еңеүҙәрең таң ҡалырлыҡ һинең,
Һәм туҡтауһыҙ алға китәһең.
Ишембайҙа – һинең яңы Баку,
Нефть йылғалары ағыла.
Киң ҡырҙарҙа иген тулҡынлана,
Бәрәкәттәр арта тағы ла.
Башҡортостан, уңыштарың менән
Тыуған илем минең шатлана.
Ирек һөйгән башҡорт халҡы бөгөн
Байрам итә, итә тантана.
Ышан, халҡым!
Ышан, халҡым!
Мин бит һалдат улың.
Һаҡта торам сигең буйында.
Һинең тыныс тормош, аяҙ күгең
Бер минут та сыҡмай уйымдан.
Һиңә килмәҫ дошман,
Килә ҡалһа
Ерҙә тыныслыҡты боҙорға,
Ышан, халҡым,
Уға юл ҡуйылмаҫ
Ҡанлы ҡулын һиңә һуҙырға.
Һаҡта торам.
Сөнки мин илемдән
Еңелмәҫ көс һәм дәрт аламын.
Халҡым менән бергә оло юлдан –
Ленин юлы менән барамын.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: