Геройҙарыбыҙ – Сибай институтында ике юғары белем алған Ләйсән һәм ошо уҡ уҡыу йортонда иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән, хәҙер инде ғалим, иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаевтар. Бөгөнгө көндә Ләйсән – «Перспектива-24» риэлтор агентлығының милек белгесе, ә Азамат Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы кураторы булып эшләй.
Йәштәр биш йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешә. Ғаилә тормошо баш ҡалала башлана. Өфө бөтәһен дә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай, тиҙәр. Быны ла үҙ башында кисерә улар. Тәүҙә – ятаҡ тормошо, һуңынан – ҡуртым фатиры. Эш хаҡының яртыһы торлаҡҡа түләүгә китеүе ҡайһы берәүҙәрҙе йәшәү урынын ҡайтанан үҙгәртергә мәжбүр итһә лә, күптәр ҡалала ҡалыуҙы хуп күрә.
– Баш ҡалаға күсеп йәшәү – үҙеңде һынап ҡарау менән бер ул. Кемдер уны үтә алмай. Ҙур ерҙә мөмкинлектәр ҙә күберәк: карьера, эш хаҡы, үҙеңде күрһәтеү, шәхес булараҡ үҫеүең, – ти Азамат.
– Һәр кеше бәләкәйҙән үҙенә маҡсат ҡуя. Уны тормошҡа ашырыу өсөн отошло шарттар эҙләй. Ҙур ҡалаларҙа белем усаҡтарының төрлөлөгө күңелгә ятҡан һөнәр һайлау мөмкинлеген бирә. Икенсенән, бында һөнәрең буйынса эш табыу даирәһе киңерәк. Хатта белемеңде камиллаштырам, бөтөнләй икенсе өлкәгә күсәм, тиһәң дә ҡурҡынысы юҡ. Балаларҙы үҫтереү яғынан да ҡаланың мөмкинлектәрен юғары ҡуям, – тип иптәшен хуплай Ләйсән.
Ғәҙәттә, йәш ғаилә өсөн Өфөлә йәшәүҙең тәүге йылдары ауыр. Башта – фатир, һуңынан эш эҙләү ауырлыҡтарын үтергә, тәүге килем алғансы «нужна һурпаһын» эсергә тура килә. Ҡуртым фатирында йәшәүгә ҡарағанда тиҙерәк үҙ мөйөшөңдө хәстәрләү күпкә отошлораҡ, әлбиттә. Бөгөн фатир алыуҙа дәүләт программалары ла ярҙамға килә. Уларҙың күҙгә күренмәгән ҡатмарлыҡтары ла бар, әлбиттә. Шуға ла фатир алыу мәсьәләһендә мәғлүмәтле булыу, торлаҡ баҙарын даими рәүештә өйрәнеп тороу мөһим, ти Ләйсән, үҙе лә ошо өлкәлә эш башлаған белгес булараҡ. Быға тиклем ул бюджет өлкәһендә хеҙмәт итә, декрет ялында ла тик ултырмай, заказға торттар бешереп һата. Ҡыҫҡаһы, тормош, парлап, бер-береңә ярҙам итеп тартҡанда ғына, алға тәгәрәй, ти йәш ҡатын.
– Фатир алыу буйынса дәүләт программалары – уны уңышлы ҡуллана белгән йәштәргә ҙур ярҙам. Торлаҡлы булыуҙың төрлө ысулдары бар. Ул өлкәлә эшләгәс, бер нисә отошло юл тәҡдим итә алам. «Дәүләт ипотекаһы программаһы – 2020» тип аталған документҡа ярашлы, фатир юридик шәхестән (төҙөлөш компанияһынан) тура алына һәм уның ипотека ставкаһы ла сағыштырмаса түбән – 5,8 – 6,1 процент. Аҡсаны ышаныслы компанияға һалғанда күсемһеҙ милек бер ҡасан да үҙ хаҡын юғалтмай. Икенсе, өсөнсө бала тыуғанда ғаилә ипотекаһын файҙаланырға була. Уның ставкаһы ла артыҡ юғары түгел. Әсәлек капиталын тәүге иғәнә итеп индерергә мөмкин. Шулай уҡ быйылдан 2,7 – 3 процент менән ауыл ипотекаһы килеп сыҡты. Ул иһә ауыл ерендә өйгә, фатирға йәки төҙөлөшкә банктан аҡса алыу хоҡуғын бирә. Ғөмүмән, юлдар күп, мохтажлығы булған кешеләр миңә мөрәжәғәт итһә, анығыраҡ аңлатырмын, – ти Ләйсән.
Уңышлы булыуҙың айырым рецебы юҡтыр ул. Ләкин һәр кем камил ғаилә усағы булдырырға, был юҫыҡта үҙе ҡуйған маҡсаттарға ынтыла. Барлыбаевтарҙың бөгөнгө этапта ҡаҙанған уңыштары – һөнәрле, эшле булыуҙары, ике балаға ғүмер биреп, уларҙы дөйөм ятаҡта түгел, ә йылы, матур фатирҙа тәрбиәләүҙәре. Ҡатын-ҡыҙ өсөн терәк-таяныс булырҙай ир менән йәшәүе – ҙур бәхет. «Минең өсөн тәү сиратта ғаилә, шунан һуң ғына эш», – ти Ләйсән.
Ҡала тормошо ваҡытты күп ала. Ҡыҙыҡтырған театр-концерттарға барыу өсөн дә ваҡыт самалыраҡ. Ҡалала иң ауыры, яңғыҙлыҡ һәм тарҡаулыҡ тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә мегаполис шарттарында ла ғаиләң иғтибарыңдан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Иң мөһиме – көнөңдө дөрөҫ планлаштырыу. Аҙна һайын туғандар, яҡындар менән күрешеү ҙә мотлаҡ, ти Барлыбаевтар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.