+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
28 Октябрь 2020, 16:40

Уңған ҡатын – ил күрке

Әҙәм балаһы йәш сағында, уҙған һуҡмағына ла күҙ һалырға онотоп, йылғыр арғымаҡтай, алға елеүен белә. Олоғайған һайын уның аҙымы аҡрыная, йышыраҡ артына боролоп ҡарай, үткән юлын барлай. 40 йыл ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотошоп, парлы тормоштоң матурлығын, өҫтөнлөгөн үҙ миҫалдарында раҫлап йәшәгән Хәбирә Исхаҡ ҡыҙы менән Фирғәт Зыя улы Ишморатовтарҙың үткән юлы изгелеккә генә күмелгән, уны байҡау тик ҡыуаныс ҡына килтерә уларға, тиһәм, һис тә хата булмаҫ.

Ишембай районы Һайран ауылында көн күргән Хәҙисә Хөбөтдин ҡыҙы менән Исхаҡ Ғәббәс улы Ҡаҙаҡҡоловтар заманына күрә алдынғы ҡарашлы, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, дөрөҫлөктө яратыусы изге кешеләр була. Улар матур донъя көтә, етеш йәшәй. Татыу, эшһөйәр ғаиләлә 1952 йылда көтөп алған ҡыҙҙары Хәбирә тыуа. Отҡор, сос, сая ҡыҙ бәләкәй саҡтан уҡ ата-әсәһенең ярҙамсыһы була.
Тормош ҡанундары аяуһыҙ шул. Хәбирә һигеҙенсы класта уҡып йөрөгәндә ике улын юғалтыу ҡайғыһынан әсәһе ҡаты ауырып китә. Дауахананан һауығып ҡайта алмаясағын һиҙептер инде, янына Хәбирәне саҡырып ала. «Кеше алдында кәм-хур булмай, тырышып йәшә. Туғандарыңды ҡара, улар мин иҫән саҡтағы кеүек туҡ, өҫ-баштары бөтөн булһын», – тип васыятын әйтә.
Хәҙисә апай 1968 йылдың 18 февралендә донъя ҡуя. Ҡыҙ баланың иңенә ике ҡустыһын ҡарау, йортто бағып тотоу, аш-һыу хәстәре ята. Механизатор булып эшләгән Исхаҡ ағай колхоз эшенән бушамай. Ҡыҙ, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлай, ҡулына урта белем тураһында аттестат ала һәм Ишембай трикотаж фабрикаһының икенсе тегеү цехына эшкә төшә. Ярты йыл эшләгәндән һуң тырыш, тәртипле, ныҡышмал тегенсе ярҙамсыһы Хәбирә беренсе эшсе разряды ала. Ике йылдан һуң инде ул Өфө еңел сәнәғәт техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Уны тамамлағас, производствола уҡытыу инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан Хәбирә Исхаҡ ҡыҙы фабриканың профсоюз комитеты ағзаһы, рәйестең урынбаҫары итеп һайлана. Әлбиттә, технолог эшен дә алып бара ул. Белемен камиллаштырыу маҡсатында, ситтән тороп, Мәскәү еңел сәнәғәт институтына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға.
20 йәшлек алдынғы тегенсе-моторист 1972 йылда Германияла ял итеү өсөн путевка менән бүләкләнә. Егерме кешенән торған хеҙмәт алдынғылары делегацияһы эсендә ул иң йәше була.
1973 йылда трикотаж фабрикаһының хеҙмәт алдынғылары, цех етәкселәре, комсомол ойошмаһы секретарҙары «түңәрәк өҫтәл» артында йыйыла. Улар алдында предприятиеға нигеҙ һалыусы, уның тәүге директоры Юныс Ибраһим улы Билгилдиев сығыш яһай. Мәҡәләбеҙ геройы тураһында: «Тегенсе-моторист Хәбирә Исхаҡ ҡыҙы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә, производствоға яңыса эшләү ысулдарын индереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡуйылған айлыҡ пландарҙы 160-180 процентҡа үтәй. Шулай уҡ тегенсе-моторист һөнәренә йәш ҡыҙҙарҙы өйрәтеүгә бөтә көсөн һала», – ти ул.

Юнир Тимербулатов.

Ишембай районы,

Кинйәбулат ауылы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: