+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
29 Май 2020, 12:37

Өфө – хыял ҡалаһы

Йәш башҡорт ғаиләһе баш ҡаланы нисек «яулай»? Фатир алыу, эшкә урынлашыу, мегаполис шарттарында бала тәрбиәләү, ғаиләлә туған телде, милли рухты һаҡлау мәсьәләләрен нисек хәл итә? Ошо һорауҙарға яуап биргән сираттағы мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.

Алдан уйлап һәм килешеп эшләнелгән аҙым
Гөлфиә менән Фаил Солтановтар Өфөлә өсөнсө йыл йәшәй. Ике ул үҫтерәләр.
Йәштәр 2016 йылдың тәүге көнөндә никахлаша, ә туй мәжлесе шаулап-гөрләп август айында үтә. Ҡулдарына никах тураһында таныҡлыҡ алғанда: «Үҙ аллы тормошто ҡайҙа һәм нисек башлап ебәрергә?» – тигән һорау тормай улар өсөн. Сөнки йәш ғаилә баш ҡалала төпләнергә ниәтләй, һәм был – алдан уйлап, килешеп эшләнелгән аҙым була. «Мотлаҡ Өфө!» – тип ҡарар итә Гөлфиә менән Фаил баштан уҡ.
Гөлфиә ул ваҡытта Йылайыр районы үҙәгендә балаларға өҫтәмә белем бирә, ҡуртым фатирҙың бер бүлмәһендә йәшәй. Фаил иһә Өфө нефть-техник университетын тамамлағандан һуң алыҫ Ҡағалымға сығып китә, ял вахтаһында ата-әсәһенә ҡайтып йөрөй. Вахта ысулы менән эшләгән кешегә ҡайҙа йәшәү артыҡ мөһим түгел, тик яҡындарың эргәңдә булһын – шул ғына. Ә инженер-технолог дипломына эйә белгес өсөн бөтә ерҙә лә, әлбиттә, ишектәр асыҡ. Шуға тормошто йәштәр ауылда ла, район үҙәге Йылайырҙа ла, яҡын һаналған Баймаҡ, Сибай ҡалаларында ла ҡора алыр ине.
Өфөнөң торлаҡ баҙарын ентекле өйрәнгәндән һуң, фатирҙы «Сағыу» («Яркий») биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан йорттан алырға ҡарар итәләр. Хаҡы ла артыҡ «тешләшмәй», төҙөүсе ойошма ла, бында йәшәү өсөн киләсәктә үтә лә ҡулай мөхит булдырыласаҡ, тип күҙҙе ҡыҙҙырта. Балалар өсөн уйын ҡаласыҡтары, спорт майҙансыҡтары, балалар баҡсаһы, мәктәп, сауҙа комплекстары, ял итеү урындары – ысынлап та, проектҡа бөтәһе лә алынған. Алғараҡ китеп шуны әйтергә кәрәк: пландың күпселек өлөшө бөгөн тормошҡа ашҡан да инде. Мәҫәлән, былтыр сентябрь башында «Сағыу» биҫтәһендә 162-се күп профилле полилингваль «Смарт» урта мәктәбе асылды. Уҡытыу унда башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла.
Ипотека кредитын Фаил 20 йылға 13 процент менән Һаҡлыҡ банкыһы аша ала, айлыҡ түләү 21 мең һум сыға. Тәүге иғәнәне лә ярайһы һорайҙар – 500 мең һум. Ата-әсәләр ярҙамы менән, бурысҡа ла инеп, ул сумма йыйыла.
Килешеүҙә билдәләнгән шартҡа ярашлы, фатир ҡаралама хәлдә тапшырыла. Хужа үҙе стеналарын, иҙәнен, түбәһен шымаларға, ишектәрҙе, сантехника кәрәк-ярағын һатып алырға һәм ҡуйырға, ванна бүлмәһен йөҙләргә тейеш була. Оҫталарҙы яллар өсөн тағы байтаҡ аҡса кәрәк. Шуға эшкә үҙҙәре тотона. Йылайыр районы Сидоровка ауылынан ҡайныһы килеп эшләшә, ҡустыһы, нефть-техник университеты студенты Фидан уҡыуҙан буш бөтә ваҡытын ағаһына ярҙамлашып үткәрә, башҡа туғандары булышлыҡ күрһәтә. Эш итеп ингән фатирҙа 2017 йылдың йәйендә йәшәй башлайҙар.
Ипотека өсөн түләү йәш ғаиләнең кеҫәһенә ныҡ ҡына һуға. 2018 йылда банктарҙа элек алған кредиттарҙы рефинанслаштырыу кампанияһы әүҙем башланып китә. Солтановтар был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай – төрлө финанс ойошмалар тәҡдим иткән шарттарҙы өйрәнә һәм Тышҡы иҡдисад банкына (ВТБ) мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, улар ипотека кредиты процентын 9,6-ға төшөрә. Айлыҡ түләү 18,5 мең һум ҡала, ә кредиттың оҙайлығы 3 йылға кәмей.
2017 йылда сыҡҡан хөкүмәт ҡарарына ярашлы, 2018 – 2022 йылдарҙа икенсе йә өсөнсө сабыйы тыуған ғаиләгә ипотекаға ташламалар ҡаралған. 2019 йылда икенсе улдары Самат тыуғас, Солтановтар дәүләттең ошо ярҙамынан файҙаланыу хоҡуғына эйә була. Банк кредит процентын тағы ла кәметә. Хәҙер ғаилә фатир өсөн ай һайын 14,5 мең һум түләп тора.
Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә
Баш ҡалала хәҙер башҡорт мөхите киң һәм бай. Туған телдә аралашҡан кешеләрҙе урамда, магазиндарҙа, транспортта йыш осратырға мөмкин. Бында, әлбиттә, Гөлфиә менән Фаил кеүек рухлы йәштәребеҙҙең өлөшө бик ҙур.
– Өйҙә генә түгел, ә урамда ла тик башҡортса аралашабыҙ. Балалар майҙансығында йөрөгәндә башҡалар быға иғтибар итә, беҙгә тартылалар. Шулай үҙебеҙҙең йортта йәшәүселәрҙең «Башҡорт ғаиләһе» чаты барлыҡҡа килде. Яҙышып, бер ваҡытта балаларҙы уйнарға урамға алып сығабыҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер бит Өфөлә ауылдан килеп төпләнгәндәр бик күп. Күңелде ҡырған күренештәр ҙә осрап ҡуя. Оло йәштәге апай-инәйҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре менән вата-емерә русса һөйләшеүен күреп аптырайым да, әсенәм дә. Барып, нишләп улайтып баланы әсә теленән мәхрүм итәһегеҙ, тип әйткем килә. Тик туҡтап ҡалам, үҙеңдән өлкән кешегә аҡыл өйрәтеү әҙәпһеҙлек һымаҡ, – ти Гөлфиә.
Йәш ғаилә телевизорҙың балаға кире йоғонтоһон аңлай, шуға Азатҡа уны ҡарауҙы сикләйҙәр. Артабан да ул милли мөхиттә тәрбиәләнһен тип, Дим биҫтәһендәге 75-се башҡорт балалар баҡсаһына сиратҡа баҫҡандар.
Солтановтар – ижадҡа, мәҙәниәткә тартылған ғаилә. Гөлфиә һүрәт төшөрөргә маһир булһа, Фаил музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай. Атаһының йырына Азат та ҡушылып китә.
– Уландарым еңелерәк һөйләшеп китһен, бай телмәрле булһын, әсә теленең матурлығын һеңдереп алһын, тип халыҡ йырҙарын, бигерәк тә Фәрүәз Урманшин, Ғәзим Ильясов, Иҙел Аралбаев репертуарынан йырҙар башҡарам, – ти Фаил.
Ғаилә башлығы ҡурайҙа, гитарала мәктәп йәшенән уйнаһа, хәҙер баянда өйрәнә, хыялы – «Башҡорт йыры» конкурсында ҡатнашыу.
Гөлфиә менән Фаил үҙҙәре лә татыу һәм мәҙәниле ғаиләләрҙә тыуып-үҫкән.
Зәкирә менән Вәкил Солтановтар Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡыта, һаулығы насарайыуға бәйле, бөгөн хаҡлы ялда. Зәкирә Ғилметдин ҡыҙы иһә хеҙмәт юлын дауам итә.
Гөлсирә менән Зиннур Дәүләтҡоловтар сығыштары менән шул уҡ райондың Бикйән ауылынан. Һикәлтәле тормош юлдары уларҙы хәҙер көн иткән күрше Сидоровка ауылына алып килә, бында кесе ҡыҙҙары Әлимә тыуа. Гөлсирә Кинйәғәле ҡыҙы ауылда башланғыс синыф балаларын уҡыта, ә тормош иптәше һаҡ ойошмаһында хеҙмәт итә.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, бер туғандай аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәй. Ике ғаилә лә күркәм тормош алып бара, үҙ ауылдарында ихтирам ҡаҙанғандар.
Шулай итеп, Солтановтар ғаиләһенең ҡуйған маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле ирешеүенең сере – һөнәрле булыуҙа, туғандар татыулығында, дуҫ-иштәрҙең терәгендә, дәүләт ярҙамы менән дөрөҫ файҙалана белеүҙә, рухи байлыҡта, мәҙәнилектә, тип һығымта яһайбыҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: