0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
29 Апрель 2020, 13:14
«Атайым кеүеккә барырмын...»
Бынан бер нисә йыл элек еңгәмә медицина университетында уҡып йөрөгән кесе ҡыҙы тураһында һорау бирҙем: «Ләйсән тормошҡа сығырға уйламаймы әле, еңгә?» «Атайым кеүек яҡшы кеше тапмаһам, бөтөнләйгә кейәүгә сыҡмаҫмын ул», – ти икән ҡыҙ. Быны ишеткәс, бөтөнләйгә «иреп төштөм». Юлиә еңгәнең ошо һүҙҙәрен хәҙер һәр саҡ туғандарым алдында өлгө итеп ҡуям. Атаһын шундай юғары баһалаған ҡыҙына, айырыуса, шул баһаны хуплаусы еңгәмә ихтирамым бермә-бер артты. Үҙе яҡшы хужабикә, туғандарға һәр саҡ яғымлы ул, хәләл ефетенең абруйын күтәреп, уны шулай юғары тоторға тырышыуы бик күптәргә үрнәк булырлыҡ. Был донъяны матурлап йәшәгән, яҡындарына тик шатлыҡ өләшкән Һөйөндөковтар ғаиләһе Хәйбулла районының Бүребай ауылында ғүмер итә.
Эйе, ике туған Камил ағайым һәр яҡтан килгән шул. Ғаилә ағзаларына, башҡаларға яҡшы мөнәсәбәте, аҡыллы итеп, тыныс һөйләшеүҙәре, эшендә (төп һөнәре – стоматолог) һәр саҡ алдынғы булыуы, йорт хужалығында ла бар нәмәгә «ҡулы килешеп» барыуы менән, ысынлап та, ҡатынының баһаһына тап килә, йәғни, Юлиә еңгәм һис тә «шыттырмай», тимәксемен. Ошо бәләкәй генә миҫалды килтереп, туғандарымды маҡтауҙы маҡсат итеп ҡуймайым, ә тормош матурлығы сағылған шундай мөхиттең һәр ғаиләлә лә булырға тейешлеге хаҡында һүҙем.
Тирә-яҡҡа күҙ һалһаҡ, үкенескә, ундай «һау атмосфера» һәр йортта ла хөкөм һөрмәй шул. Ғаилә именлеге хаҡында «хәстәрлек» күргән булып, башлыса, ирҙәр «ихатаһына» ғәйеп ташлауҙарға «әүәҫ»тәрҙе йыш ҡына күрергә тура килә. Һүҙгә ифрат та маһир булған бәғзе бер һылыуҡайҙарыбыҙҙың үҙенең хәләл ефете хаҡында тәнҡитле фекерҙәре менән бүлешергә яратыуы никах ныҡлығына һис кенә лә ыңғай тәьҫир итмәй. Икенсерәк итеп, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ирҙәренә ҡарата булған мөнәсәбәте тормошта бик ҙур роль уйнай, тимәксемен. Үҙем ир-ат вәкиле булараҡ, ниәтем – бер аҙ «көслө» заттарҙы яҡлашып алыу. «...Ә-ә-әй, ундай ҙа ир буламы...» тип, тормош иптәшенең йә был, йә теге етешһеҙлеген асып һүҙ ҡуйыртыуҙы күптәрҙең ишеткәне бар. «Һөйөклөһө»нөң эш хаҡы башҡаларҙыҡынан түбән, йә йорт-ҡураһындағы эшенең күршенекенә ҡарағанда насарыраҡ булыуын, йә иһә, тағы ла ниндәйҙер етешһеҙлеген табып, туғандарына, әхирәттәренә, хатта үҙ балаларына ла һөйләргә ярата ҡайһылар.
Айытбай ВӘЛИЕВ.
Хәйбулла районы.
Фотола Һөйөндөковтар ғаиләһе.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: