+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
8 Апрель 2020, 16:30

Баш ҡалала танышалар, ғаилә ҡоралар

Баш ҡалабыҙ Өфө йәштәрҙе элек-электән үҙенә ылыҡтырҙы. Урта быуын, унан өлкәнерәк йәштәге күптәр баш ҡалала йә уҡыны, йә ҡыҫҡа ғына осорҙа булһа ла эшләп алды. Совет власы йылдарында һәр предприятиеның үҙ ятағы бар ине, һәм унда ауылдан килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр, үткер телле бер ағай әйтмешләй, «штабелләп» ятты. Ятаҡ тормошонан арығандар тыуған төйәгенә ҡайтып китте, урынына икенселәр килде. Әлбиттә, өйләнеп, ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә балалары менән йәшәгәндәр ҙә булманы түгел. Элек торлаҡ мәсьәләһе шулай бик ауыр хәл ителде.Фатир алыу, өфөлө булып китеү хәҙер ҙә еңелдән түгел. Һөнәрең буйынса аҡсалы эш табыу ҙа анһат бирелмәй Өфөлә. Мегапо­листа бала тәрбиәләү, ғаиләлә туған телде, милли рухты һаҡлау киҫкен тора. Йәш башҡорт ғаиләләре баш ҡала шарттарында атап үтелгән проблемаларҙы нисек хәл итә һуң? Ошо турала журналыбыҙҙа «Парлы ғүмерҙәр» рубрикаһы аҫтында мәҡәләләр шәлкеме тәҡдим итәбеҙ.

Торлаҡ – дөйөм ярҙам менән
Ленира менән Ирек Үтәевтар ғаи­ләһе өсөн Өфө – үтә лә ҡәҙерле, тормоштарында үҙенә башҡа мөһим урын алып торған ҡала. «Беҙ баш ҡалала таныштыҡ, ғаилә ҡорҙоҡ, фатир алып төпләндек һәм ошонда балаларыбыҙ тыуҙы», – ти улар.
Ирек 1997 йылда Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килә, артабан белем эстәүҙе Өфө нефть-техник университетында дауам итә. Ә Ленира 2005 йылда БДУ-ның Сибай институтын тамамлай, ҡулына юрист дипломы алғас, эш эҙләп Өфөгә юллана. Уның тәүге хеҙмәт урыны – автомәктәп. Оҙаҡ та үтмәй, йәш белгес «Башинформсвязь» ойошмаһына күсә. Өй­рәнеп алған урындан киткеһе кил­мәһә лә, тормошто күргән ике туған ағаһы, ҙур ойошма, унда артабан үҫеү өсөн мөмкинлектәр киңерәк, тип өгөтләй.
Юғары уҡыу йортон тамамлаған Ирек 2006 йылда Ямал-Ненец автономиялы округына йүнәлтмә ала, алыҫ тарафтарҙа вахта ысулы менән йөрөп эшләй башлай.
Ленира, баш ҡалаға килгәс, бер әбейҙә өйҙәш булып йәшәй. Ҙур коллективта мөмкинлектәр, ысынлап та, иркенерәк шул: 2008 йылда «Башинформсвязь» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн күп ҡатлы йорт төҙөй башлай. Йәш белгестәргә биш йылда өлөшләтә түләү шарты менән фатир алыу хоҡуғы бирелә. Торлаҡ баҙар хаҡынан күпкә түбән булыуы, түләүгә процент өҫтәлмәүе менән сағыштырмаса арзанға төшә. Шулай булһа ла, ул Ленираның айлыҡ эш хаҡын тулыһынса тиерлек «йотоп» тора. Ата-әсәһе ныҡ ярҙам итә ҡыҙға был осорҙа.
Был ваҡытта Иректең дә, ата-әсәһе биргән аҡсаны тәүге иғәнә иҫәбенә индереп, ипотекаға алған Һупайлы биҫтәһендә бер бүлмәле фатиры була.
Йәштәр иһә 2008 йылда таныша һәм бер йылдан һуң гөрләтеп туй үткәрә. Ғаилә усағын улар Иректең бер бүлмәле фатирында тоҡандыра. Йылдан ашыу йәшәйҙәр унда, ҡыҙҙары Вилиәне лә Һупайлыға алып ҡайталар. Ленираға эш урынынан бирелгән торлаҡтың асҡысын ҡулға алһалар ҙа, ҡарамалы хәлендәге фатирҙы эш итеп инеү өсөн байтаҡ аҡса һәм ваҡыт талап ителә. Был ҡыуаныслы ваҡиға 2011 йылда була. Ә алты йылдан ғаилә заманса биҙәлгән һәм йыһазландырылған өс бүлмәле фатирға күсә. Уны, Вилиә ҡыҙҙары мәктәпкә барыуға бәйле, уҡыу урынына яҡын булһын, тип һайлайҙар.
Шулай итеп, йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен атай-әсәй, эш урынынан ярҙам һәм Иректең еңел булмаған нефтсе һөнәре килтергән аҡса ярҙамында хәл итә.

Фотолар Үтәевтарҙың ғаилә архивынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: