-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
7 Ноябрь 2019, 13:54

Ғаилә ҡото

Бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш була, ҡалғандарының һәр береһенең үҙ хәсрәте, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ер йөҙөнөң бәләкәй генә бер өлөшөндә тик уларса ғына ҡоролған донъя, балаларҙы бағыу, тәрбиәләү, йүнәлеш биреү. Был – ҙур бәхет тә, оло һынау ҙа (Күптәребеҙ ошо имтиханды үтә алмай ҙа, донъяға зарланып йәшәй башлай...). Һүҙебеҙ – Хәйбулла районы Бүребай ауылында йәшәүсе Рәсимә һәм Рәмил Баязитовтар ғаиләһе хаҡында.

Райондың йәмле Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән Рәсимә ғаиләлә матур тәрбиә ала, эшкә өйрәнеп үҫә. Атаһы Абдулхаҡ ағай – хөрмәтле кеше, совет йылдарынан һуң ауыл мәсетен төҙөүсе кешеләрҙең береһе, аҙаҡ дини белем алып, мулла вазифаһын башҡара. Әсәһе Клара Сәлимйән ҡыҙы менән ике ғаиләне берләштереп (атайһыҙ ҡалған – 1, әсәйһеҙ 2 баланы), уртаҡ тыуған 5 балаға тейешле тәрбиә, белем бирәләр. «Оло апай-ағайҙарымдың бер туған түгеллеген сит апайҙан ишетеп, ышанманым, хатта иланым. Был хаҡта беҙгә, балаларға, атай-әсәйебеҙ ошо хәлдән һуң ғына һөйләне. Бынан һуң да беҙҙең арабыҙ шулай уҡ йылы булып ҡалды. Матур, бәхетле бала саҡ күңелемде әле һаман йылыта. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында белем алдым», – ти Рәсимә Абдулхаҡ ҡыҙы.
«Рәмил менән һеңлеһенең туйында таныштыҡ. Беренсе күреүҙән үк бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, аҙаҡ өйләнештек. Үҙ көсөбөҙ менән өй һалып индек. Шөкөр, атайым да, Рәмил дә – ағас эшен белгән балта оҫталары. Шул йылдарҙа беҙҙең туғандар Әҙелгилдин Илдар менән Рима, дуҫтарыбыҙ Ҡоҙабаев Ринат һәм Лариса өй һалыу мәшәҡәте менән йәшәне. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, өс өйҙө сиратлап йөрөп төҙөнөк. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр, әле лә улар менән дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Ҡаҙ өмәһе, һуғым һуйыу кеүек эштәрҙе әле лә уртаҡ атҡарабыҙ», – ти Рәсимә ханым.

Хәйбулла районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: