…Бәрәкәтле Хәйбулла ерендә тыуып үҫә Луиза. Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Рәҡиә һәм Ғибәт Аллабирҙиндар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Атаһы идарасы булып эшләй, аҙаҡ уны Байғусҡар ауылына колхоз рәйесе итеп ҡуялар, һуңынан Аҡъярға эшкә саҡыралар. Ғаиләһе лә уның артынан күсеп йөрөй. Шулай итеп, Луиза дүртенсе класҡа район үҙәгендәге мәктәпкә уҡырға бара.
…Өфөгә күсеп килгән Мәмбәтовтар дуҫтары менән дә аралашып йәшәргә ваҡыт һәм күңел йылыһы таба. Алты башҡорт ғаиләһе ун йылға яҡын бер булып, дуҫ йәшәй. Йола буйынса һәр береһе дуҫтарына тыуған яҡтарын күрһәтә, тарихи урындар менән таныштыра. Иң мөһиме – балалар ҙа үҙ-ара татыу булып үҫә, тыуған яғының матурлығын, ҡәҙерен белеп буй еткерә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.