+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
1 Июль 2019, 12:20

Һөйөүҙән туҡылған донъя

Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, КПСС-тың XXVII съезы делегаты Мәрфуға Йәлил ҡыҙы Шәйхетдинованың тормош юлы шыма ғына бармай. Яҙмышында һағалап торған һынауҙар аша ул, ҡатын, әсәй, өләсәй булыу бәхетенә өлгәшеп, килен булып төшкән Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәштән яратышып ҡауышҡан ире – Мөнир Әмирхан улы Шәйхетдинов менән мәғәнәле ғүмер кисерә.

1967 йылда Әлшәй районы Тәүәтәй ауылында гөрләтеп донъя көткән Кәримовтар ғаиләһенә бәлә килә: типһә тимер өҙөрҙәй сағында атайҙары Йәлил фажиғәле рәүештә донъя ҡуя. Әсәйҙәре Мәрхиә һигеҙ бала менән тол ҡала. Иң бәләкәйҙәре алты ғына йәштә. Ғаиләлә икенсе бала булып буй еткергән Мәрфуғаның иңенә бәләкәй туғандары өсөн яуаплылыҡ төшә. Урта мәктәпте тамамлағас та тыуған ауылындағы фермаға эшкә барырға хәл итә ул. Тал сыбыҡтай ғына нескә ҡыҙға ауыр эшкә егелергә тура килә: һыйырҙарҙы ҡул менән һауа, көс еткеһеҙ кәрзиндәр күтәреп, малдарға аҙыҡ тарата, һөт феләктәрен тейәп оҙата. Белемде лә Аксен ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп ала. Тырыш, егәрле, тура һүҙле ҡыҙ хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана, һауымда юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Өс йылдан «Мир» колхозы идараһы уны ферма мөдире итеп ҡуя. 19 йәшлек Мәрфуға 70-кә яҡын кеше эшләгән, артта һөйрәлгән Тәүәтәй фермаһы коллективы менән етәкселек итә башлай. Эш яйға һалына, һауымдар күләме, малдар һаны арта. Ауылдаштары уңған Мәрфуғаны ауыл Советына депутат итеп һайлап, уға ышаныс күрһәтә.
Тормош иптәше буласаҡ Мөнир ағай менән Раевкала 9 – 10-сы кластарҙа бергә уҡығандар. «Ул хат яҙа ине, мин иғтибар итмәгән була инем. Килеп йөрөй торғас, ыңғайлап киттем», – ти Мәрфуға апай. Моңло тауышлы, һомғол буйлы Мөнир, БДУ-ның филология факультетын тамамлап, тыуған ауылына уҡытыусы булып ҡайтҡас, улар сәстәрен сәскә бәйләй. Бәләкәй генә өйҙә биш бала һыйышып йәшәгән ғаиләгә килен булып төшә Мәрфуға. Назыя ҡәйнәһе бик аҡыллы ҡатын, үҙенең ҡыҙы кеүек ҡабул итә. «Икебеҙ бер яҡлы, дуҫ булып йәшәнек», – ти ул ҡәйнәһен хәтерләп.
Районда уңғанлығы менән даны сыҡҡан киленде бында ла артта барыусы фермаға етәксе итеп ҡуялар. Ҡатын ең һыҙғанып эшкә тотона. Коллективты сәм һәм дәрт менән тоҡандыра ала ул. Һәр кемгә ғәҙел ҡарауы, һәр нәмәгә яуаплы мөнәсәбәте хеҙмәттәштәре араһында уның абруйын күтәрә.
Тәүге сабыйҙары Эльвира тыуа. Әле ул Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Өфө ҡалаһында йәшәй, кейәүгә сығып, Юлиә, Таңсулпан исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр. Уға етә әлеге ваҡытта ҡыҙы Әҙилә менән Грецияла йәшәгән Ириналары донъяға килә. Кинйәләре Йәмил, өйләнеп, килендәре менән Өфөлә төпләнә, ата йортона йыш ҡайтып, ярҙам итеп тора. Уларҙың ғаиләһендә лә Йәсминә исемле ҡыҙ менән Арсен тигән ул үҫә. Йәмил Республика социаль страховкалау фондында, Әлфиә килендәре ҡаланың Совет ра­йоны хакимиәтендә эшләй. «Эльвира тыуғас та декрет ялында булманым, 20 көн тулғас та эшкә сыҡтым. Ҡәйнәм ҡарашты. Икенсе сабыйымда ла бер ай ғына өйҙә торҙом. Ныҡ һыуыҡ йыл ине. Малдарҙы ҡышлауҙан теүәл алып сығыр өсөн минең тәжрибәм кәрәкте. Ә Йәмил тыуғанда ҡәйнәм, ҡарай алмаҫмын, ҡартайҙым, тип әйтеп ҡуйғайны. Рәйес, һеҙһеҙ эш бармай, апай, килеп кенә күренеп китегеҙ, тип көн дә саҡыра. Яуаплы эш бит инде ул мал яны, тәүҙә ҡайтып-китеп ҡарап йөрөнөм, улыма бер йәше тулғанда, айырым кеше ҡуйып, балалар баҡсаһына бирҙерттеләр баланы», – тип хәтерләй ул сабыйҙары үҫкән ваҡытты.
Республика буйынса ферманың күрһәткестәре яҡшыра. Әммә был өлгәшелгәндәр еңел бирелмәй. Ун йыл эсендә тырыш, мөкиббән китеп эшләү нәтижәһе була ул. Ҡышлау һөҙөмтәләре буйынса социалистик ярышта алты йыл рәттән фермалары беренселекте бирмәй. Еңеүсе малсыларыбыҙға ярыш шарттары буйынса үҙ хаҡына һатып алырға автомобиль бүләләр. Комсомол сафында булғанда Өлкә комсомол конференцияһында делегат сифатында ҡатнаша Мәрфуға. Партия сафына инә. КПСС-тың Өлкә комитетында ла ағза булып тора. 13 йыл буйы КПСС-тың район комитеты бюроһында эшләй. Унда төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.
Райкомдың беренсе секретары Павел Барбазюк, уны хөрмәт итеп, яратып, «ҡыҙым» тип өндәшә. Район етәкселәре Зифҡәт Сәйетғәлиев, Әмир Муллағәлиевтарҙы яҡшы һүҙ менән телгә ала Мәрфуға апай. Меңдән ашыу баш мал булған фермала тәртип урынлаштырыу, юғары уңыштарға өлгәшеү һары таңдан ҡараңғы төшкәнсе бил бөгөү, тырышлыҡ, яҡты киләсәккә ышаныс, хыял, үҙ эшенә тоғро уңған кешеләр арҡылы тормошҡа ашырылған. «Съезға делегат итеп һайланғас, Мостай Кәрим, Риза Яхин кеүек арҙаҡлы шәхестәр менән аралашып, Мәскәүҙә йөрөп ҡайттыҡ. Колхоз етәксеһенә ул йылдарҙа дефицит булған «Нива» автомобиле юлланым. Ҡайтыуыма, үтенесем бойомға ашҡан – «Нива»ла мине вокзалдан ҡаршы ал­дылар. Белоруссиянан фермаға ҡара-ала төҫөндәге йөҙ тана ҡайтарттыҡ. Һауынсыларҙы йөрөтөргә автобус, «КамАЗ» йөк машинаһы алдырттыҡ. Төҙөлөш бөтөнләй туҡтатылған Мәҙәниәт йортон сафҡа индереүҙә лә, уны реквизиттар менән тәьмин итеүҙә лә минең өлөш бар. Бөтә республика, район семинарҙары беҙҙең фермала үтте. 39 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыҡтым. Белемле йәштәргә юл бирҙем», – ти Мәрфуға апай.
Ҡырҡ бер йыл үткәс, төркөмдәштәре, Мөнирҙе күргебеҙ килә, тип ауылға хәбәр ебәрә. Хужабикә аптырап ҡалмай: «Килһендәр, күрһендәр, әйҙә!» – тип яуап бирә. Шулай итеп, Шәйхетдиновтарҙың өйө шат тауыштар менән тула. Курсташтары менән аралашыу Мөнир ағайға яңы дәрт өҫтәй. Мөнир Әмирхан улын яҙыусы мәрхүм Сабир Шәрипов менән дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Баҡтиһәң, университетта уҡығанда улар дүрт йыл бер бүлмәлә йәшәгән икән. «Тик ятма, һәләтең бар», – тип тормошҡа әүрәүен һүндермәҫкә тырыша яҙыусы көтмәгәндә бәләгә тарыған дуҫының. «Сабир балыҡ ҡармаҡларға яратты. Беҙгә лә ҡармаҡ-ырғаҡтары менән килә, төшкә хәтлем әҙерләнеп, сығып китә лә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә ине Дим буйынан», – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Мөнир ағай, күҙҙәре йәшкәҙәп. Сабир Шәриповтың рус телендә донъя күргән «Старозимовье» китабын, тағы ла өс яҙыусының әҫәрен Мөнир Шәйхетдинов тәржемә иткән. Йәш ваҡытында халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло башҡарыуын яҡшы белгәнгә уға «Йырлайыҡ, дуҫтар!» йыйынтығын туплауҙы ышанып тапшыралар. Студенттарға диплом яҙырға булышһынмы, ағинәйҙәр сығышы өсөн материалдар эҙләшһенме, ауыл, ырыу тарихын яҙһынмы, ул төпсөрлөк, етдилек күрһәтә, эште мөкиббән китеп башҡара. Таһинур Бәҙретдинова менән бергәләп яҙған «Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы тарихы» ауылдаштарына ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк була.
Ҡыпсаҡ-Асҡар аҫылбикәләре районда ойошҡан ағинәйҙәргә ҡушылған. Әлегә өс кенә ҡатын – Зәйтүнә Даянова, Гөлли Әлимғолова, ҡумыҙҙы үҙ иткән Мәрфуға Шәйхетдинова – республика, район кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Беҙ Шәйхетдиновтарҙың ҡотло ғаиләһенә ҡунаҡҡа барғанда Мәрфуға апай һөт тулы биҙрәһе менән киске һауындан инеп тора ине. Ҡош-ҡортон да тота, кәзәләрен һауып, ҡымыҙын да бешә уңған хужабикә. Һабантуй алдынан күпертеп бешергән икмәктәр, ҡабартмалар, тәмлекәстәрҙән бөркөлгән еҫтәр сағыу балаҫлы ауыл өйөнә тағы ла йәм өҫтәгән кеүек. Ихатала ҡоштар сутылдаша, Мәрфуға апай үҫтергән ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө сәскә күҙҙең яуын ала, аҫта ғына Димдән йәйелгән томан пәрҙәһе... Ә йортта мөхәббәт, аңлашып, иңгә-иң терәп йәшәү ҡунаҡҡа килгән кешенең күңеленә им булып яғыла. Һөйөү хөкөм иткән ерҙә – ҡот та, нур ҙа бар.
Читайте нас: