-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Парлы ғүмерҙәр
9 Ғинуар 2019, 12:48

Күңелдәрҙә йәйғор балҡытып

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаевтың шиғри яҙмышы, энә күҙенән үткән кеүек, замандаштарының күҙ алдында. Уның тормошондағы һынауҙар, тетрәнеүҙәр ижады аша халҡыбыҙға йөрәк һүҙе булып етте. 12 декабрҙә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан «Башҡортостан ҡыҙы» уның ғаиләһендә ҡунаҡта.

Дала холҡо – булмышында
«Даламһыҙ тыным ҡыҫыла, даламһыҙ күҙем тала. Елдәр ҙә бит бында тау-таш ярығынан, ағас араһынан йәшенеп-боҫоп өрмәй, иҫһә, бер юлы бар даланы тултырып, ҡоласын киреп иҫә, дауыл-бурандары килһә, бар даланы айҡап-иңләп килә», – тигәйне ул «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» шиғри йыйынтығының инеш һүҙендә. Яҙмышындағы ҡабатланмаҫ һәр миҙгелдең сағылышы, кисергән-күргәндәре, бәхет-бәхетһеҙлектәре уҡыусыһының күҙ алдында уҙҙы. Шағир яҙмышын уның тыуған мөхите, туғандары, ере үҙе үк билдәләп ҡуйғандай.
Михайловка тигән урыҫ ауылында ҡыштың сатлама һыуығында, 1938 йылдың декабрендә, донъяға килә ул. «Был бик уҫал малай булыр», – тип юраған ололар. Соранды һыулаған Ҡунаҡбай ауылында нигеҙ ҡорған Төхфәт менән Рәҡиәнең Рауил уртаҡ тәүге балалары. Һуғыштан ҡаты сирләп ҡайтҡан Төхфәттең тәүге ҡатыны мәрхүмә, уларҙың Рәйсә исемле ҡыҙҙары үҫеп килә. 18 йәшендә күрше ауылдағы бай кешегә кейәүгә бирелгән Рәҡиә ҡайны-ҡәйнәләре менән Архангел губернаһына Котлас лагерына һөргөнгә ебәрелә. Ҡайныһы, йүнсел кеше булараҡ, артель да төҙөй. Тик Рәҡиә, һағыныуына түҙә алмай, 1936 йылда йөклө килеш ҡасып ҡайта. Нәккәр апайы ҡайтҡас тыуа.
«Ҡартатайым хәлле ине. Ҡунаҡбайҙағы йортобоҙҙо ҡутарып Ғәбдрәфиҡкә күсереп алып киттеләр. Ете саҡырым ғына ара. Һағындыра. Ялан аяҡ йүгереп ҡайтам да китәм. Яйлап-яйлап өйрәнеп киттем яңы ауылға», – тип хәтерләй шағир. Атаһы 1945 йылда Еңеү көнө үткәс донъя ҡуя. «Был Еңеү ниндәй генә шатлыҡ килтерҙе инде?» – ти торған була әсәһе. Рауилдан һуң Наил ҡустыһы тыуған, Зөлхизә һеңлеһе атаһы үлгәс донъяға килә. «Кичкасс менән Девятый тигән ике немец ауылы һәм беҙҙең Ғәбдрәфиҡ бер тирәлә урынлашҡайны. Украинала Кичкасс тигән ауыл барлығын белеп, аптырап киттем. Баҡтиһәң, Екатерина башта уларҙы Украинаға ултыртҡан. Шунан ғына беҙгә ебәргән. Беҙҙең яҡҡа улар XIX быуаттың аҙағында ғына килеп урынлаша башлағандар. Ерҙәр күп ине. XX быуат аҙағында уларҙың китеүе бик ауыр хәл булды. Тәртипкә, эшкә өйрәткәйнеләр. Беҙҙең халыҡ эшләһә, емертеп эшләй, туйға китһә, аҙна-ун көн ҡунаҡ була. Ә немец халҡы теүәл – төшкө аш ваҡытында ла бер минут та эштә тотҡарланмай. Сәй эсеп ала ла ял итә, ә беҙҙекеләр күбә төбөндә генә ултырып ҡапҡылап аламы, юҡмы. Колхоздар гөрләп торҙо. Улар киткәс, тормош һүлпәнәйеберәк ҡалды. Йәштәр арзанға ғына өй һатып алып, немец ауылдарына күсеп ултырыуҙы хуп күрҙе. Был хәл башҡорт ауылдарына ҡырын һуҡты: урамдар бушап ҡалды, балалар әҙәйҙе. Мәктәптәр ябыла башланы», – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Башланғыс мәктәп уның күҙ алдында ете йыллыҡҡа әйләнә. Бик тырыш, һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән уҡытыусылар уҡыта уны. Тәүҙә директор вазифаһын бәйеттәр сығарыуға әүәҫ Рәҡип бабайы башҡарһа, аҙаҡ был йөктө Рамазан ағаһы үҙ иңенә ала. Хайран ҡалмалы бит: бөтә фәндәрҙе лә тик башҡортса уҡыған мәктәптән 50-ләп кеше юғары уҡыу йортона тотҡарлыҡһыҙ инеп уҡып сыҡҡан. Тимәк, белем биреү кимәле уҡытыусыларҙың тырышлығынан тора!
«Бала сағым фольклор мөхитендә үтте. Ул заманда гармунсылар бик һирәк ине. Таҡмаҡҡа бейенеләр. Эпостар әйтеү бик көслө булды. Ауылда Нәзифә әбейҙе алып ҡайтыу өсөн сират торҙо. Инәйгә, Нәзифә әбейҙе беҙҙә ҡундырайыҡ, тип ялынған саҡ иҫтә. Әкиәт башлай ҙа уны тамамлай алмайынса, икенсе, хатта өсөнсө төнгә ҡала торғайны. Беҙҙең сериалдар шулар булған инде. Шиғыр яҙыу көслө булды. Әсәйемдең бер туған ағаһы Рәҡип бабайым шағир ине. Рәми Ғариповты 1968 йылда Ырымбурға алып ҡайттым. Рәҡип бабайымдың «Туҡ-Соран сәләме» тигән шиғырын аҙаҡ «Башҡортостан ҡыҙы»нда баҫтырып сығарҙы ул. Шағир менән V курста уҡып йөрөгәндә, 1962 йылда уҡ, танышҡайным. Журнал ойошторолған саҡта аҙна-ун көн эсендә Туҡ-Соран буйындағы утыҙлап ауылда булып, баҫма хаҡында һөйләнек, уҡыусылар йәлеп иттек. Тамырҙарың бик ҡалын икән, тип аптырап ҡайтҡайны ҡәләмдәшем», – тип хәтер йомғағын тағата Рауил Төхфәт улы.
Буласаҡ шағир Аҡбулаҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Рауил Сибайҙан килеп сит телдәр факультетына уҡырға инергә ниәтләнгән Фәриҙәгә күҙ һала.
Буласаҡ студенттар йыйналышып, тарихтан белемдәрен тикшерә. Кем ниндәй датаны, тарихи ваҡиғаны иҫендә ҡалдырған, һөйләй. Рауилдың хәтеренә, белеменә хайран ҡалып, имтихандарҙы «5»-легә генә бирер, тип юрайҙар. Дәреслеккә инмәгән картуф бунты хаҡында билет эләккәс, «3»-лө алһа ла, ҡалғандарын «5»- кә тапшырып, студент булып китә. «Ятаҡта Киров урамында торҙоҡ. Фәриҙә лә шунда ине. Бергә уҡыныҡ. 1957 йылдың көҙөндә ҙур, матур бинала уҡый башланыҡ. 1-се һанлы ятаҡты төҙөнөләр. Тәүге йәшәүселәр беҙ булдыҡ», – тип иҫләй ул был ваҡыттарҙы.
Ғафури районы Үтәк ауылында донъяға килгән Фәриҙә апайҙың атаһы Яҡуп һуғышта үлә, әсәһе йәш кенә көйө мәрхүмә була. Үҙен һәм Флүрә апайын балалар йортона бирмәй ҡарап үҫтергән Хөббөниса өләсәһенең өс балаһы яу ҡорбаны була. 1925 йылғы Мораты яраланып ҡайта. Ул ағаһы Сибайға эшкә алынғас, Фәриҙәләр Бөрө ҡалаһында ҡала. Инглиз телен уҡытыу шул ҡәҙәрем һәйбәт ҡуйылған була, 9-сы класты Сибайҙа уҡый башлағас, 5-се кластың дәреслеге менән шөғөлләнгән балаларҙан ул белеме буйынса ҡырҡа айырыла, үҙ аллы шөғөлләнә башлай. «Шул килеш сит телдәр факультетына килеп индем. Конкурс ҙур ине. Күбеһе Өфөнән, махсус мәктәп тамамлап килгән. Инглиз теленән имтиханды «4»-кә биреп, уҡырға индем. Тәүге ике йыл ныҡ ҡыйынға тура килде. Тырышып, төнө буйы ултырып шөғөлләнмәһәң, өлгәшеп булмай. Уҡырға ингәндә 23 инек, 7 кеше тамамланыҡ», – тип һүҙгә ҡушыла Фәриҙә ханым.
58 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән Рауил менән Фәриҙә студент саҡта сәстәрен сәскә бәйләй. «Туйға тип шәхси йорттағы таныштарға бал әсетергә ҡуйҙырттыҡ. Мискә шартланы. Ҡайнап торған тормош көтөүен иҫкәртеү булды был. Балды киренән ҡойорға тура килде. Матур итеп тормош ҡороп ебәрҙек. Ятаҡтағы карауат ҡуйһаң, тумба һыймай торған бәләкәй генә бүлмәлә йәшәнек. Әммә бирешмәнек», – ти Рауил ағай.
Ҡатыны арыҫлан йондоҙлоғонда тыуған. Ә ул – уҡсы. Икеһе лә – ут. Һыйышып йәшәр өсөн, кемгәлер ныҡ түҙемле булырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ауырлыҡтарҙы сыҙам үткәреү, өйҙәге йылылыҡты һүрелдермәү гүзәл зат иңенә төшөүсән. Рауил Төхфәт улының оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләүен, 16 йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарып, 5 йылдан артыҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа комитет рәйесе булыуын, әҙәби һәм фәнни эшмәкәрлеген тигеҙ тартыуын, бихисап китаптар сығарыуын, теүәл, тәртип яратҡан кеше икәнлеген күҙ алдына килтерһәң, таянған яҡын кешеһенең ниндәйлеге аңлашылалыр. Бикбаевтарға төшкән иң ҙур һынау – берҙән-бер улдары Айҙарҙы юғалтыу. Уның ике улына бауыр баҫа улар. Хәҙер инде ейәндәренең балаларын һөйөү бәхетенә ҡыуаналар.
«Иң беренсе ишеткәнмен ерҙә әсәйемдең йылы һүҙҙәрен»
«1964 йылда малды бөтөрөп, өйҙө һатып, инәйемде күсереп алып килдем. Шулай итеп, ул Өфө ханымы булып китте. Фәриҙә ҡәйнә менән һыйышып, 44 йыл бергә ғүмер итте. Оло кешенең булыуы ла мөнәсәбәттәрҙе йомшартҡандыр», – ти Рауил Төхфәт улы.
Ҡайһы ваҡыт ҡәтғи, әммә хаҡлыҡ яҡлы, зарланырға яратмаған, эшһөйәр кеше була шағирҙың әсәһе. «Инәйем көслө шәхес ине. 95 йәшенә тиклем йәшәне. Өләсәйем менән ҡартатайым дини кешеләр булды. Ҡартатайым Ҡарғалыла мәҙрәсә тамамлаған. Боронғо китаптарҙы беҙгә ҡысҡырып уҡый торғайны. Уҡыр ҙа үҙебеҙсә аңлатып һөйләр ине. Шуға ла Ҡөрьәнде ишетеп, белеп үҫтек. Хәҙистәрҙе тәүге тапҡыр Әхтәм Абушахманов уҡыуында радионан ишетеп, хайран ҡалдым. Ниндәй мәғәнәле, ҡыҫҡа, тос ҡына. Мәҡәл, ҡобайыр һымаҡ тапҡыр әйтелгән. Уларҙы шиғри шәкелгә ҡоя башланым. Һанын 101-гә еткерҙем. Беренсе киҫәк итеп йыйынтыҡ сығарҙым, аҙаҡ икенсеһе лә булды. 3-сө китапты ла нәшер иттем. Өсөһөн бергә йыйып, «303 хәҙис» тигәнен Светлана Чураева тәржемәһендә русса сығарҙым. 777-гә еткереп, уныһының да донъя күреүен хәстәрләнем», – ти халыҡ шағиры.
Шағирҙың ҡатыны Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы 45 йыл ғүмерен мөғәллимлеккә арнаған. 69 йәшенә тиклем инглиз теленән балалар уҡыта ул. Артур ейәндәре бүлә-бүләсәрҙәр менән ҡыуандыра: Асҡар 3-сө класта уҡый. Һәйбәт өлгәшә. Асель – 1-се класс уҡыусыһы. 2 йәшлек Алина, 4 айлыҡ Алан исемле сабыйҙары бар. Икенсе ейәндәре Альберт та сит телдәр факультетына уҡырға инеп, Калифорния университетын тамамлаған, әле өйләнмәгән. Бикбаевтар бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнаша. Улар килгәндә өй эсе шатлыҡлы ауаздар менән тула. 6 йәшлек Аселдә шиғри һәләт барлығын тойоп һөйөнә улар.
Илһамлы ғүмер
Һикһәндә лә әүҙем ижад итә ул. Бик аҙ йоҡлай. Бабич хаҡында поэмаһы Башҡортостан Яҙыусылар союзы үткәргән бәйгелә беренсе урынды яуланы. Бабич ижадына арналған монография, иҫтәлектәр китабы тап уның тырышлығы арҡаһында донъя күргәйне. Киләсәктә был ғәжәп шәхес хаҡында ул китап яҙырға ла ниәт иткән.
Йәндең үлемһеҙлегенә, Хоҙайға ышана ул. Донъя шул хәтлем төҙөк, матур булмаҫ ине, әгәр ҙә барыһын да бар итеүсе, көйләп, күҙәтеп тороусы булмаһа, ти шағир. Алланың бер булыуына, киләсәктә кешелектең шуны аңлауға килеүенә иманы камил. Башҡорт шиғриәтенә, тулҡын-тулҡын яңы һулыш инеренә, йәштәрҙең яңы бейеклектәр яулауына өмөтө ҙур.
Үҙәктә сыҡҡан әҙәби журналдарҙы, үҙебеҙҙең милли баҫмаларҙың барыһын да алдырып, уҡып бара Бикбаевтар ғаиләһе.
«Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Сынығып үҫтек. Эш менән, ижад менән бәхетле инек», – ти Рауил Төхфәт улы. Икеһе бер бөтөн, бер йән булып, бер-береһенә таянып йәшәгән татыу ир менән ҡатын, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, еңеп сыға. Фәриҙә апайға шаян ҡараш ташлайым: «Ә һеҙ Рауил ағайҙы мөхәббәт шиғырҙары яҙған өсөн шелтәләмәнегеҙме, көнләшмәнегеҙме?» «Асыу килә ине, әлбиттә. Әммә яратһаң, аңлап ҡарайһың, барыһын да үткәрәһең. Хәҙер ҙә яҙып ҡуя әле ул ундай шиғырҙарҙы!» – тип бер-береһенә ҡарап йылмайыша улар. Рауил ағай һүҙгә ҡушыла: «Бер шиғырымда яҙғанымса: «Нимә ул ҡартлыҡ? Ҡартлыҡ – ул ҡатыныңдың көнләшмәүендә, һөйәркәңдең өндәшмәүендә!»
Ысынында шағир үҙ ғүмерен кисерә. Уның ижадына төшкән кисерештәре – яһалма түгел, сейәлеп-буталып тәгәрләгән ғүмер йомғағы яҡтыһы, яҙмышы офоҡтары, күңел ҡойондарының өйөрмәләре, йәйғорҙарының балҡышы уҡыусыһына яҙ, наҙ, яҡтылыҡ илтә.
Читайте нас: