Шулай итеп, быйыл С. Юлаев премияһына түбәндәге ватандаштарыбыҙ лайыҡ:
- Андрей Стариков - Башҡортостан Республикаһының инфраструктура һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу фондының генераль директоры - Башҡортостан Республикаһының “Көрәш Һарайы” спорт әҙерлеге үҙәгенең архитектураһы өсөн;
- Әмир Мәжитов - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы һәм Йәлил Сөләймәнов - Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы – “Ер Хәтере. Урал Көсө” һынлы сәнғәт әҫәрҙәре серияһы өсөн.
- Айгиз Баймөхәмәтов - Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе - «Мин ҡош булып боролам»повестар йыйынтығы өсөн;
- Сулпан Асҡарова - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры - «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған әҫәре өсөн.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, уңыштар, бәхет теләйбеҙ!
Источник: сайт https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-podpisal-ukaz-o-prisuzhdenii-gosudarstvennyh-premiy-imeni-salavata-yulaeva-za-2025-god-82731/
Фото: А. Абдрафиков