+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2025, 13:20

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 апрель Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл 26 - 28 апрелдә үтәсәк. 26 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениенда тура эфир башлана. Йылдағыса өс вариантта – башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн текстар тәҡдим ителәсәк. Темалар: Ватанды һаҡлаусылар, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлек. Башҡорт теленән диктантты, ғәҙәттәгесә, ике төрлө яҙып була: онлайн һәм офлайн вариантта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 апрель Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 апрель Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ!

 

Офлайн формат

Ҡайҙа я:ырға була?

26 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында,

Өфө фән һәм технологиялар университетында,

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында,

Башҡортостандың Милли музейында,

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа,

Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала,

Өфө күп профилле һөнәри колледжында,

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында,

Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында,

28 апрелдә - “Йәшлек House” йәштәр йортонда төп майҙансыҡтар ойошторола.

 

Офлайн майҙансыҡтарҙы мәҙәниәт, белем биреү ойошмалары, төрлө предприятиелар үҙҙәре лә ойоштора ала. Бының өсөн 10 апрелдән 25 апрелгә тиклем bashdictant.ru сайтында майҙансыҡты теркәргә кәрәк.

 

Офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала, уларға 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.

Эштәрҙе майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға ҡалдырырға, улар артабан эксперттарға тапшыра.

Онлайн формат

26 апрелдән 28 апрелгә тиклем. 26 апрелдә 11 сәғәттә Башҡорт юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башлана. Уның барышында дикторҙар диктанттың өс вариантын уҡый (башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн). Эфир тамамланғандан һуң яҙма bashdictant.ru сайтына, https://vk.com/bash_tvhttps://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыласаҡ. Теләүселәр был яҙмаларҙы ҡарап диктантты һуңыраҡ та яҙа ала.

Теләгән кеше ҡатнаша ала, теркәлеү кәрәкмәй

Диктанттарҙың фотоһын (сканын) t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Ойоштороусылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге.

Автор:
Читайте нас