+2 °С
Болотло
“Әгәр ҙә ниндәйҙер кимәлдә һеҙ мине башҡорт теленә төшөндөрһәгеҙ, мин, бәлки, һүҙлек ярҙамында үҙемдең башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәттәремде лә уҡый алыр инем”,- тигән ул.
Һуңынан К.Чуковский Ғ. Әмиригә “Кешеләр һәм китаптар” исемле китабын ошондай яҙма менән бүләк иткән:
“Ҡәҙерле Ғәйнан Ғимазетдин улы Әмириға, уның арҡаһында БАШҠОРТ теленең ниндәй моңло һәм тасуири икәнлеген белдем.”
Корней Чуковский.
Переделкино.
3 февраль 1961 йыл”.
Бынан һуң дә ике яҙыусы хат алышып тора. Хаттарында Чуковский башҡорт һүҙҙәрен дә ҡыҫтыра.
Мәғлүмәт “Истоки” гәзите сайтынан.