+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2021, 16:05

Бер фәһемле тарих һәм уға бәйле фекерҙәр

...Атаһы тере булһа ла, айырылышыу арҡаһында әсәһе тәрбиәһендә үҫкән егет йәшләй генә өйләнде.

Бер фәһемле  тарих һәм уға  бәйле фекерҙәр
Бер фәһемле тарих һәм уға бәйле фекерҙәр

Ҡатыны ла, атайһыҙ үҫкәс, ғаилә бағыуҙы башлыса донъяны таҙа тотоуҙа ғына күрҙе. Атаһы эскесе булғанға, егет унан баш тартты. Үҙе һәйбәт ғаилә төҙөргә тырышты. Аҡсалы эштә йөрөп, ҡатынының бөтә теләген үтәне: фатир, хәләленә һәм өлкән ҡыҙына машина алып бирҙе, йыл һайын сит илгә ял итергә ебәрҙе. Бар мөлкәтен ҡәйнәһе исеменә яҙҙырҙы. Әммә ғаилә мөнәсәбәттәре, был икәүҙең бар тырышлығына ҡарамаҫтан, тарҡалыуға барҙы. Өсөнсөгә бала табып та ҡаранылар. 22 йыл бергә йәшәгәндән һуң айырылыштылар. Ҡатыны бер нәмәһеҙ ҡалған ирен алиментҡа бирҙе. Ир иһә бәхетле йәшәгән өс туған ағаһынан күреп, үҙенән күпкә йәш башҡорт ҡыҙына өйләнде, балалары тыуҙы. Тора-бара яңы ғаиләһенең дә ныҡлығына шикләнә башланы. Әгәр бала сағында атайҙың, ирҙең нисек булырға тейешлеген күреп үҫһә, ул бындай ауырлыҡтарға тарымаҫ ине, тип уйлайым. Атайҙың, ниндәй генә булһа ла, барыбер тәрбиәүи көсө ҡөҙрәтле. Унан баш тартыу һис ҡасан яҡшыға килтермәйҙер. Дүрт балаһының береһе лә уны киләсәктә ихтирам итмәйәсәгенә төшөнөп, терһәген тешләрҙәй ҙә бит, һуң инде...

Статистика буйынса, ир менән ҡатындың айырылышыуында башлыса ҡатын-ҡыҙ инициатор була. Ул 80–85% осраҡта беренсе булып ғариза менән ЗАГС-ҡа бара. Тикшереүҙәр билдәләүенсә, айырылыуҙың етди сәбәптәре – ирҙең эсеүе, хыянаты, ҡул күтәреүе – уларҙың яртыһынан да әҙерәк өлөшөн тәшкил итә. Шулай булғас, ни өсөн әсә үҙ балаһын атаһынан мәхрүм итә һуң?
Үҙен аҡлар өсөн ҡатын ниндәй генә һылтау тапмай. Йәнәһе, ире – насар атай. Ҡатын нишләптер йыш ҡына уртаҡ балаларҙы тик үҙенеке тип ҡабул итә. Уларға атайһыҙ яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Дөрөҫөрәге, балаларына түгел, ә үҙенә яҡшыраҡ булырына өмөт итә. Судтың уның яғында булырын белә. Айырылышыуҙы шантаж сараһы итеп ҡараусылар ҙа бар. Бәғзеләре балаларын көсләп тиерлек иренә ҡаршы ҡуйырға ла тартынмай.
Бөгөн Рәсәйҙә 6,2 миллион бала тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнә. Ундай һәр унынсы ғаиләлә балаларҙы атай ҡараһа, ҡалған 90 процент осраҡта балалар әсәй тәрбиәһендә үҫә. Һәр өсөнсө ата-әсә бәләкәстәре өсөн алимент түләмәй. Был афәткә тиң! Оло бәлә йәмғиәтебеҙгә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Атайҙары тере булып та, ҡәҙерлеләрен күрмәй үҫкән балалар һаны артыуы һиҫкәндерә. Етем һаналғандарының да байтағының ата-әсәһе бар. Бындай хәл хатта Граждандар һуғышы ваҡытында ла, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да булмаған.
Ғәйеп башлыса ир-атта, тигән фекер йыш осрай. Йәнәһе, атайға үҙ балаһын ташлап китеү бер ни түгел. Яңғыҙ әсәләр өсөн дәүләт байтаҡ льгота булдырған, төрлө сетерекле мәлдәрҙә лә әсә мәнфәғәте яҡлана.
Көнбайыш дәүләттәрендәге күҙәтеүҙәргә ярашлы, әсәйҙәр балаларын атайға ҡарағанда дүрт тапҡыр йышыраҡ туҡмай, ҡыйырһыта. Өйҙән ҡасҡан үҫмерҙәрҙең 90 проценты һәм ба­лалар суицидының 85 проценты яңғыҙ әсәле ғаиләнән сыға, тип билдәләй улар. Беҙҙә лә урамдарҙа атай кешенең үҙ балаһына ҡул күтәргәнен күргәнем юҡ, ә бына ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабыйына йәмһеҙ ҡысҡырғанына, һуғып та ебәргәненә йыш шаһит булабыҙ.
Атай тәрбиәһен күрмәгән малай башлыса инфантиль булып үҫә. «Ир – өлкән бала» тигән әйтем дә ошонан барлыҡҡа килгәндер. Бындай ир-егет бер көн менән йәшәй. Үҙ киләсәген планлаштыра ла, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә лә белмәй. Эш хаҡын кәйеф-сафа ҡороу өсөн тотоноп, һуңынан туған-тыумасаһы, таныштарынан бурысҡа алып йәшәргә мәжбүр. Биргән һүҙен тотмай, вәғәҙәләрен онота. Сөнки бала саҡтан буш хыялдар менән йәшәп өйрәнгән. Көнкүреш мәсьәләләрҙе тейешенсә хәл итә алмай. Бөтә ҡыҙыҡһынғаны – компьютер уйындары, блокбастерҙар, пейнтбол... Атаһы булһа, уны етди эш менән шөғөлләнергә, маҡсат ҡорорға өйрәткән булыр ине. Бәләкәстән еңмешләнеп, иркәләнеп өйрәнгән малай яйлап мыжыҡҡа, ышанысһыҙға әйләнә. Уның өсөн үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү – ҙур ғазап.
Тәүҙә әсәһенең, шунан һуң хәләл ефетенең кәңәштәре буйынса йәшәп, яуаплылыҡты үҙ иңенә алыуҙан өркә. Һөҙөмтәлә үҙ бәхетһеҙлегендә әсәһен, ҡатынын ғәйепләй. Уға яҡындары, башҡалар тураһында хәстәр хас түгел, ул тик үҙе тураһында ғына ҡайғыртып өйрәнгән.
Фәнил Күзбәков: «Атайһыҙлыҡ үҙеңде кәмһетелгән итеп тойоуға, әммә башҡалар алдында үҙеңдең бер кемдән дә кәм түгеллегеңде һәр даим иҫбатлауға этәрә. Атайлыға иһә бының кәрәге юҡ. Айырым индивид атайһыҙ булып та гармониялы шәхес булып үҫешергә мөмкин. Әммә тотош быуындың атайһыҙлыҡ арҡаһында деформацияға бирелеүе ҡотолғоһоҙ», – тип яҙғайны. Атаһы менән бергә утын ярған, бесән эшләгән, мал ҡараған баланың характеры, ихтыяр көсө барыбер ныҡлыраҡ. Хеҙмәт уға үҙ көсөнә таянырға, эште еренә еткереп ҡуйырға өйрәтә. Ул яҡындарына кәрәклеген аңлай һәм атай абруйы һәр ҡаршылыҡ алдында бәлйерәп төшөргә мөмкинлек бирмәй. Ата-әсәһенең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен тойоп үҫкән бала киләсәктә тик бер кеше менән генә тормош ҡороуҙың мөһим икәненә яҡындары миҫалында төшөнә. Быны яңғыҙ әсә бер нисек тә бирә алмай. Атайһыҙ үҫкән егеткә киләсәктә үҙ ғаиләһен ҡалдырыу бер ни тормаҫ кеүек.
«Атай тәрбиәһе мөһимерәк, – тип иҫәпләй Мөнир Ҡунафин. – Башлыса атай үрнәгендә генә бала көрәшергә, еңергә, үҙ фекерен яҡларға өйрәнә. Атай кеше улына ирек биреп, уны үҙаллылыҡҡа өйрәтә».
«Аталы бала – арҡалы. Ул үҙен тәбиғи рәүештә ышаныслы тоя, сөнки арҡа терәр кешеһе бар. Әммә бер үк мәлдә атайлы булыу шашынып китергә лә юл ҡалдырмай – атай алдында яуап бирергә тура киләсәк (уның бармаҡ ҡына янап ҡуйыуы ла – олоғара киҫәтеү!). Ғөмүмән, атайлы бала бахырлыҡҡа ла төшмәй, әйләнгән һайын тызырайып, үҙ «батырлығын» иҫбатлауға ла мохтаж түгел. Атайһыҙ иһә үҙенә генә иҫәп тоторға мәжбүр, был – уның ғәйебе түгел, ә бәләһе, яҙмыш фажиғәһе.
Хисапты ла ул үҙенә генә бирә (быуыны нығынмаған шәхескә был да – ауыр һынау). Һөҙөмтәлә: «Мин – етем! Былай ҙа яҙмыш ҡыйырһытҡан, тимәк, миңә йәмғиәт тә, башҡалар ҙа бурыслы», – тигәнерәк фекер нығына унда. Үҙеңде ҡайғыртыу, башҡаларҙан талап итеү һәм һине, етемде, ни эшләһәң дә, ғәфү итәсәктәренә иҫәп тотоу – хаяһыҙлыҡ, тип аңларға кәрәк. Әлбиттә, һәр дөйөмләштереүҙә, һәр сағыштырыуҙа иҫкәрмәләр була. Атайһыҙ үҫкәндәр араһында ла бынамын тигән шәхестәр етерлек. Атайлылар араһында ла «атайһыҙлыҡ комплексы»н йөрөтөүселәр табыла», – ти Фәнил Күзбәков.
Атайһыҙлыҡ ҡыҙҙарға ла йоғонто яһай. Үҙенә тулы иғтибар, атай һөйөүе етмәгән ҡыҙ тормош көтөр өсөн үҙе һымаҡ ауыр яҙмышлы егетте һайларға тырыша. «Бала саҡ комплексы» уларҙы магнит һымаҡ «бәхетһеҙ» егеттәргә тарта. Үҙенә етмәгән йылыны ул ниңәлер ошо кешегә бүлмәксе. Булдыҡһыҙ ирен «ҡотҡарыу» өсөн ниндәй генә ҡорбандарға бармай ул. Әммә йыш ҡына үҙе лә аңламаҫтан «һаҙлыҡҡа» бата. Ата һөйөүен татымай үҫкәс, бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алырға риза. Шунлыҡтан йыш ҡына «ҡотҡарыусы» һөнәрен – медик, психолог, тәрбиәсе, уҡытыусы, официант – һайлайҙар.
Башлыса үҙен генә уйлап, бала мәнфәғәтенә «төкөрөп» ҡараған әсәне аңлау ҡыйын. Бында ҡатын-ҡыҙға «Баланыҡы – йөрәктә, ирҙеке – итәктә» тип маһайыу ғына етмәй. Һине берәү ҙә кейәүгә көсләп бирмәгән. Бөгөнгө хатаң өсөн һуңынан балаларың ғәфү итерме? Бөтәһен дә бизмәнгә һалып, ете ҡат үлсәргә кәрәктер. Балаға үҙ атаһы менән ғорурланырға урын ҡалдырығыҙ. Уларға:
«Атайыңа оҡшағанһың», – тиеп
Әйтә уны белгән кешеләр.
Оло баһа итеп ҡабул итәм –
Ерҙең йәме атам ишеләр, –
(Ләйсән Сәләхетдинова)
тип әйтергә яҙһын.

Илдар ҒӘБИТОВ.

 

«Бахыр» түгел, «батыр» тип тәрбиәләйек!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Атайһыҙ үҫкән баланы тулыһынса кешелектән, ыша­ныстан сығарып ташларға ярамай. Был мөһим проблеманы бер яҙма менән генә яҡтыртып та, асыҡлап та бөтөп булмаясаҡ, бигерәк тә тотош кире ҡараш тыуҙырып. Етемдең башынан һыйпар урынға, уны битәрләү, киләсәген насарға юрау килешмәй. Мәҫәлән, мин дә атайһыҙ үҫтем. Халыҡ та, йәмғиәт тә, мәктәп тә тәрбиәләй кешене. Бөтә ғәйепте бер атай менән әсәйгә япһарып ҡуйып булмай. Ғаиләләге туғандар: олатайҙар, ағайҙар, бабайҙар ҙа ир балаға ныҡлыҡ биреүсе абруй була ала. Кешенең шәхес булараҡ үҫешендә нәҫел хәтере лә ҙур роль уйнай. Шуға бәләкәй сағында ауыр тетрәнеү кисергәндәр ҙә көтмәгәндә ҙур юғарылыҡтарға өлгәшергә мөмкин. Ундай миҫалдар донъя кимәлендә лә бихисап. Аллаға шөкөр, мин дә тормошомдан уңдым. Ғаиләмде лә, эшемде лә, ижадымды ла бер кимәлдә тигеҙ алып бара һәм үҫтерә алдым. Гөл кеүек ике ҡыҙым, ейәндәрем, ейәнсәрем – йәнемде йылытҡан һәм көс-ҡеүәт өҫтәп торған иң изге һәм һөйөклө кешеләрем. Үҙҙәре лә хәҙер билдәле шәхестәр.
Беҙҙең халыҡ аҡыллы ул. Ауыҙ-тел ижадында ла бала хаҡында әйтелгән ыңғай, ҡанатлы фекерҙәр күп. Изге төшөнсәләр, матур миҫалдар аша тәрбиә биреү һөҙөмтәлерәк тә, ышаныслыраҡ та. «Бахыр» тиеүгә ҡарағанда, «батыр» тип ҙурлаһаҡ, ниндәй генә балаға ла йоғонтоһо һәм файҙаһы көслөрәк булыр, минеңсә!

Автор:
Читайте нас: