Яңы һығып алған сөгөлдөр һутын эскәндә ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла. Эш шунда, яңы әҙерләнгән сөгөлдөр һутында организмды ағыулаусы зарарлы матдәләр була. Бер стакан һут эскәндә, ә яман шеш менән сирлеләргә тәүлегенә өс стакандан да кәм эсмәҫкә кәңәш итәләр, сирҡаныу, ҡоҫҡо килеү генә түгел, хатта хәлһеҙлек , пульстың кәмеүе һәм артерия баҫымының түбәнәйеүе ихтимал. Былай булмаһын өсөн сөгөлдөр һутын 4-5 сәғәт ҡараңғы, һалҡын урында, иң ҡулайы һыуытҡыста, тоторға кәрәк. Тик шул саҡта ғына ул ҡиммәтле дауаға әйләнә һәм организм тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Тик уны сүпрәле ризыҡтар, кеүәҫ, газлы эсемлектәр, һәр төрлө әсе һуттар менән бергә тәғәмләргә ярамай. Сөгөлдөр һутына яңы ғына әҙерләнгән кишер һуты ҡушыу уғата файҙалы. Сөгөлдөр һутын аҙ ғына йылымысландырып, ашар алдынан 10-15 минут элек ас ҡарынға эсергә кәрәк. Ә инде ашҡаҙан ҡеүәтһеҙ икән, саҡ ҡына һоло киҫәктәрен ҡатнаштыраһың.
Сөгөлдөр организмдың кальций үҙләштереүен тотҡарлай, шуға күрә остеопороз менән сирләгәндә ул хәүефле. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: юғары асылыҡлы гастрит, шәкәр диабеты, эс китеү, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүҙән бәүел һелтеле булғанда ярым бешкән, бешкән сөгөлдөр ашарға ярамай. (Рим Әхмәдовтың “Үҫемлектәр – дуҫтар һәм дошмандар” китабынан)