Ҡан баҫымы юғары булғанда, бал менән йәшелсә һуттары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, сөгөлдөр, кишер, шалҡан һутын һәм балды бер тигеҙ күләмдә( әйтәйек, берәр стакан) алып болғаталар. Ике-өс ай көнөнә өс тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда, бер аш ҡалағы эсергә. Ҡатнашманы һалҡны урында һаҡларға кәрәк.
Юғары әселекле гастрит ауырыуында көнөнә өс тапҡыр, ашарҙан 1,5-2 сәғәт алда, бал ашарға. Бынан тыш, уны йылы һыуҙа иретеп, көнөнә 120-150-шәр грамм эсергә. Дауалау курсы – 1,5-2 ай.
Йоҡоһоҙлоҡ интектергәндә балдың тынысландырыусы тәьҫире файҙаланыла. Бер аш ҡалағы бал һалынған бер стакан йылымса һыу һеҙҙе тәрән һәм тыныс йоҡо менән тәьмин итер.
Балды йылы һыу менән ҡатнаштырып эсеү зарур, был иһә ашҡаҙан мускулатураһының тонусын кәметеүгә һәм ҡатнашманың яҡшыраҡ һеңеүенә булышлыҡ итә. (Рафиҡ Ноғоманов)